Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Һаҡмар ҙа таҙара... Намыҫ та...
Һаҡмар ҙа таҙара... Намыҫ та...Йырҙарҙа йырланған, легендаларҙа данланған, бормаланып аҡҡан Һаҡмар йылғаһы Әбйәлил районының Әхмәт ауылынан башланып, Баймаҡ, Йылайыр, Хәйбулла райондары һәм Ырымбур өлкәһе аша аға. Үҙ юлында йөҙҙәрсә ауылды туйындыра, тирә-яҡҡа матурлыҡ тарата, шифалы һыуы менән халыҡты имләй. Көньяҡ Уралдағы иң йәмле йылғаларҙың береһе булған Һаҡмар буйында йәшәүселәр үҙҙәренең тап ошо йылғаны һыулауҙары менән ғорурлана. Һаҡмар буйының матурлығын уның янында үҫкән бөҙрә ҡайындар, илаҡ талдар, мәғрур ҡарағайҙар арттырып ебәрһә, икенсе яҡтан, мул һыулы йылғала һыу өҫтөн тулҡынландырып йөрөгән сабаҡты ла, шырт ҡанатлы алабуғаны ла, ҡапыл ҡарпып, уҡтай елдергән суртанды ғына түгел, батшалар өҫтәлен биҙәр бәрҙе менән бағырҙы ла осратырға мөмкин. Яр буйындағы муйыл, балан емештәрен күпме быуын тәмләп, йылғаның саф һыуында ҡойоноп, рәхәтләнеп һыу инеп үҫкән. Әммә... Үкенескә ҡаршы, был матурлыҡ йылдан-йыл күҙгә күренеп юғала, мул һыулы һаҡмар йылғаһы ҡороуға табан бара.
Быйыл Рәсәйҙә – Экология, ә республика­быҙҙа Экология һәм айырыуса һаҡланған тәбиғәт биләмәләре йылы тип иғлан ителгәс, “Атайсал” төбәк гәзите редакцияһы тарафынан гәзит уҡыусылар араһында “Йәнтөйәкте йәмләп йәшәйек!” исемле конкурс иғлан ителгәйне. Баймаҡ районының Сыңғыҙ ауылында йәшәүсе хеҙмәт ветераны Фәйзрахман Усманов Һаҡмар буйында урынлашҡан һәр ауыл биләмәһенә йылға буйын таҙартыуҙы тәҡдим иткән. Гәзит уҡыусыһының был фекере “Атайсал” мөхәрририәте тарафынан хуплау тапҡан һәм уны тормошҡа ашырыу маҡса­тында акция ойошторолған. “Таҙа Һаҡмар” күсмә акцияһына Урал аръяғы башҡорттары ҡоролтайы, Башҡортостан Республикаһының Тәбиғәтте файҙаланыу һәм экология министрлығының Сибай төбәк комитеты ҡушылып, эстафета иғлан ителгән.
Тәүгеләрҙән булып акцияны әбйәлилдәр элеп алған. Һаҡмарбаш (Әхмәт ауылы элек шулай аталған) ауылы халҡы йылғаның ярын таҙартып ҡына ҡалмаған, уның ҡушылдыҡ­тарын да тәртипкә килтергән. Әйткәндәй, Һаҡмар йылғаһы Әбйәлил районында Ҡырҙас ауыл биләмәһе аша үтеп, барлығы биш ҡушылдыҡты үҙенә ала.
...Майҙың һалҡынса бер көнө. Күк йөҙө бер аҙ болоҡһоуланып, ямғыр тамсылары төшөүенә ҡарамаҫтан, Әбйәлил сигендә тирмә ҡоролған, һыбайлылар күренә, йыр-моң тантана итә... Тап ошо күркәм урында әбйәлилдәр “Таҙа Һаҡмар” күсмә акцияһы эстафетаһын ут күршеләре – баймаҡтарға тапшырҙы. Әбйәлил районы сәсәниәһе Мәүҙиға Баймө­хәмәтованың йөрәктәргә үтеп инерлек, күңел һыҡтауы менән яҙылған ҡобайыры бер кемде лә битараф ҡалдырманы. Эсәр һыуыбыҙға мәҙхиә, Һаҡмарыбыҙҙың бөгөнгө хәленә ҡарата әрнеү һүҙҙәре менән һуғарылған сәсәниәнең һүҙҙәре барыһына ла оран булып яңғырағандай тойолдо. Артабан һүҙҙе Әбйәлил районы хакимиәте башлығы Рим Сыңғыҙов алды.
