Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Баш ҡалалағы берҙән-бер ҡомартҡы
Непейцев дендропаркы баш ҡаланың Шота Руставели менән Адмирал Макаров урамдары араһында урынлашҡан. Был – ябай урман ғына түгел, ә тәбиғәт ҡомарт­ҡыһы, уның үҙенсәлекле тарихы, ҡала тормошонда үҙ урыны бар.  

Паркка XIX быуатта нигеҙ һалынған. Элек ошо урында Өфө дворяны Осип Непейцевтың дачаһы торған. Унан һуң Ырымбур губернаһының халыҡ училищелары директоры Иван Базилев хужа булған. Уның вафатынан һуң милек улына күскән. Ауыл хужалығы белгесе Алексей Иванович Базилев берен­селәрҙән булып Башҡорт­останда емеш-еләк питомнигы ойоштор­ған. Дендропаркта әле лә Алыҫ Көнсығыштан, Азиянан, Төньяҡ Американан килтерелгән, ботаниктар тарафынан ике йөҙ йыл самаһы элек сығарылған үҫемлектәр бар. Ҡасандыр селекционер-ғалимдар “америка” һәм “амур” винограды, “маньчжурия” сәтләүеге, “веймут” ҡарағайы, ҡыҙыл имән, башҡа ағас һәм ҡыуаҡтар ултыртҡан.
1923 – 1924 йылдарҙа дендропарк өсөн Өфө урман хужалығы техникумы яуап биргән. Утыҙынсы йылдарҙа ул Башҡорт урман-тәжрибә станцияһы ҡарамағына күскән. Оҙаҡ ваҡыт Башҡорт дәүләт университеты һәм Башҡортостан ауыл хужалығы институты, техникум һәм мәктәптәр өсөн уҡытыу-тәжрибә базаһы булып хеҙмәт иткән. Шул осорҙағы ғилми эштәрҙән күренеүенсә, бында йөҙҙән ашыу төр үҫемлек һаналған. 
1965 йылда БАССР-ҙың Министр­ҙар Советы ҡарары менән дендропарк тәбиғәт ҡомартҡыһы тип иғлан ителгән. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, 90-сы йылдар башынан уға бөтөнләй ҡул һелтәгәндәр. Әле иһә паркты аяныслы хәленән сығарыу өсөн бөтөн ведомстволар ҙур тырышлыҡ һала. Башҡараһы эш байтаҡ, шул уҡ ваҡытта атҡарылғаны ла бихисап.
Бынан бер нисә йыл элек парктың алтаҡталарын үҫемлектәр баҫып бөткәйне, ҡасандыр күркәм баҡса булған урын ҡараң­ғыланып, сүп-сарға тулғайны. Ҡоро­ған ағастарҙы ла йыйыусы булманы. Урман араһында асоциаль кешеләрҙең әле бер, әле икенсе урында ут яғып, кәйеф-сафа ҡороуы ла паркты шик-шөбһәле урынға әүерелдерә ине.
Әле иһә хәл ярайһы үҙгәргән. Парктарҙы төҙөкләндереү програм­маһына ярашлы, унда асфальт юл һалынған, иҫке ағастар киҫелгән, ултырғыстар ҡуйылған. Бында спорт менән шөғөлләнергә сығыусылар, балалары менән уйнарға килеүселәр, саф һауа һулаусы өлкән йәштәгеләр ҙә бихисап. 
Йылына ике тапҡыр – яҙ һәм көҙ – төрлө йәмәғәт ойошмалары хеҙмәткәрҙәре паркты таҙартырға сыға. Ошо көндәрҙә дендропаркты йәнә йыйыштырыу өсөн ике йөҙгә яҡын кеше йыйылды, сараны Башҡортостандың Тәбиғәт­тән файҙаланыу һәм экология ми­нистр­лығы ойошторҙо.
– Непейцев дендропаркы – Өфө­ләге берҙән-бер тәбиғәт ҡомартҡыһы, айырыуса һаҡланыусы тәбиғәт биләмәһе, – тине Башҡортостандың тәбиғәт­тән файҙаланыу һәм экология ми­нистры Илдар Һаҙыев. – Өмә беҙҙең өсөн күптән йолаға әүерелгән. Йыл һайын бер нисә тапҡыр хеҙмәт­тәштәр менән паркты таҙартырға сығабыҙ, уның ыңғай яҡҡа үҙгәреүен күҙәтәбеҙ. Был уникаль урынды киләсәк быуындар өсөн һаҡларға кәрәк. Экологик сарала етәкселәр ҙә, парктың хеҙмәткәрҙәре лә юҡ – барыбыҙ ҙа тыуған ҡалабыҙҙы яратҡан, уны яҡшыраҡ итеү өсөн үҙ өлөшөн индергән кешеләр.
Өмәлә ҡатнашыусылар бер нисә сәғәт эсендә сүп-сарҙы ике КаМАЗға тейәне. Шулай уҡ паркта кемдеңдер битарафлығы һәм мәғәнәһеҙлеге менән килеп эләккән терегөмөшлө лампалар ҙа табылды. Хәүефле табышты “Экобокс” компанияһының махсус машинаһына алып барҙылар. Әйткәндәй, улар сарала әүҙем ҡатнашты. Тирә-йүндәге йорттарҙа йәшәүселәр ҙә өмәнән ситтә ҡалманы, йорт-гараждары тирәһендәге сүп-сарҙы йыйҙы.


