Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » “Компенсация урмандары” шаулап үҫерме?
“Компенсация урмандары” шаулап үҫерме?Дәүләт Думаһы Тәбиғәт ресурстары һәм экология министрлығының ҡырҡылған урман үҫентеләренә тиң майҙанда “йәшел ҡалҡан”ды тергеҙеү тураһында Урман кодексына үҙгәрештәр индергән закон ҡабул итте.


Был закон ҡырҡылған, һәләк булған, зыян күргән урмандарҙы тергеҙеүгә, уларҙың файҙалы функ­цияһын һәм биологик төрлөлөгөн, Рәсәйҙең тәбиғәт байлыҡтарын һаҡлауға булышлыҡ итер, тип ниәтләнә депутаттар.
– Беҙ бөтә төр иҡтисад эшмәкәр­лек өсөн урманды тергеҙеү мотлаҡ булырға тейеш тигән ҡағиҙәне урынлаштырҙыҡ. “Урманды ҡайтар­ғыһыҙ юғалтыу” тигән төшөнсә үт­кәндә ҡаласаҡ, – ти Дәүләт Думаһы Рәйесе Вячеслав Володин.
Тәбиғәт ресурстары һәм экология министры Михаил Кобылкин белдереүенсә, инфраструктура проекттары сиктәрендә Рәсәйҙә йыл да урман фондынан яҡынса 145 мең гектарҙа ағас ҡырҡыла, сама менән биш мең гектар ауыл һәм ҡала ерҙәрен киңәйтеүгә күсерелә. Ошоға бәйле, урман фонды 100 мең гектар урманды юғалта. Шуға ла “компенсация урмандары” тураһындағы закон “бер гектар ҡырҡһаң, урынына бер гектар ултырт” тигән ҡағиҙәне индерә. Анығыраҡ әйткәндә, эш алып барған компания алдында ҡырҡылған урман майҙанын ошо уҡ төбәктә тергеҙеү, объектты файҙаланыуға тапшырыу өсөн һаҡлау зонаһын булдырыу бурысы ҡуйыла. Әммә был закон ер аҫты байлыҡтарын геологик тикшергән һәм файҙалы ҡаҙылма ятҡылыҡтарын эшкәрткән, газ, электр линияһы объекттарын файҙаланғандарға ҡағылмай. Граждандарҙың хәүефһеҙлеген тәьмин иткән һаҡлыҡ урындары сигендә һәм барлыҡ иҫәпләнгән эштәрҙе атҡарыу өсөн кәрәкле объекттарҙы файҙаланыу шарттары булдырғандар урман тергеҙеү менән шөғөлләнмәйәсәк.
Бынан тыш, закон урман фондын башҡа төр категорияларға күсергән осраҡта ғына “йәшел ҡалҡан” тергеҙеләсәген күҙ уңында тота. Шулай уҡ урманды ҡырҡҡандан йәки күсергәндән һуң бер йылдан да ҡалмайынса ағас ултыртыу талап ителә. Документҡа ярашлы, тергеҙеү тәбиғи, яһалма йәки ҡат­наш ысул менән алып барыласаҡ.
“Йәшел ҡалҡан”ды тергеҙеү эшен тәьмин итеүҙең айырым тәртибе лә ҡарала. Йәғни бындай осраҡта ағасты тергеҙеү һәм үҫтереү өсөн бирелгән майҙандың торошо (ҡырҡынды, аҡлан, асыҡлыҡ, буш ерҙәр, юл, ауыл-ара һуҡмаҡ, ҡул­ланыу өсөн уңайһыҙ булған һаҙлыҡ, таш һибелмәһе) асыҡланыласаҡ.
Президенттың тәбиғәтте һаҡлау эшмәкәрлеге, экология һәм транспорт һорауҙары буйынса махсус вәкиле Сергей Иванов белдере­үен­сә, ниндәй төрҙәге ағас ҡырҡыл­һа, шундай уҡ төр ултыртылырға тейеш.
– Хәҙер автомобиль, тимер юл, электр тапшырыу линиялары, торба һуҙыусылар, газ линияһы төҙөүселәрҙең барыһы ла эш барышында күпме ағас ҡырҡҡан, шунса үҫенте ултыртырға бурыслы, – ти ул.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостанда легендар «Ғәлиә» мәҙрәсәһенең 120 йыллығы билдәләнәсәк

Башҡортостанда легендар «Ғәлиә» мәҙрәсәһенең 120 йыллығы билдәләнәсәк 18.06.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда легендар «Ғәлиә» мәҙрәсәһенең 120 йыллығы билдәләнәсәк...

Тотош уҡырға 1

Радий Хәбиров баш табиптарға 21 ашығыс медицина ярҙамы автомобиле асҡысын тапшырҙы
Башҡортостанда ҡымыҙ бешеүселәр конкурсы ойошторола

Башҡортостанда ҡымыҙ бешеүселәр конкурсы ойошторола 18.06.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда ҡымыҙ бешеүселәр конкурсы ойошторола...

Тотош уҡырға 1

Республикабыҙ ауылында Хәбировҡа мөрәжәғәт иткәндән һуң юл төҙөкләндерелгән

Республикабыҙ ауылында Хәбировҡа мөрәжәғәт иткәндән һуң юл төҙөкләндерелгән 17.06.2026 // Йәмғиәт

Өфө районы Бурцев ауылының Фестиваль урамында юл тәртипкә килтерелгән, тип хәбәр итә ......

Тотош уҡырға 2

Яҡташыбыҙҙың балаһына 1 миллионға яҡын бурысы йыйылған
V Медиафорумда республика  киң мәғлүмәт сараларының иң яҡшы вәкилдәре бүләкләнде

V Медиафорумда республика киң мәғлүмәт сараларының иң яҡшы вәкилдәре бүләкләнде 17.06.2026 // Йәмғиәт

Бүләкләү тантанаһы Өфөнөң «Торатау» конгресс-холында бишенсе Медиайыйын барышынды уҙҙы....

Тотош уҡырға 7

Башҡортостанда Иҙрисовтар бишенсе тапҡыр атай-әсәй булған
Башҡортостанда йәшенле ямғырҙар көтөлә

Башҡортостанда йәшенле ямғырҙар көтөлә 17.06.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда йәшенле ямғырҙар көтөлә...

Тотош уҡырға 1

Салауат районында милли батырыбыҙҙы хөрмәтләп иҫкә алдылар

Салауат районында милли батырыбыҙҙы хөрмәтләп иҫкә алдылар 16.06.2026 // Йәмғиәт

Салауат районында милли батырыбыҙҙы хөрмәтләп иҫкә алдылар...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда йәштәр символына исем һайлайҙар
Башҡортостан Башлығы журналистарға эштәре өсөн рәхмәт белдерҙе

Башҡортостан Башлығы журналистарға эштәре өсөн рәхмәт белдерҙе 16.06.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы журналистарға эштәре өсөн рәхмәт белдерҙе...

Тотош уҡырға 2

Олег Ли Башҡортостан киң мәғлүмәт сараларының яһалма зиһен менән төп эш принциптарын билдәләне

Олег Ли Башҡортостан киң мәғлүмәт сараларының яһалма зиһен менән төп эш принциптарын билдәләне 16.06.2026 // Йәмғиәт

Журналистар кешеләргә мәғлүмәт киңлегендә йүнәлеш алырға, факттарҙы белергә һәм дөрөҫлөктө ялғандан ......

Тотош уҡырға 2


Комментарий өҫтәргә