– Мин үҙем дә Һаҡмар буйында тыуып-үҫтем. Шунлыҡтан был акцияның ни тиклем кәрәкле һәм ваҡытлы булыуын яҡшы аңлайым. “Атайсал” гәзитенең башланғысын шунда уҡ күтәреп алдыҡ. Йылғаның яҙмышы тәүге сиратта Һаҡмар башында йәшәүселәргә бәйле икәнлеген әбйәлилдәр яҡшы аңлай. Әгәр беҙ битараф ҡалып, һыу буйын сүплеккә әйләндерһәк, инеш башын таҙартып тормаһаҡ, ҙур йылғаға хәүеф янар ине. Баймаҡтарға эш еңелдән булмаясаҡ, сөнки бында Һаҡмар ун ауыл Советы биләмәһе, илленән ашыу ауыл янынан үтә. Шуға күрә ут күршеләребеҙгә уңыштар теләйбеҙ, – тине.
Артабан эстафетаның вымпел рәүешендә йөрөйәсәк символы – акция исеме һәм девизы яҙылған таш һәм өмәлә башҡарыла торған эштәрҙе теркәп барыу өсөн булдырылған махсус альбом Баймаҡ районы хакимиәте башлығы Илшат Ситдыҡовҡа тапшырылды. Ҡырҙас ауылында йәшәүсе яҙыусы Иҙрис Ноғоманов, үҙенең “Һаҡмарбаш” китабын Илшат Хәмит улына бүләк итеп, йылға-күлдәребеҙ был акция сиктәрендә генә таҙартылмаһын, Һаҡмар буйында йәшәүселәр генә сараға үҙ өлөшөн индермәһен, ә тотош халыҡ тәбиғәткә ҡарата һаҡсыл ҡарашта булһын, йәштәребеҙ, киләсәк быуын үҙебеҙ йәшәгән донъяны таҙа тоторға өйрәнһен ине, тип тирә-яғыбыҙҙы бысратмаҫҡа, тәбиғәтте һаҡларға өндәне.
Илшат Ситдыҡов үҙ сығышында Һаҡмарҙы артабан һаҡлап ҡалыу маҡсатында ағас ултыртыу теләген белдерҙе һәм, баймаҡтар һынатмаҫ, Һаҡмарыбыҙҙың таҙа, мул һыулы булыуына үҙ өлөшөн индерер, тине.
Шулай уҡ сарала Йылайыр һәм Хәйбулла райондары вәкилдәре лә ҡатнашты, эстафетасылар ағас ултыртты. Шулай итеп, күсмә акция Баймаҡ районының Билал ауыл биләмәһенә тапшырылды.
Һаҡмар ҙа таҙара... Намыҫ та...Билдәле булыуынса, Һаҡмар йылғаһы күп кенә яҙыусыларға илһам биргән, уның хаҡында төрлө әҫәрҙәр ижад ителгән. Шундайҙарҙың береһе – Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәшит Ниғмәти үҙенең үлемһеҙ “Һаҡмар ҡыҙы” исемле поэмаһын тап ошо төбәктә яҙған. Билал ауылы халҡы ла акцияға дәррәү ҡушылып, тиҙ арала йылғаның тирә-яғын таҙартып, экологик өмә үткәрҙе. Билал ауыл биләмәһе башлығы Мәжит Заманов етәкселегендәге делегация ағзалары ошо көндәрҙә “Таҙа Һаҡмар”ҙың күсмә вымпелын темәстәргә тапшырҙы.
Шулай итеп, “Таҙа Һаҡмар” сәйәхәткә сыҡты. Ул үҙ юлында осраған сүп-сарҙан ары­насаҡ, йырындарын нығы­тасаҡ, ҡушылдыҡтарын киңәй­тәсәк, иң мөһиме – уның артабан да ярһып һәм мул һыулап ағыуына ниндәйҙер кимәлдә кеше­лек­тән ярҙам бу­ласаҡ. Үҙ сиратында, йырҙарҙа йыр­ланған Һаҡмар ҙа изгелеккә изгелек, яҡшылыҡҡа яҡшылыҡ менән яуап бирер, мул һыуы менән тыуған еребеҙҙе туҡландырыр, мәңге бормаланып ағыр ҙа ағыр әле.
Әйткәндәй, күсмә акция артабан Баймаҡ районының Ҡолсора, Бикеш, Таулыҡай, Беренсе Этҡол, Ярат, Йомаш, Әбделкәрим ауыл хакимиәттәренә тапшырылып, артабан Йылайыр районының Юлдыбай, Матрай, Үрге Ғәле, Һабыр ауылы хакимиәттәрендә дауам ителәсәк. Йылайырҙар эстафетаны Хәйбулла районының Ивановка, Атингән, Аҡъюл, Әбеш ауыл биләмәләренә бирәсәк. Һуңғылары Ырымбур өлкәһенә тапшырасаҡ. Шул рәүешле төбәгебеҙҙе йәмләп аҡҡан Һаҡмар йылғаһы таҙарыр, яр буйҙары матурланыр, һыу өҫтөндә балыҡтар ҡайтанан уйнар, муйыл, балан ағастары тәлгәшләнер, Һаҡмарҙы данлаған яңы йырҙар, шиғырҙар яҙылыр тигән ышаныста ҡалайыҡ. Һәммәбеҙ ҙә акцияға дәррәү ҡушылайыҡ, Һаҡмарыбыҙҙы һаҡлайыҡ, дуҫтар!

