“Кеше көн һайын һыуытҡысын, аптечкаһын, шкафын аса. Илдең һәр кешеһе үҙебеҙҙә етештерелгән ниндәй аҙыҡ-түлекте, дарыуҙы, кейемде ҡулланырға һәм файҙаланырға тейешлеген белергә теләйбеҙ”. Шулай тине Бөтә Рәсәй халыҡ фронты ҡарамағындағы ғилми-техник үҫеш мониторинг үҙәге етәксеһе Анна Заборенко Өфөләге осрашыуҙа.Һуңғы йылдарҙа тамам анһатҡа һалынғайныҡ шул. Ситтәр кейендерә, ашата. Хатта һарымһаҡтың һарымһағын Ҡытайҙан һатып ала башланыҡ. Дарыу тип тә әллә ҡайҙарға ҡул һонабыҙ. Шулай ҙа ҡайһы бер тауар үҙебеҙҙә етештерелә тороп та, ситтән ҡыйбатҡа алыу осраҡтары бар. Был юҫыҡта бизнес вәкилдәренең эре корпорациялары һәм власть органдары менән дәүләт һатып алыуы өлкәһендә хәл итәһе мәсьәләләр байтаҡ. Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың Мәғариф, мәҙәниәт, спорт һәм йәштәр сәйәсәте комитеты рәйесе Эльвира Айытҡолова ҡандағы шәкәрҙе билдәләү өсөн һатып алынған тест таҫмалары проблемаһын телгә алды. Уның әйтеүенсә, ҡасандыр сит илдән эре компаниялар глюкометрҙы беҙгә бушҡа таратҡан, ә улар өсөн таҫмаларҙы үтә ҡиммәткә һатып алыуҙы дауам итәбеҙ. Ә бит сит ил таҫмаларынан үҙебеҙҙекеләр ике тапҡырға осһоҙ.
Республиканың һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары Рәмил Хәмитов быға яуап итеп:
– Әлбиттә, мәсьәләне аңлайбыҙ. Әммә күп компаниялар менән үҙ-ара хеҙмәттәшлек итеү илдәр араһындағы мөнәсәбәттәр киҫкенләшкәнсе булдырылғайны. Шуға ла әлегә глюкометрҙар бар икән, тест таҫмаларын ситтән аласаҡбыҙ, – тине.
Сәнәғәт өлкәһендә импорт тауарҙарҙы алмаштырыу шыма ғына бармай. Был аңлашыла: булғанды ботарлап ташлау өсөн аҡыл, көс кәрәкмәһә лә, нимәнелер аяҡҡа баҫтырыу еңел түгел.
Ҡыҙыма ҡышҡы куртка һайлайбыҙ. Һәр береһен кейҙереп ҡарайбыҙ ҙа етештерелгән төбәге менән ҡыҙыҡһынабыҙ. Ҡытайҙан, Мәскәүҙән... Шулай ҙа иң оҡшағаны Йошкар-Олала тегелгәне булып сыҡты. Бигерәк ыҡсым ине шул, төҫө лә заманса, тегеләй-былай һәлберәп торған ептәре лә, тиҫтәләгән кеҫәһе лә юҡ ине. Шул мәл ҡыҙыбыҙ:
– Үҙебеҙҙең Өфөлә куртка тегә белмәйҙәрме икән? – тип һорап ҡуйҙы.
– Элек тегәләр ине, бөтөрҙөләр...
Икенсе магазинға йүнәлдек. Был юлы республикабыҙға терәлеп ятҡан Силәбе итеген алдыҡ. Ҡыҙыбыҙ йәнә:
– Беҙҙә итек тә етештермәйҙәрме ни? – тип һораны.
– Элек тегәләр ине...
Күпмелер ваҡыттан һуң йәнә баҙарға сыҡтыҡ. Был юлы сана алдыҡ. Пермдән килтергәндәр. Алған әйберҙәрҙең ҡайҙан килтерелеүе менән ҡыҙыҡһынырға әүәҫләнеп алған ҡыҙыбыҙ был юлы:
– Башҡортостанда бер нәмә лә эшләмәйҙәрме әллә? – тип ҡуйҙы.
Бишенсе класта ғына уҡыған баланың һорауы уйға һалды. Ысынлап та, һуңғы егерме йылда булғанын юҡҡа сығарыу, тегеләй-былай таратыу төп кәсебебеҙ булды шикелле. “Мир”, “8 Март” тегеү, “Конди” кондитер фабрикалары һәм башҡа предприятиеларҙың ҡасандыр бында ошондай эш менән шөғөлләнеүен туҡталыш исемдәре генә һөйләй хәҙер.
Сарала сығыш яһаусылар күпселек компанияларҙың тейешле ғилми-техник документтары булмауын телгә алды. Шуға ла дәүләт һатып алыуҙарын стандартлаштырыуҙың берҙәм системаһын булдырыу тәҡдиме әйтелде.
Сәнәғәт һәм инновация министры Алексей Карпухин ҡайһы бер тармаҡтарҙа тыуған сетерекле хәл хаҡында бәйән итте. “Илдә еңел сәнәғәт өсөн мамыҡ юҡ. Беҙҙә туҡыма етештереү өсөн яҡшы ҡорамалдар бар, ә сеймал юҡ. Шулай булғас, бөтә әйберҙе лә үҙебеҙҙеке менән алмаштырырға кәрәк, тиеү дөрөҫмө икән?” – тине ул.
