Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Бурһыҡты ни өсөн аулайҙар?
Бурһыҡты күберәк майы өсөн аулайҙар. Халыҡ медицинаһында ул айырым урын алып тора, тиһәң дә хата булмаҫ. Әйткәндәй, хәҙерге медицинала йыш ҡына ҡулланыла.

Бының өсөн көҙөн һунар итәләр. Нәҡ ошо саҡта йәнлек күп май йыя. Ундай май һарыраҡ төҫтә, үҙенсәлекле еҫле, дауаланыу өсөн тап-таман була.

Бурһыҡ майында бик күп файҙалы һәм әүҙем матдәләр бар. Шулай уҡ витаминдар ҙа етерлек. Кеше организмы өсөн файҙаһы баһалап бөткөһөҙ минералдар, кислоталар, В төркөмөнә ҡараған витаминдар комплексы, А һәм Е витаминдары бихисап. Әйтәйек, минералдар кеше организмы тарафынан файҙалы матдәләрҙе үҙләштереүҙе көйләй, кислоталар күҙәнәктәрҙе туҡландыра, шешенеү процесына ҡаршы тора, ғөмүмән, тәндә барған барлыҡ эшмәкәрлеккә ыңғай йоғонто яһай. В витаминдары төркөмө комплекстарының кешенең иммунитетын формалаштырыуҙа әһәмиәте ҙур. А һәм Е витаминдары иммун системаһын нығыта, йәрәхәтләнгән тирене элекке хәленә ҡайтарыуға булышлыҡ итә, кеше ағзаларының үҫешенә ыңғай йоғонто яһай.

Бурһыҡ майында бик күп төрлө витамин һәм микроэлементтар тупланған. Мәҫәлән, каротиноидтар, токоферол, файҙалы кислоталар. Органик кислота иһә организмды нығыта, эшмәкәрлегендә файҙаһы ҙур. Кеше ауырыған саҡта ғына түгел, дөйөм иммун системаһын нығытыу өсөн дә ҡулланалар. Организм тарафынан аҡһым, май, углеводтарҙы үҙләштереүҙе тиҙләтә. Ҡан әйләнешен көйләй. Елкенһенеүгә, зарарлы бактерияларға ҡаршы тора. Кешенең енси әүҙемлегенә булышлыҡ итә, гормон балансын нормалләштерә. Белгестәр әйтеүенсә, бурһыҡ майы онкологик ауырыуҙарҙы ла иҫкәртә, сирләү хәүефен кәметә икән. Тәндең барлыҡ эске ағзаларын көйләй. Бурһыҡ майында булған витамин һәм минералдар йәштәрҙең үҫешенә, тәндең формалашыуына булышлыҡ итә. Ҡартайыу процесын тотҡарлай. Төрлө имгәнеүҙән һуң алмаштырғыһыҙ дарыуҙар иҫәбенә инә.


Күберәк ниндәй ауырыуҙарҙы дауалағанда ҡулланалар?

1. Аш һеңдереү ағзаларын дауалағанда бик файҙалы. Уны ҡулланып, гастритты бөтөрөргә, ашҡаҙандың әселеген кәметергә була икән. Шулай уҡ энтероколит, ашҡаҙан сей яраһын дауалайҙар.

2. Халыҡ медицинаһында ла, традицион медицинала ла йөрәк ауырыуҙарын комплекслы иҫкәртеүҙә ҡулланалар.

3. Шулай уҡ варикоз, ҡан тамырында барлыҡҡа килгән төйөрҙәрҙе, йөрәк ишемияһы ауырыуҙарын дауалағанда файҙалы.

4. Һейҙек юлы сирҙәрен бөтөрөүҙә ҡулланыла.

5. Тән тиреһе яраларын, һытҡы, экзема, башҡа төр тире ауырыуҙарын дауалағанда алмаш­тырғыһыҙ.

6. Халыҡ медицинаһында быуын сирҙәре, артрит, остеохондроз, артрозға ҡаршы файҙаланыла.

7. Бурһыҡ майы нигеҙендә яһалған препараттар ирҙәрҙең простатит, ҡатын-ҡыҙҙың эске ағзаларын дауалағанда ҡулланыла.

8. Оҙаҡ ауырыған кешенең иммун системаһын нығытыуҙа алмаштырғыһыҙ булып тора.

9. Кеше бик ныҡ ябыҡһа, хатта дистрофия хәленә еткәндә лә киң ҡулланыла.

10. Шулай уҡ ангинаны, фарингит, пневмония, туберкулез, ҡурылдай быумаһын дауалағанда файҙаһы ҙур.

Бурһыҡ майы нисек кенә файҙалы булмаһын, бауыр, үт ҡыуығы юлдары, ашҡаҙан аҫты биҙе киҫкен ауыртҡан кешеләргә ҡулланырға ярамай.

Шулай уҡ биш йәшкә тиклемге балаларға бирмәйҙәр.