Вил ИЛҺАМОВ, Әбйәлил районы башҡорттары ҡоролтайы рәйесе:
– “Таҙа Һаҡмар” акцияһын әбйәлилдәр дәррәү күтәреп алды. Беҙҙә шулай уҡ Кесе һәм Оло Ҡыҙыл йылғалары аға, районда “Тере һыу” исемле акцияға старт бирелде, уның сиктәрендә Ҡыҙыл йылғаһын һәм уның ҡушылдыҡтарын таҙартыу ҡаралған. Шулай уҡ районда барлығы 33 күл иҫәпләнә, улар ҙа ситтә ҡалмаясаҡ.
Ирек БИКМӘТОВ, Сибай ҡала башҡорттары ҡоролтайы рәйесе:
– Акция сиктәрендә дүрт махсус бүләк ҡаралған. Сарала ҡатнашҡан “Иң яҡшы биләмә”, “Иң яҡшы ауыл”, “Иң яҡшы ғаилә” кеүек номинациялар булдырылған.
Хәйҙәр ТАПАҠОВ, “Атайсал” гәзите мөхәррире:
– Шуныһы ҡыуаныслы: беҙ башлаған акция көндән-көн халыҡ араһында киң тарала бара, уны барыһы ла күтәреп алды, мөһимлеген аңланы. Бөгөн ул район-ара ғына түгел, хатта төбәк кимәленә сығасаҡ. Бигерәк тә киләсәк быуын өсөн уның әһәмиәте баһалап бөткөһөҙ ҙур.


