Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ҡомалаҡ икмәге — табын күрке
Ҡомалаҡ икмәге — табын күркеХуш еҫен таратып, яңы ғына мейестән сыҡҡан, күпереп бешкән ҡомалаҡ икмәге күптәрегеҙҙең хәтерендәлер әле. Танауҙарҙы ҡытыҡлаған, ирендәрҙе тамшандырған, күңелдәрҙә бала саҡтың иң яҡты иҫтәлеге булып ҡалған ауыл икмәге. Ҡәҙерле кешебеҙ –— әсәйебеҙ бешергән иң татлы ризыҡтарҙың береһе — ҡомалаҡ икмәге.

Тәме телеңде йоторлоҡ, сифаты юғары, берәгәйле, хуш еҫле ауыл әпәкәйе. Ауыл икмәге, тим, сөнки ҡомалаҡтан баш яһап эшләнгән икмәкте һәр саҡ өй мейесендә генә осратырға мөмкин ине. Шуныһы ҡыуаныслы: бөгөн ҡомалаҡ икмәген Йылайыр районының Матрай ауылында урынлашҡан шәхси эшҡыуар Әлиә Кәримованың икмәкханаһында ла һатып алырға мөмкин.
Йәш эшҡыуар оҙаҡ уйлап тормай, Матрай ауыл Советы янындағы бинаны ҡуртымға алып, шәхси икмәкхана асып ебәрә. Тиҙ арала икмәк бешереү шкафы, Ҡомалаҡ икмәге — табын күркеҡамыр баҫыу станогы, башҡа ҡорамал һатып ала. Өс кешегә эш урыны булдырып, көнөнә 500-ҙән ашыу икмәк бешерәләр. Бөгөн уның ниндәй генә төрө юҡ! Ағы ла, ҡараһы ла, булкаһы ла, ҡаласы ла тигәндәй. Шуға күрә үҙ клиенттарыңды булдырыу мотлаҡ тигән ҡарарға килеп, йәш эшҡыуар икмәк бешереүҙең онотола барған төрөн — ҡомалаҡтан сүпрә яһауҙы яйға һала. Уның был теләген ата-әсәһе, туғандары, хеҙмәттәштәре лә хуплағас, Әлиә Кәримова ҡомалаҡтан әсетке яһап, тәүге “әпәй”ҙәрен һала. Бер аҙ ҡурҡа ла. Үтерме-юҡмы тигән икеләнеүҙәр артта ҡала — ҡаласты халыҡ яратып һатып ала. Бөгөн бөтә ризыҡ юғары сортлы ондан бешерелә. Икмәктең тиҙ иҫкермәүе, тәмле, татлы булыуы менән башҡаларынан айырылып тора ул. Шуға күрә һораусылар ҙа күп, хатта күрше ауылдарҙан да килеп алалар. Зинфира Кәримова, Римма Ҡомалаҡ икмәге — табын күркеБайбаҡтина һәм Мәүлиҙә Сараеваларҙың етеҙ ҡулынан үткән икмәк эҫеләй генә Матрай ауылындағы балалар баҡсаһына, урта мәктәп ашханаларына оҙатыла. Күрше ауылдарҙағы мәктәптәр ҙә, хатта “Юбилей” ятҡылығында эшләүселәргә лә Матрай икмәге таратыла.
Шулай уҡ төрлө эслек һалып, бәлеш, ҡалас та бешерә ауыл уңғандары. Туй, юбилей байрамдарына ла махсус заказдар ҡабул ителә. Тимәк, көндән-көн уларҙың икмәгенә һорау арта. Баҙар шарттарында юғалып ҡалмаҫ өсөн, артабан да ҡомалаҡ икмәген күрше ҡала-райондарға сығарыу уйы менән яна йәш эшҡыуар. Киләсәктә икмәкхананы ҙурайтыу, тағы ла эш урындары булдырыу, күберәк ошондай икмәк бешереү, яңы төрҙәрен өҫтәү теләге менән йәшәй ул. Хәйер, көҙөн йыйған ҡомалаҡты һаҡлау өсөн дә тейешле урындың булыуы мотлаҡ. Башҡараһы эше күп, пландары ҙур, хыялдары изге йәш йүнселдең. Һәр йорттоң табын йәменә әүерелгән тәмле икмәгенә һорау бар икән, тимәк, киләсәктә лә Әлиә Кәримованың матур ғәмәленең уң булыуына шик юҡ.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк

Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк 30.03.2019 // Иҡтисад

Хәҙер магазин кәштәләре һөт ризыҡтарынан һығылып тора. Ниндәйе генә юҡ уларҙың: ситтән...

Тотош уҡырға 1 332

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә...

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә... 29.03.2019 // Иҡтисад

Шишмә районы хакимиәтендә “Инвестиция сәғәте” тәртибендә эшҡыуарҙар менән осрашыу булды. Унда ике...

Тотош уҡырға 1 387

Һабантуйға килегеҙ!

Һабантуйға килегеҙ! 29.03.2019 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров 14 – 15 июндә “Урал аръяғы-2019”...

Тотош уҡырға 1 270

Көмөш йөҙөк – ҡул күрке, оҫта – донъя тотҡаһы
"Файҙаһы ҙур буласаҡ"

"Файҙаһы ҙур буласаҡ" 28.03.2019 // Иҡтисад

Был сараның файҙаһы, һис шикһеҙ, ҙур буласаҡ. Шундай фекергә килде тәүге “Инвестиция сәғәте”ндә үк...

Тотош уҡырға 1 342

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна?

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна? 28.03.2019 // Иҡтисад

Баҡалы районында үткән “Инвестиция сәғәте”ндә ауыл хужалығына бәйле проекттар ҡаралды....

Тотош уҡырға 1 293

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе 28.03.2019 // Иҡтисад

Йылайырҙа ла “Инвестиция сәғәте” үтте. Унда район хакимиәте башлығы Илгиз Фәтҡуллин, Эшҡыуарлыҡ һәм...

Тотош уҡырға 1 364

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ 28.03.2019 // Иҡтисад

Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнгәндәр, үҙ кәсебенә яңы тотонғандар, ситтән килгән...

Тотош уҡырға 1 365

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Учалы районы хакимиәтендә муниципаль "Инвестиция сәғәте" үтте....

Тотош уҡырға 1 336

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте”

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте” 28.03.2019 // Иҡтисад

Билдәле булыуынса, республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ҡала һәм район...

Тотош уҡырға 1 326

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Кушнаренкола өсөнсө тапҡыр “Инвестиция сәғәте” ултырышы үтте....

Тотош уҡырға 1 265

Ауыл ҡатынының тормошон ауырлаштыралар

Ауыл ҡатынының тормошон ауырлаштыралар 27.03.2019 // Иҡтисад

Ауыл ерендә эшләгән ҡатын-ҡыҙҙы бигүк күңелле булмаған үҙгәрештәр көтә. Рәсәйҙең Хеҙмәт һәм социаль...

Тотош уҡырға 1 503