Хәйбулла районында ун беренсе икмәкхана асылды.Өҫтәлдәргә ниндәй генә ризыҡ ҡуйылмаһын, икмәк булмаһа, табыныбыҙ тулы һәм йәмле түгел. Бигерәк тә хуш еҫен таратып, яңы ғына мейестән сыҡҡан күпереп бешкән әпәкәйҙе ҡулға алыу менән, уны умырып тешләп ашағы килә. Был ҡалас игенсенең хәләл көсө менән, көн-төн йоҡламай үҫтергән игендән, тирмәндә тарттырылған ондан бешерелгән. Тап ошондай икмәкте һәр көн тиерлек үҙ өҫтәлдәренә ҡуйыу мөмкинлеге алған Хәйбулла халҡы.
Күптән түгел Воздвиженка ауылында районда ун беренсе икмәкхана эшләй башланы. Эшҡыуар Ләйсән Лоскутованың тырышлығы менән асылған цех заманса ҡорамал менән йыһазландырылған. Яныңда ғына магазиндың булыуы әҙер продукцияны һатыу өсөн бик уңайлы. Икмәкхана хеҙмәткәрҙәре күпереп бешкән йылы әпәкәйҙән тыш, ҡалас, төрлө бәлеш, эремсекле бәрәмәстәр, заказ буйынса торттар һатыуға сығара.
— Бешергән икмәк продукцияһын күрше Подольск ауылына, район үҙәгендәге магазиндарға оҙатабыҙ. Әле бер кешене эш урыны менән тәьмин иттек, киләсәктә ҡамыр ризыҡтары етештереүҙе киңәйтергә, ассортиментты байытырға теләк ҙур. Бәлештәрҙе күберәк һорау буйынса әҙерләйбеҙ, бигерәк тә туй мәжлесе, байрам-аяттарға халыҡ күпләп заказ бирә, — ти Ләйсән Таһир ҡыҙы.
Магазин кәштәләрендә төрлө илдәрҙән һәм төрлө ерҙә етештерелгән ризыҡтан кәштәләр һығылғанда, сифатлы ризыҡ һатыу — бөгөн иң табышлы тармаҡтарҙың береһе. Нисек кенә булмаһын, һатып алыусы экологик яҡтан таҙа, сифатлы, бигерәк тә үҙ ерендә етештерелгән ризыҡҡа өҫтөнлөк биреүсән. Шуға ла ире — фермер Сергей Лоскутовтың йәнтөйәктә үҫтергән игененән бешерелгән йылы һәм сифатлы ҡаластар тиҙ генә һатылып та бөтә. Эшҡыуар Ләйсән Таһир ҡыҙы артабан да ауылдаштарын һәм район халҡын ҡабарып бешкән әпәкәйҙәре менән һөйөндөрөр әле.