Автор: Л. АЙҘАРОВА.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Салауат районында милли батырыбыҙҙы хөрмәтләп иҫкә алдылар

Салауат районында милли батырыбыҙҙы хөрмәтләп иҫкә алдылар 16.06.2026 // Йәмғиәт

Салауат районында милли батырыбыҙҙы хөрмәтләп иҫкә алдылар...

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда йәштәр символына исем һайлайҙар
Башҡортостан Башлығы журналистарға эштәре өсөн рәхмәт белдерҙе

Башҡортостан Башлығы журналистарға эштәре өсөн рәхмәт белдерҙе 16.06.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы журналистарға эштәре өсөн рәхмәт белдерҙе...

Тотош уҡырға 1

Олег Ли Башҡортостан киң мәғлүмәт сараларының яһалма зиһен менән төп эш принциптарын билдәләне

Олег Ли Башҡортостан киң мәғлүмәт сараларының яһалма зиһен менән төп эш принциптарын билдәләне 16.06.2026 // Йәмғиәт

Журналистар кешеләргә мәғлүмәт киңлегендә йүнәлеш алырға, факттарҙы белергә һәм дөрөҫлөктө ялғандан ......

Тотош уҡырға 1

«Башинформ» агентлығының әҙәби мөхәррире Алик Шакиров - «Ғорурланыу өсөн сәбәп бар» проекты геройы

«Башинформ» агентлығының әҙәби мөхәррире Алик Шакиров - «Ғорурланыу өсөн сәбәп бар» проекты геройы 16.06.2026 // Йәмғиәт

«Башинформ» агентлығының әҙәби мөхәррире Алик Шакиров - «Ғорурланыу өсөн сәбәп бар» проекты геройы...

Тотош уҡырға 0

Республикала ишле ғаилә дүртенсе балаһының тәүге документын алды

Республикала ишле ғаилә дүртенсе балаһының тәүге документын алды 15.06.2026 // Йәмғиәт

Республикала ишле ғаилә дүртенсе балаһының тәүге документын алды...

Тотош уҡырға 1

Башҡортостан туризм буйынса федераль рейтингта 13-сө урынға күтәрелде
Республика Башлығы журналистарҙы һөнәри байрамы менән ҡотланы

Республика Башлығы журналистарҙы һөнәри байрамы менән ҡотланы 15.06.2026 // Йәмғиәт

Республика Башлығы журналистарҙы һөнәри байрамы менән ҡотланы...

Тотош уҡырға 2

Өфө сәйәхәтселәре мәмерйәлә мамонт тешен тапҡан

Өфө сәйәхәтселәре мәмерйәлә мамонт тешен тапҡан 15.06.2026 // Йәмғиәт

Өфө сәйәхәтселәре мәмерйәлә мамонт тешен тапҡан...

Тотош уҡырға 0

«Башинформ» агентлығы – Башҡортостандың иң күп өҙөмтә килтерелә торған мәғлүмәт сараһы

«Башинформ» агентлығы – Башҡортостандың иң күп өҙөмтә килтерелә торған мәғлүмәт сараһы 15.06.2026 // Йәмғиәт

«Медиалогия» компанияһы 2026 йылдың I кварталы өсөн Башҡортостан медиаресурстары рейтингын ......

Тотош уҡырға 1

Өфөнән Истанбулға рейстар асыла

Өфөнән Истанбулға рейстар асыла 15.06.2026 // Йәмғиәт

Өфөнән Истанбулға рейстар асыла...

Тотош уҡырға 0

11 июндә республикала ҡыҫҡа эш көнө көтөлә

Комментарий өҫтәргә