Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Хуш еҫле ҡалас тәме

Хәйбулла районында ун беренсе икмәкхана асылды.

Өҫтәлдәргә ниндәй генә ризыҡ ҡуйылмаһын, икмәк булмаһа, табыныбыҙ тулы һәм йәмле түгел. Бигерәк тә хуш еҫен таратып, яңы ғына мейестән сыҡҡан күпереп бешкән әпәкәйҙе ҡулға алыу менән, уны умырып тешләп ашағы килә. Был ҡалас игенсенең хәләл көсө менән, көн-төн йоҡламай үҫтергән игендән, тирмәндә тарттырылған ондан бешерелгән. Тап ошондай икмәкте һәр көн тиерлек үҙ өҫтәлдәренә ҡуйыу мөмкинлеге алған Хәйбулла халҡы.

Күптән түгел Воздвиженка ауылында районда ун беренсе икмәкхана эшләй башланы. Эшҡыуар Ләйсән Лоскуто­ваның тырышлығы менән асылған цех заманса ҡорамал менән йыһазланды­рылған. Яныңда ғына магазиндың булыуы әҙер продукцияны һатыу өсөн бик уңайлы. Икмәкхана хеҙмәткәрҙәре күпереп бешкән йылы әпәкәйҙән тыш, ҡалас, төрлө бәлеш, эремсекле бәрәмәс­тәр, заказ буйынса торттар һатыуға сығара.

— Бешергән икмәк продукцияһын күрше Подольск ауылына, район үҙәгендәге магазиндарға оҙатабыҙ. Әле бер кешене эш урыны менән тәьмин иттек, киләсәктә ҡамыр ризыҡтары етештереүҙе киңәйтергә, ассортиментты байытырға теләк ҙур. Бәлештәрҙе күберәк һорау буйынса әҙерләйбеҙ, бигерәк тә туй мәжлесе, байрам-аяттарға халыҡ күпләп заказ бирә, — ти Ләйсән Таһир ҡыҙы.


Магазин кәштәләрендә төрлө илдәрҙән һәм төрлө ерҙә етештерелгән ризыҡтан кәштәләр һығылғанда, сифатлы ризыҡ һатыу — бөгөн иң табышлы тармаҡ­тарҙың береһе. Нисек кенә булмаһын, һатып алыусы экологик яҡтан таҙа, сифатлы, бигерәк тә үҙ ерендә етештерел­гән ризыҡҡа өҫтөнлөк биреүсән. Шуға ла ире — фермер Сергей Лоскутовтың йәнтөйәктә үҫтергән игененән бешерел­гән йылы һәм сифатлы ҡаластар тиҙ генә һатылып та бөтә. Эшҡыуар Ләйсән Таһир ҡыҙы артабан да ауылдаштарын һәм район халҡын ҡабарып бешкән әпәкәйҙәре менән һөйөндөрөр әле.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк

Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк 30.03.2019 // Эшҡыуар

Хәҙер магазин кәштәләре һөт ризыҡтарынан һығылып тора. Ниндәйе генә юҡ уларҙың: ситтән...

Тотош уҡырға 140

Көмөш йөҙөк – ҡул күрке, оҫта – донъя тотҡаһы
Беҙ һыната торғандарҙан түгел...

Беҙ һыната торғандарҙан түгел... 19.03.2019 // Эшҡыуар

Республикала крәҫтиән (фермер) хужалыҡтарын үҫтереү маҡсатында байтаҡ эш башҡарыла. Әленән-әле был...

Тотош уҡырға 329

Буҙаны сит тарафтарҙа танытырға теләй

Буҙаны сит тарафтарҙа танытырға теләй 03.03.2019 // Эшҡыуар

Сибай ҡалаһынан йәш әсә Гөлназ Азатова милли эсемлектәребеҙҙең береһен етештерә....

Тотош уҡырға 435

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ 28.02.2019 // Эшҡыуар

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров бөгөн Өфөләге “Торатау”...

Тотош уҡырға 184

Төньяҡ-көнсығыш  нисек йәшәй?

Төньяҡ-көнсығыш нисек йәшәй? 26.02.2019 // Эшҡыуар

Дыуан районында Башҡортостандың төньяҡ-көнсығышында бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты, хужалыҡ итеүҙең...

Тотош уҡырға 164

Ҡаҙмаш сәйе һатыуға сыға
Баҫыу-баҫыу еләк-емеше  емерелеп уңа...

Баҫыу-баҫыу еләк-емеше емерелеп уңа... 20.02.2019 // Эшҡыуар

Шаран фермеры баш ҡала баҙарын да яулаған....

Тотош уҡырға 453

Әбеш һөтө хәҙер яңғыҙ түгел

Әбеш һөтө хәҙер яңғыҙ түгел 16.02.2019 // Эшҡыуар

Һуңғы йылдарҙа экологик яҡтан таҙа, сифатлы аҙыҡ-түлеккә иғтибар артты. Ошоға бәйле ауыл йүнселдәре...

Тотош уҡырға 636

Хәйбулла билмәне Өфөгә лә етер

Хәйбулла билмәне Өфөгә лә етер 30.01.2019 // Эшҡыуар

Билмән, итле, кәбеҫтәле мантылар, ҡаҙы, тултырма, бишбармаҡ, туҡмас – барыһын да үҙҙәре әҙерләп...

Тотош уҡырға 649

Ағас ене ҡағылған егет

Ағас ене ҡағылған егет 23.01.2019 // Эшҡыуар

Туғандар ҡеүәтләһә, юлың уңа....

Тотош уҡырға 1 457

Эше барҙың ашы бар,  йәшәү өсөн дәрте бар

Эше барҙың ашы бар, йәшәү өсөн дәрте бар 11.01.2019 // Эшҡыуар

Был һүҙҙәрҙең хаҡлы булыуы Үзбәковтар миҫалында асыҡ күренә....

Тотош уҡырға 434