Хуш еҫен таратып, яңы ғына мейестән сыҡҡан, күпереп бешкән ҡомалаҡ икмәге күптәрегеҙҙең хәтерендәлер әле. Танауҙарҙы ҡытыҡлаған, ирендәрҙе тамшандырған, күңелдәрҙә бала саҡтың иң яҡты иҫтәлеге булып ҡалған ауыл икмәге. Ҡәҙерле кешебеҙ –— әсәйебеҙ бешергән иң татлы ризыҡтарҙың береһе — ҡомалаҡ икмәге.
Тәме телеңде йоторлоҡ, сифаты юғары, берәгәйле, хуш еҫле ауыл әпәкәйе. Ауыл икмәге, тим, сөнки ҡомалаҡтан баш яһап эшләнгән икмәкте һәр саҡ өй мейесендә генә осратырға мөмкин ине. Шуныһы ҡыуаныслы: бөгөн ҡомалаҡ икмәген Йылайыр районының Матрай ауылында урынлашҡан шәхси эшҡыуар Әлиә Кәримованың икмәкханаһында ла һатып алырға мөмкин.
Йәш эшҡыуар оҙаҡ уйлап тормай, Матрай ауыл Советы янындағы бинаны ҡуртымға алып, шәхси икмәкхана асып ебәрә. Тиҙ арала икмәк бешереү шкафы,
ҡамыр баҫыу станогы, башҡа ҡорамал һатып ала. Өс кешегә эш урыны булдырып, көнөнә 500-ҙән ашыу икмәк бешерәләр. Бөгөн уның ниндәй генә төрө юҡ! Ағы ла, ҡараһы ла, булкаһы ла, ҡаласы ла тигәндәй. Шуға күрә үҙ клиенттарыңды булдырыу мотлаҡ тигән ҡарарға килеп, йәш эшҡыуар икмәк бешереүҙең онотола барған төрөн — ҡомалаҡтан сүпрә яһауҙы яйға һала. Уның был теләген ата-әсәһе, туғандары, хеҙмәттәштәре лә хуплағас, Әлиә Кәримова ҡомалаҡтан әсетке яһап, тәүге “әпәй”ҙәрен һала. Бер аҙ ҡурҡа ла. Үтерме-юҡмы тигән икеләнеүҙәр артта ҡала — ҡаласты халыҡ яратып һатып ала. Бөгөн бөтә ризыҡ юғары сортлы ондан бешерелә. Икмәктең тиҙ иҫкермәүе, тәмле, татлы булыуы менән башҡаларынан айырылып тора ул. Шуға күрә һораусылар ҙа күп, хатта күрше ауылдарҙан да килеп алалар. Зинфира Кәримова, Римма
Байбаҡтина һәм Мәүлиҙә Сараеваларҙың етеҙ ҡулынан үткән икмәк эҫеләй генә Матрай ауылындағы балалар баҡсаһына, урта мәктәп ашханаларына оҙатыла. Күрше ауылдарҙағы мәктәптәр ҙә, хатта “Юбилей” ятҡылығында эшләүселәргә лә Матрай икмәге таратыла.
Шулай уҡ төрлө эслек һалып, бәлеш, ҡалас та бешерә ауыл уңғандары. Туй, юбилей байрамдарына ла махсус заказдар ҡабул ителә. Тимәк, көндән-көн уларҙың икмәгенә һорау арта. Баҙар шарттарында юғалып ҡалмаҫ өсөн, артабан да ҡомалаҡ икмәген күрше ҡала-райондарға сығарыу уйы менән яна йәш эшҡыуар. Киләсәктә икмәкхананы ҙурайтыу, тағы ла эш урындары булдырыу, күберәк ошондай икмәк бешереү, яңы төрҙәрен өҫтәү теләге менән йәшәй ул. Хәйер, көҙөн йыйған ҡомалаҡты һаҡлау өсөн дә тейешле урындың булыуы мотлаҡ. Башҡараһы эше күп, пландары ҙур, хыялдары изге йәш йүнселдең. Һәр йорттоң табын йәменә әүерелгән тәмле икмәгенә һорау бар икән, тимәк, киләсәктә лә Әлиә Кәримованың матур ғәмәленең уң булыуына шик юҡ.