Пальма һыйырҙы алмаштырмаҫ08.09.2015
Бер телеканалда Рәсәй крәҫтиәндәре өсөн бик ҡыҙыҡ сюжетҡа юлыҡтым. Башлыса сәйәхәтселәр, туристар өсөн тәғәйенләнгән тапшырыуҙа күрһәтелеүенсә, иң ҙур мосолман дәүләте Индонезияла кокос майы етештереүҙе арттырыу маҡсатын ҡуйып, быуаттар буйы үҫкән джунглиҙы ҡыралар. Уның урынына заман технологияһы буйынса пальма ултырталар. Баҡтиһәң, был ағас бик тиҙ үҫә һәм сәтләүектәрендәге май донъя баҙарында бик уңышлы һатыла икән. Егерме биш йылдан һуң ошо пальмаларҙы ла ҡырҡып, яңыларын ултырталар икән. Табыш артынан ҡыуған капиталистарҙы был технологияларҙың тупраҡ өсөн бик зыянлы булыуы борсомай. Ике циклдан һуң ошо ерҙә бер нәмә лә үҫтереп булмаясаҡ, сөнки пальмалар, беҙҙәге көнбағыш, сөгөлдөр һымаҡ, ерҙең бар көсөн ала. Ә джунглиҙағы йәнлектәр өсөн, бигерәк тә орангутанг маймылына, йәшәр урын ҡалмай. Табыш өсөн тәбиғәтте ҡырған бизнестың вәхшилегенә айырым туҡталырға булыр ине. Хәйер, ошондай хәлдәрҙе Рәсәйҙә, мәҫәлән, ҡытайҙар тарафынан ҡуртымға алынған һәм бер нисә йыл эсендә эшлектән сыҡҡан ерҙәрҙә лә күрергә мөмкин.
Пальма майының кеше һаулығына зыяны тураһында гәзит уҡыусылар хәбәрҙарҙыр. Ул турала шул уҡ телевидение, киң мәғлүмәт саралары даими һөйләп тора. Дәүләт стандарттары буйынса уны аҙыҡ-түлек етештереүҙә ҡулланырға рөхсәт бирелгән, әммә, эксперттар фекеренсә, ГОСТ талаптарының үтәлеүен тикшереп тороуы еңелдән түгел – хатта “Россельхознадзор” белгестәренең дә хәленән килмәй.
Күптән түгел Рәсәйҙең ауыл хужалығы министры Александр Ткачев үткәргән кәңәшмәлә баҙарҙың һаулыҡ өсөн хәүефле сыр һәм эремсек фальсификаты менән тулғаны тураһында әйтеп үттеләр. Баҡтиһәң, санкцияларға ҡарамаҫтан, Рәсәйгә пальма майын индереү шаҡтай артҡан. 2014 йылдың ноябренән алып беҙҙең етештереүселәр сит илдәрҙән ошо продукцияны күпләп һатып ала башлаған. Шул уҡ ваҡытта беҙҙә сыр һәм эремсек етештереү тиҙлеге кинәт артып киткән. Ҡыуанырға ине, беҙҙә импортты алмаштырыу мәсьәләһе бик тиҙ үтәлә икән тип. Әммә шатланырға иртәрәк әле. Малсылыҡта был уңыштарға өлгәшеү еңелдән түгел. Ул — бик инерциялы тармаҡ. Һауым һыйырҙарының һаны һуңғы сирек быуат эсендә өс тапҡырҙан артыҡҡа кәмене. Уны тиҙ генә ишәйтеп булмай. Юҡҡа ғына халыҡ: “Һауып эсһәң – мең көнлөк, һуйып элһәң – бер көнлөк“, — тип әйтмәгән. Колхоз-совхоз һәүкәштәрен һуйып байыған замандаштарыбыҙ онотолмаған әле.
Үҙегеҙ уйлап ҡарағыҙ: йүнле сыр эшләү өсөн уртаса 8-12 литр һөт һәм өс йыл ваҡыт кәрәк. Тимәк, баҙарҙы тултырған пластилинға оҡшаш сырҙарҙың күпселеге — фальсификат. Эремсек менән дә шул уҡ хәл. Бер кило эремсек яһау өсөн уртаса 7 литр һөт кәрәк. Ә һөт етештереү беҙҙә өс процентҡа ғына артҡан. Өҫтәмә сыр һәм эремсекте ошо пальма майы биргән, тип фаразларға ғына ҡала. Әммә кеше һаулығын хәстәрләү өсөн булдырылған төрлө дәүләт органдары был турала ләм-мим.
Шуныһы аяныслы: ысын һөттө пальма майына алмаштырыу һауын һыйырҙары менән шөғөлләнгән эшҡыуарҙарға ныҡ аяҡ сала. Һауғаныңды ҡәнәғәтләндерерлек хаҡҡа һатып булмай, сөнки бер йыл эсендә һыйырҙарға ашатҡан емдең хаҡы уртаса 30 процентҡа күтәрелде, ә улар өсөн минераль матдәләр 40 процентҡа ҡиммәтләнде. Был продукцияның үҙҡиммәтен арттыра. Шуға натураль һөт етештереүселәр ауыр хәлдә ҡалды. Һауын конвейер түгел – уны ваҡытлыса ғына туҡтатып тороп булмай. Икенсенән, сыр етештереүҙең алдынғы технологияларын ҡуллана башлау ҙа хәүефле: әгәр иртәгә эмбаргонан баш тарта ҡалһалар, инвестицияларҙан файҙа сығарыу мөмкинлеге юғаласаҡ. Сауҙа селтәрҙәре лә һөт продукттары етештереүселәрҙән осһоҙон һәм һаҡлауы еңел булғанын ғына талап итә.
Осһоҙ фальсификат бәкәлгә ныҡ һуға. Уның өсөн булдырылған административ штрафтарҙы демпинг арҡаһында алынған миллиондар еңел ҡаплай. Ә һауын һыйырҙары менән шөғөлләнгән аграрийҙар табыш һанау урынына, киреһенсә, түккән аҡсаларын нисек ҡайтарыу тураһында ҡайғыра. Финанс йәһәтенән улар өсөн әлеге йыл былтырғынан да хөртөрәк булып сыҡты.
Был шарттарҙа Хөкүмәт яғынан ашығыс ярҙам кәрәк. Беҙҙә индерелгән регламент буйынса “һөт“ һәм “һөт эсемлеге“ тигән төшөнсәләр ҙә фальсификаттың киң таралыуына булышлыҡ итә. Рәсәйҙә бөгөн ысын һөт менән натураль продукттарҙың аныҡ ҡына айырмаһы булдырылмаған. Шуға ла фальсификат менән шөғөлләнгән бизнес сәскә ата. Һөт продукттарын дөрөҫ һәм аныҡ маркировкалау эшен дәүләт органдары ғына булдырырға тейеш. Әгәр бында тейешле тәртип юҡ икән, Рәсәй Хөкүмәтенең импортты алмаштырыу программаһында ҡаралған 12-15 йылдан һуң ысын һөттөң тәмен онотоуыбыҙ ҙа мөмкин.
.