Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Иҡтисад » Пальма һыйырҙы алмаштырмаҫ
Бер телеканалда Рәсәй крәҫтиәндәре өсөн бик ҡыҙыҡ сюжетҡа юлыҡтым. Башлыса сәйәхәтселәр, туристар өсөн тәғәйенләнгән тапшырыуҙа күрһәтелеүенсә, иң ҙур мосолман дәүләте Индонезияла кокос майы етештереүҙе арттырыу маҡсатын ҡуйып, быуаттар буйы үҫкән джунглиҙы ҡыралар. Уның урынына заман технологияһы буйынса пальма ултырталар. Баҡтиһәң, был ағас бик тиҙ үҫә һәм сәтләүектәрендәге май донъя баҙарында бик уңышлы һатыла икән. Егерме биш йылдан һуң ошо пальмаларҙы ла ҡырҡып, яңыларын ултырталар икән. Табыш артынан ҡыуған капиталистарҙы был технологияларҙың тупраҡ өсөн бик зыянлы булыуы борсомай. Ике циклдан һуң ошо ерҙә бер нәмә лә үҫтереп булмаясаҡ, сөнки пальмалар, беҙҙәге көнбағыш, сөгөлдөр һымаҡ, ерҙең бар көсөн ала. Ә джунглиҙағы йәнлектәр өсөн, бигерәк тә орангутанг маймылына, йәшәр урын ҡалмай. Табыш өсөн тәбиғәтте ҡырған бизнестың вәхшилегенә айырым туҡталырға булыр ине. Хәйер, ошондай хәлдәрҙе Рәсәйҙә, мәҫәлән, ҡытайҙар тарафынан ҡуртымға алынған һәм бер нисә йыл эсендә эшлектән сыҡҡан ерҙәрҙә лә күрергә мөмкин.


Пальма майының кеше һаулығына зыяны тура­һында гәзит уҡыусылар хә­бәр­ҙарҙыр. Ул турала шул уҡ телевидение, киң мәғлүмәт саралары даими һөй­­ләп тора. Дәүләт стандарттары буйынса уны аҙыҡ-түлек етештереүҙә ҡул­ланырға рөхсәт бирелгән, әммә, эксперттар фекеренсә, ГОСТ талап­тарының үтәлеүен тикшереп тороуы еңелдән түгел – хатта “Россельхоз­надзор” белгестәренең дә хәленән килмәй.
Күптән түгел Рәсәйҙең ауыл хужа­лы­ғы министры Александр Ткачев үткәргән кәңәшмәлә баҙарҙың һаулыҡ өсөн хә­үефле сыр һәм эремсек фальсификаты менән тулғаны тураһында әйтеп үттеләр. Баҡтиһәң, санкцияларға ҡара­маҫтан, Рәсәйгә пальма майын индереү шаҡтай артҡан. 2014 йылдың ноябренән алып беҙҙең етештереүселәр сит илдәрҙән ошо продукцияны күпләп һатып ала башлаған. Шул уҡ ваҡытта беҙҙә сыр һәм эремсек етештереү тиҙлеге кинәт артып киткән. Ҡыуанырға ине, беҙҙә импортты алмаштырыу мәсьәләһе бик тиҙ үтәлә икән тип. Әммә шатланырға иртә­рәк әле. Малсылыҡта был уңыш­тарға өлгәшеү еңелдән түгел. Ул — бик инерциялы тармаҡ. Һауым һыйырҙарының һаны һуңғы сирек быуат эсендә өс тапҡырҙан артыҡҡа кәмене. Уны тиҙ генә ишәйтеп булмай. Юҡҡа ғына халыҡ: “Һауып эсһәң – мең көнлөк, һуйып элһәң – бер көнлөк“, — тип әйтмәгән. Колхоз-совхоз һәүкәштәрен һуйып байыған замандаштарыбыҙ онотолмаған әле.
Үҙегеҙ уйлап ҡарағыҙ: йүнле сыр эшләү өсөн уртаса 8-12 литр һөт һәм өс йыл ваҡыт кәрәк. Тимәк, баҙарҙы тултырған пластилинға оҡшаш сырҙарҙың күпселеге — фальсификат. Эремсек менән дә шул уҡ хәл. Бер кило эремсек яһау өсөн уртаса 7 литр һөт кәрәк. Ә һөт етештереү беҙҙә өс процентҡа ғына артҡан. Өҫтәмә сыр һәм эремсекте ошо пальма майы биргән, тип фаразларға ғына ҡала. Әммә кеше һаулығын хәстәрләү өсөн булдырылған төрлө дәүләт органдары был турала ләм-мим.
Шуныһы аяныслы: ысын һөттө пальма майына алмаштырыу һауын һыйырҙары менән шөғөлләнгән эшҡыуарҙарға ныҡ аяҡ сала. Һауғаныңды ҡәнәғәтләндерерлек хаҡҡа һатып булмай, сөнки бер йыл эсендә һыйырҙарға ашатҡан емдең хаҡы уртаса 30 процентҡа күтәрелде, ә улар өсөн минераль матдәләр 40 процентҡа ҡиммәтләнде. Был про­дукцияның үҙҡиммәтен арттыра. Шуға натураль һөт етештереүселәр ауыр хәлдә ҡалды. Һауын конвейер түгел – уны ваҡытлыса ғына туҡтатып тороп булмай. Икенсенән, сыр етештереүҙең алдынғы технологияларын ҡуллана башлау ҙа хәүефле: әгәр иртәгә эмбаргонан баш тарта ҡалһалар, инвес­тицияларҙан файҙа сығарыу мөмкинлеге юғаласаҡ. Сауҙа селтәрҙәре лә һөт продукттары етештереүселәрҙән осһоҙон һәм һаҡлауы еңел булғанын ғына талап итә.
Осһоҙ фальсификат бәкәлгә ныҡ һуға. Уның өсөн булдырылған административ штрафтарҙы демпинг арҡаһында алын­ған миллиондар еңел ҡаплай. Ә һауын һы­йырҙары менән шөғөлләнгән агра­рийҙар табыш һанау урынына, киреһенсә, түккән аҡсаларын нисек ҡайтарыу тураһында ҡайғыра. Финанс йәһәтенән улар өсөн әлеге йыл былтырғынан да хөртөрәк булып сыҡты.
Был шарттарҙа Хөкүмәт яғынан ашығыс ярҙам кәрәк. Беҙҙә индерелгән регламент буйынса “һөт“ һәм “һөт эсемлеге“ тигән төшөнсәләр ҙә фальси­фи­каттың киң таралыуына булышлыҡ итә. Рәсәйҙә бөгөн ысын һөт менән натураль продукттарҙың аныҡ ҡына айырмаһы булдырылмаған. Шуға ла фальсификат менән шөғөлләнгән бизнес сәскә ата. Һөт продукттарын дөрөҫ һәм аныҡ маркировкалау эшен дәүләт органдары ғына булдырырға тейеш. Әгәр бында тейешле тәртип юҡ икән, Рәсәй Хөкүмәтенең импортты алмаштырыу программаһында ҡаралған 12-15 йылдан һуң ысын һөттөң тәмен онотоуыбыҙ ҙа мөмкин.
.