Бер нисә кәңәш

1. Иммун системаһын нығытыу өсөн махсус төнәтмә яһайҙар. Уны ас килеш, ашар алдынан эсәләр. Төнәтмә эшләү өсөн 100 грамм бал һәм шунса уҡ май, 50 грамм йөҙөм, ҡара емеш, ит турағыста ныҡ итеп ваҡланған 150 грамм грек сәтләүеге алына. Былар барыһы бергә ныҡлап бутала һәм бер нисә сәғәткә ҡараңғы, һалҡынсараҡ урынға ҡуйыла. Бындай төнәтмәне тәүлегенә бер тапҡыр 25 грамлап бер ай эсергә кәрәк, ләкин ҡулланыу ваҡыты айҙан артырға тейеш түгел.

2. Һалҡын тейҙергән саҡта тын алыу ағзалары сирҙәренән яфаланғанда, шулай уҡ иммун системаһын нығытыуҙа махсус “дарыу” яһайҙар. Бының өсөн 150 грамм бал һәм май, какао онтағы алына. Былар барыһы ла ныҡ итеп бутала. Һуңынан аҙ ғына алоэ, прополис һәм һыйыр майы ҡушыла. Аҙаҡ инде 10 миллилитр спирт һалына. Тәүлегенә бер аш ҡалағын өскә бүлеп, ашар алдынан бер-ике сәғәт ҡала ҡабалар. Артынан һыу эсәләр. Йылы һөткә ҡушып эсһәң дә ярай. Тағы шуны әйтергә кәрәк әҙер ҡатнашманы тәнгә һөртһәң дә, яҡшы һөҙөмтә бирә. Бының өсөн уға 250 миллилитр һыу һалалар, һуңынан үҙе менән арҡаны, күкрәкте, аяҡ табандарын ыуалар.

3. Йыш ҡына бурһыҡ майынан тән яраларына, йәрәхәттәргә һөртөр өсөн май яһайҙар. Уның өсөн 100–150 грамм май алына, уға 10–15 тамсы эфир майы һалына. Һуңынан бер нисә тамсы бөтнөк (мята водяная) майы өҫтәһәң дә була. Был ҡатнашманы ванна ҡабул иткәндән йәки йыуынғандан һуң һөртәләр.


Автор: Рәлис УРАҘҒОЛОВ әҙерләне


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Өфөлә Еңеү көнө айҡанлы тантаналы йыйылыш бара

Өфөлә Еңеү көнө айҡанлы тантаналы йыйылыш бара 08.05.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә Еңеү көнө айҡанлы тантаналы йыйылыш бара...

Тотош уҡырға 2

Еңеү көнө алдынан баш ҡалала хәрби техника күргәҙмәһе асылды

Еңеү көнө алдынан баш ҡалала хәрби техника күргәҙмәһе асылды 08.05.2026 // Йәмғиәт

Күргәҙмә 8 һәм 9 майҙа байрам саралары тамамланғансы эшләй....

Тотош уҡырға 3

Өфөнөң Совет майҙанында өсөнсө тапҡыр «Еңеү вальсы» акцияһы үтте

Өфөнөң Совет майҙанында өсөнсө тапҡыр «Еңеү вальсы» акцияһы үтте 08.05.2026 // Йәмғиәт

Өфөнөң Совет майҙанында өсөнсө тапҡыр «Еңеү вальсы» акцияһы үтте...

Тотош уҡырға 2

Аҙна һуңында Ерҙә геомагнит әүҙемлек көсәйә

Аҙна һуңында Ерҙә геомагнит әүҙемлек көсәйә 08.05.2026 // Йәмғиәт

Аҙна һуңында Ерҙә геомагнит әүҙемлек көсәйә...

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда 8 майҙа эш көнө бер сәғәткә ҡыҫҡара

Башҡортостанда 8 майҙа эш көнө бер сәғәткә ҡыҫҡара 08.05.2026 // Йәмғиәт

Байрамдарҙан һуң республика халҡын ҡыҫҡа эш аҙнаһы көтә....

Тотош уҡырға 2

Йырсы Адель Шәйхетдиноваға тәҡдим яһағандар

Йырсы Адель Шәйхетдиноваға тәҡдим яһағандар 07.05.2026 // Йәмғиәт

[isimage=thumb][/isimage]Йырсы Адель Шәйхетдиноваға тәҡдим яһағандар...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанға «Александр Бенуа» теплоходы килде

Башҡортостанға «Александр Бенуа» теплоходы килде 07.05.2026 // Йәмғиәт

Туристар Түбәнге Новгородтан сәйәхәткә сыҡҡан....

Тотош уҡырға 1

Миҙгел башынан республикала 1347 кеше талпандарҙан зыян күргән
Яҡташыбыҙға башҡорт тирмә-музейын асырға ярҙам иткәндәр

Яҡташыбыҙға башҡорт тирмә-музейын асырға ярҙам иткәндәр 07.05.2026 // Йәмғиәт

Яҡташыбыҙға башҡорт тирмә-музейын асырға ярҙам иткәндәр...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда эҫе һауа торошо һаҡлана

Башҡортостанда эҫе һауа торошо һаҡлана 07.05.2026 // Йәмғиәт

Урыны менән ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуыуы һәм йәшен йәшнәүе ихтимал....

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда пилотһыҙ хәүеф режимы иғлан ителде
Өфөгә «Юрий Никулин» теплоходы килде

Өфөгә «Юрий Никулин» теплоходы килде 06.05.2026 // Йәмғиәт

Өфөгә «Юрий Никулин» теплоходы килде...

Тотош уҡырға 1


Комментарий өҫтәргә