Автор: Кәримә УСМАНОВА. Район: Әбйәлил – Баймаҡ райондары.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Өфө блогеры һәм альпинист Рөстәм Нәбиев Эвересты яуланы

Өфө блогеры һәм альпинист Рөстәм Нәбиев Эвересты яуланы 21.05.2026 // Йәмғиәт

Яҡташыбыҙ донъяның иң бейек түбәһенә флаг ҡаҙаған һәм «ҡолағандан һуң тормош бөтә тип уйлағандар ......

Тотош уҡырға 2

«Шүлгәнташ» музейы Лихачев исемендәге Милли премияға лайыҡ булды

«Шүлгәнташ» музейы Лихачев исемендәге Милли премияға лайыҡ булды 21.05.2026 // Йәмғиәт

«Шүлгәнташ» «Милли ҡаҙаныш» номинацияһында еңеү яуланы....

Тотош уҡырға 2

Өфөлә һәм Стәрлетамаҡта ҡайҙа ҡорбан салырға

Өфөлә һәм Стәрлетамаҡта ҡайҙа ҡорбан салырға 21.05.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә һәм Стәрлетамаҡта ҡайҙа ҡорбан салырға...

Тотош уҡырға 3

Баш ҡалала Ағиҙел йылғаһы күперендә хәрәкәт ваҡытлыса сикләнә

Баш ҡалала Ағиҙел йылғаһы күперендә хәрәкәт ваҡытлыса сикләнә 21.05.2026 // Йәмғиәт

Баш ҡалала Ағиҙел йылғаһы күперендә хәрәкәт ваҡытлыса сикләнә...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостан торлаҡ-коммуналь хужалыҡты яңыртыу темптары буйынса лидерҙар иҫәбенә инде

Башҡортостан торлаҡ-коммуналь хужалыҡты яңыртыу темптары буйынса лидерҙар иҫәбенә инде 21.05.2026 // Йәмғиәт

Төбәктә 2022 йылдан алып 269 километр инженер селтәрҙәре файҙаланыуға тапшырылған....

Тотош уҡырға 2

Баймаҡта Байсыуаҡовтар ғаиләһендә һигеҙенсе сабый тыуған

Баймаҡта Байсыуаҡовтар ғаиләһендә һигеҙенсе сабый тыуған 21.05.2026 // Йәмғиәт

Баймаҡта Байсыуаҡовтар ғаиләһендә һигеҙенсе сабый тыуған...

Тотош уҡырға 2

Май аҙағында һәм июнь башында Башҡортостанға ямғырҙар килә

Май аҙағында һәм июнь башында Башҡортостанға ямғырҙар килә 21.05.2026 // Йәмғиәт

Гисметео мәғлүмәттәренә ярашлы, май аҙағында һәм июнь башында Башҡортостанда тотороҡһоҙ һауа торошо ......

Тотош уҡырға 1

Башҡорт йырсыһы Сабина Кучаева атаһының һуңғы концерты хаҡында һөйләне

Башҡорт йырсыһы Сабина Кучаева атаһының һуңғы концерты хаҡында һөйләне 20.05.2026 // Йәмғиәт

Башҡорт йырсыһы Сабина Кучаева атаһының һуңғы концерты хаҡында һөйләне...

Тотош уҡырға 2

Өфөнән Вьетнамға тура рейстар асыла

Өфөнән Вьетнамға тура рейстар асыла 20.05.2026 // Йәмғиәт

Өфөнән Вьетнамға тура рейстар асыла...

Тотош уҡырға 2

«Башинформ» Башҡортостандың Спорт министрлығынан рәхмәт хаты алды

«Башинформ» Башҡортостандың Спорт министрлығынан рәхмәт хаты алды 20.05.2026 // Йәмғиәт

«Башинформ» Башҡортостандың Спорт министрлығынан рәхмәт хаты алды...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостандың көнбайыш райондарында ғәҙәттән тыш янғын хәүефе фаразлана

Башҡортостандың көнбайыш райондарында ғәҙәттән тыш янғын хәүефе фаразлана 20.05.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың көнбайыш райондарында ғәҙәттән тыш янғын хәүефе фаразлана...

Тотош уҡырға 3

Республикала дүртенсе «Китап байрамы»ның төп үҙенсәлеге билдәле булды

Республикала дүртенсе «Китап байрамы»ның төп үҙенсәлеге билдәле булды 19.05.2026 // Йәмғиәт

IV «Китап байрамы» халыҡ-ара китап йәрминкәһе йәнә әҙәбиәт һөйөүселәрҙе, нәшерселәрҙе һәм ......

Тотош уҡырға 2


Комментарий өҫтәргә