Ауыл хужалығында хәлдәр нисек һуң? Ошо юҫыҡта ла етди һөйләшеү барҙы. Логистика һәм етештерелгән продукцияны һатыу иғтибар үҙәгендә булды. Республика бәрәңге, ит, һөт, шәкәр һәм йомортҡа менән тулыһынса үҙен тәьмин иткән. “Әммә ҡош ите (60 процент), йәшелсә (төрҙәренә ҡарап 20-30 процент) етештереү буйынса ҡалышабыҙ. Ә балыҡ буйынса хәл үтә насар”, – тине министр Николай Коваленко. Шулай уҡ ул, Бөтә Рәсәй халыҡ фронтының федераль һәм төбәк вәкилдәренә мөрәжәғәт итеп, теплицалар, келәттәр төҙөүҙә, күмәртәләп һатыу буйынса программаларҙы үҫтереүҙә уларҙан ярҙам һораны.
Тәү ҡарауға барыһы ла анһат һымаҡ, сөнки йәшелсә туплау өсөн оҙайлы ваҡыт талап ителмәй, мәҫәлән, бер йәйҙә бына тигән уңыш алырға була. Ләкин үҫтереү бер хәл, уны йыл әйләнәһенә яҡшы итеп һаҡларға, кәштәләргә матур, сифатлы килеш сығарырға ла кәрәк бит әле. Ә илдә уларҙы һаҡлау биналары етешмәй, булғандары ла заман талаптарына яуап бирерлек түгел. Тап ошо тәңгәлдә йәнә шаҡтай проблемаларҙы хәл итеү мөһим.
Мәҫәлән, беҙҙә заманса йәшелсә һаҡлағыстар бары “Алексеевка” совхозында, “Әһли” фермер хужалығында бар. Башҡортостан 41,1 мең тонна картуф, 34,7 мең тонна йәшелсә һаҡлау ҡеүәтенә эйә.
Әлбиттә, был юҫыҡта эш алып барыла. Бөгөн Туймазы районында – ике, Иглинда һәм Шишмәлә йәшелсә һаҡлағыстар төҙөлә. Улар йыл аҙағына тиклем файҙаланыуға тапшырылыр тип күҙаллана. Ул сағында йәнә 20 мең тонна йәшелсә һаҡлау мөмкинлеге буласаҡ.
Анна Заборенко билдәләүенсә, һуңғы ике йылда ситтән ингән тауарҙарҙы алмаштырыуҙы ике төргә бүлеп ҡарарға мөмкин. Тәүгеһе – дефицит аҙыҡтар, дарыуҙар мәсьәләһен хәл итеү. Әлбиттә, уларҙың ҡайһы берҙәре был осорҙа үҙебеҙҙәге аналогына йәки Таможня союзына ҡараған илдәрҙәге тауарҙарға алмаштырылды. Икенсеһе – комплекслы проблемаларҙы хәл итеү. Был – инвестиция, кооперация, логистика...
Дөрөҫ, уҙған быуаттың 90-сы йылдары менән сағыштырғанда күпкә яҡшыраҡ туҡлана башлағанбыҙ. Ит, бәрәңге, йомортҡа, шәкәр, үҫемлек майы, уртаса алғанда, бөтәбеҙгә лә етә. Шулай ҙа емеш-еләк, һөт, балыҡ аҙыҡтарын “үгәйһетеп” ҡарайбыҙ. Янсыҡ торошо шулай мәжбүр итә. Магазин кәштәләре араһында йөрөгәндә, ярай, улары икмәк, бәрәңге кеүек әллә ни мөһим ризыҡ түгел әле, тип үҙебеҙҙе йыуатабыҙ.
Белгестәр билдәләүенсә, был йәһәттән ил төбәктәре араһында етди айырма барлыҡҡа килгән. Ҡайҙалыр барлыҡ тапҡан-таянғандары ашауға китеп тора, әммә барыбер тейешенсә туҡлана алмайҙар. Иң ярлы иҫәпләнгәндәр ғаилә табышының – 44,6, бер сама хәллерәктәр 16 процентын туҡланыуға сарыф итә. Әммә уларҙың рационын башлыса төрлө тәмләткестәр ҡушылған ярымфабрикат ризыҡтар тәшкил итә. Бындай аҙыҡтарҙың организм өсөн әллә ни файҙалы булмауы һәр кемгә мәғлүм.
Рәсәйҙең 2010 йылда Аҙыҡ-түлек хәүефһеҙлеге доктринаһын раҫлауы хәтерегеҙҙәлер. Киләсәктә сит илдәргә ауыҙ һоноп тормаҫ өсөн унда үҙебеҙҙең икмәкте, ит һәм һөттө етештереү күләме билдәләнде. Уртаса алғанда, теге йәки был аҙыҡтың 80-дән алып 95 процентҡа ҡәҙәрен үҙебеҙҙә үҫтереү маҡсат итеп алынғайны. Ул саҡтан бирле бер нәмә лә эшләнмәне тип уйлайһығыҙмы? Һис тә улай түгел! Тикшеренеүҙәр һөҙөмтәһе 2010 йылғы планды ҡайһы бер аҙыҡ-түлекте етештереү буйынса арттырып үтәгәнебеҙҙе күрһәтә. Иген һәм үҫемлек майы менән Рәсәй үҙен генә түгел, башҡа илдәрҙең 50 миллион самаһы кешеһен дә туйҙыра.
Тимәк, үҙебеҙҙе туйҙыра ла, кейендерә лә алабыҙ. Теләк кенә булһын.