Автор: Бәхтийәр ӘХӘТОВ Район: Иглин районы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостанда ҡыярҙың хаҡы төшкән

Башҡортостанда ҡыярҙың хаҡы төшкән 06.03.2026 // Иҡтисад

Башҡортостанда ҡыярҙың хаҡы төшкән...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда балалар һәм диетик туҡланыу заводы эшләй башланы

Башҡортостанда балалар һәм диетик туҡланыу заводы эшләй башланы 04.03.2026 // Иҡтисад

Шишмә районының Шишмә ауылында «ВкусЛайн» балалар һәм диетик туҡланыу заводы эшләй башланы. Бөгөн ......

Тотош уҡырға 2

Республикала йыл аҙағына уртаса эш хаҡы 11,4% арта

Республикала йыл аҙағына уртаса эш хаҡы 11,4% арта 03.03.2026 // Иҡтисад

Республикала йыл аҙағына уртаса эш хаҡы 11,4% арта...

Тотош уҡырға 2

Апрелдән республикала йәшәүселәргә арттырылған пенсия түләнә

Апрелдән республикала йәшәүселәргә арттырылған пенсия түләнә 02.03.2026 // Иҡтисад

Апрелдән республикала йәшәүселәргә арттырылған пенсия түләнә...

Тотош уҡырға 1

Республикала коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләү ваҡыты күсерелә

Республикала коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләү ваҡыты күсерелә 27.02.2026 // Иҡтисад

Республикала коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләү ваҡыты күсерелә...

Тотош уҡырға 1

Өфөлә Башҡортостандың һәм Силәбе өлкәһенең бизнес-форумы бара

Өфөлә Башҡортостандың һәм Силәбе өлкәһенең бизнес-форумы бара 26.02.2026 // Иҡтисад

Форумға Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров һәм Силәбе өлкәһе губернаторы Алексей Текслер старт ......

Тотош уҡырға 2

Өфөлә СМАРТ-баҡсасы форумы уҙғарыла

Өфөлә СМАРТ-баҡсасы форумы уҙғарыла 25.02.2026 // Иҡтисад

27 февралдә Өфөнөң «Торатау» конгресс-холында бишенсе СМАРТ-баҡсасы форумы үткәрелә. Унда ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостан Башлығы Үзбәкстанда технопарк булдырыу мөмкинлектәрен баһаланы

Башҡортостан Башлығы Үзбәкстанда технопарк булдырыу мөмкинлектәрен баһаланы 24.02.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы Үзбәкстанда технопарк булдырыу мөмкинлектәрен баһаланы...

Тотош уҡырға 3

Өфө яғыулыҡ ҡойоу станцияларында бензиндың хаҡы үҙгәргән

Өфө яғыулыҡ ҡойоу станцияларында бензиндың хаҡы үҙгәргән 24.02.2026 // Иҡтисад

Ике билдәле компания ла тауарҙың хаҡын 30 тиндән 50 тингә тиклем арттырған....

Тотош уҡырға 2

Республикала гофротара етештереү буйынса завод эшләй башланы

Республикала гофротара етештереү буйынса завод эшләй башланы 20.02.2026 // Иҡтисад

Производствоға инвестициялар 1,2 миллиард һум тәшкил итте....

Тотош уҡырға 8

Рәсәй Үҙәк банкы төп ставканы 15,5% тиклем төшөрҙө

Рәсәй Үҙәк банкы төп ставканы 15,5% тиклем төшөрҙө 13.02.2026 // Иҡтисад

Рәсәй Үҙәк банкы төп ставканы 15,5% тиклем төшөрҙө...

Тотош уҡырға 4

Республикала торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәргә хаҡтар үҙгәрә

Республикала торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәргә хаҡтар үҙгәрә 11.02.2026 // Иҡтисад

Республикала торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәргә хаҡтар үҙгәрә...

Тотош уҡырға 5


Комментарий өҫтәргә