Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Иҡтисад » Хужалыҡ киләсәге – йәштәр ҡулында
Хужалыҡ киләсәге – йәштәр ҡулында“Дружба” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтендә әле ҡыҙыу осор. Ауыл эшсәндәре, аяҙ көндәрҙе файҙаланып, ҡышҡылыҡҡа мал аҙығы әҙерләү менән мәшғүл. Бөгөн хужалыҡ ихатаһына ҡеүәтле йөк машиналарында бесән оҙатыла, силос соҡорҙары хуш еҫле сенаж менән тулылана. Техниканың төҙөк һәм заманса булыуы барлыҡ эште ваҡытында һәм тотҡарлыҡһыҙ башҡарырға мөмкинлек бирә. Әйткәндәй, кооператив йылдың-йылы паркты яңы заманса техника менән тәьмин итә, иҫкеләрен оҫтаханаларҙа ремонтлап, ҡабаттан эшкә егә.


— Ауыл кешеһенең был осорҙа шундай ихлас булыуына, үҙ бурысына яуаплы ҡарауына ҡыуанырға ғына ҡала. Етмәһә, шәхси ихатаһында ла мал аҫраусылар етерлек бит. Улар үҙ эштәрен ситкә ҡуйып, хужалыҡта тырышлыҡ күрһәтә, — ти Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре, йәмғиәт етәксеһе Рәлиф Пайретдин улы Шәйҙуллин. — Мал аҙығы әҙерләү мәлендә хужалыҡтың һәр хеҙмәткәрен бесән менән тәьмин итергә тырышабыҙ, хатта техника ла бүләбеҙ.
Йәмғиәт төбәктә алдынғылар исемле­гендә, малсылыҡта ла, үҫемлекселектә лә уңыштары күптәргә өлгө булырлыҡ. Ауыл эшсәндәренә быйыл көҙ биш меңдән ашыу майҙанда баҫыу эштәрен атҡарыу бурысы тора. Пай ерҙәрен дә бында ҡуртымға алып эшкәртәләр, пайсыларға ашлығы, бесән-һаламы бүленә. Белгестәр йылына ҡарап баҫыуҙарҙан мул уңыш алыуҙы күҙаллай. “Техника күптән инде әҙер, яғыулыҡ-майлау материалдарына ла ҡытлыҡ юҡ, хатта артығы менән хәстәрләгәнбеҙ”, — ти етәксе.
Кооперативта ҡара-сыбар тоҡомло 610 баш һыйыр малы аҫрала, 200-өн һауып, ағын көн һайын Ҡалтасы һөт заводына тапшыралар. Һатыуҙан килгән табыш фәҡәт хеҙмәт хаҡы түләүгә, ваҡ ремонт эштәренә тотонола. Бынан тыш, бында төҙөлөш тә яҡшы бара — һөтсөлөк фермаларын ремонтлайҙар, дезинфекция үткәрәләр. Ишле мал әле йәйләүҙә йөрөй.
Бында алты ауылдан 50-гә яҡын кеше эш урыны тапҡан. Әлбиттә, ҡыҙыу миҙгелдә уларҙың һаны бермә-бер арта. Йәштәрҙең, махсус белемле кадрҙарҙың ауылды һайлауына етәкселек ҡыуанып бөтә алмай.
— Яңы эшкә килеүселәргә һәр яҡлап ярҙам ҡулы һуҙырға тырышабыҙ, төҙөлөш башлағандар ҙа ситтә ҡалмай, — ти етәксе. — Социаль яҡлауҙар бар, премиялар эш һөҙөмтәләренә ҡарап бүленә, хеҙмәт хаҡының юғары булыуы ла күптәрҙе беҙгә ылыҡтыра.
Хужалыҡ Сусаҙы-Ябалаҡ ауыл советы биләмәһе менән яҡшы мөнәсәбәт булдырып, барлыҡ эште бергә башҡарырға ғәҙәтләнгән. Мәктәп етәкселеге лә ауыл тормошонан ситтә ҡалмай. Уҡыусылар, мәҫәлән, йәйге каникул осоронда хужалыҡта төрлө урында эшләй. Шуныһы ҡыуаныслы: мәктәп уҡыусылары ҙур ихласлыҡ менән баҫыуҙарҙа, сенаж һалыуҙа, һөтсөлөк фермаларында тырыша. Етәкселек белдереүенсә, уларға хеҙмәт хаҡы ваҡытында түләнә, яҡшы эшләгәндәр иһә 1 сентябрҙә хужалыҡтың Почет грамотаһы менән бүләкләнә икән. “Әгәр ҙә хәҙерҙән үк беҙ мәктәп уҡыусылары менән тығыҙ бәйләнештә булһаҡ, уларҙы эшкә йәлеп итеп, хеҙмәткә өйрәтһәк, киләсәктә эш һөйөүсән булып үҫәсәктәр. Бәлки, күптәре белем алып сыҡҡандан һуң тыуған ауылында эшкә лә ҡалыр”, — ти етәкселек.


Автор: Самат ҒӘЛИН.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Бүздәк – Дәүләкән юлында ремонт эштәре башланды

Бүздәк – Дәүләкән юлында ремонт эштәре башланды 17.06.2026 // Иҡтисад

Бүздәк – Дәүләкән юлында ремонт эштәре башланды...

Тотош уҡырға 0

Яҡташыбыҙ баҡсаһында XVIII быуаттағы туп йәҙрәһен тапҡан

Яҡташыбыҙ баҡсаһында XVIII быуаттағы туп йәҙрәһен тапҡан 16.06.2026 // Иҡтисад

Яҡташыбыҙ баҡсаһында XVIII быуаттағы туп йәҙрәһен тапҡан...

Тотош уҡырға 1

Республика заправкаларында бензинға хаҡ артҡан

Республика заправкаларында бензинға хаҡ артҡан 16.06.2026 // Иҡтисад

Республика заправкаларында бензинға хаҡ артҡан...

Тотош уҡырға 1

Башҡортостан заправкаларында бензинға хаҡ артҡан

Башҡортостан заправкаларында бензинға хаҡ артҡан 11.06.2026 // Иҡтисад

«Башнефть» заправкаларында йәнә хаҡ артҡан. Бензиндың популяр маркалары 10 тингә ҡиммәтләнгән. ......

Тотош уҡырға 3

12 июндә Башҡортостандың 20 районында  «ҡоро закон» ғәмәлдә

12 июндә Башҡортостандың 20 районында «ҡоро закон» ғәмәлдә 11.06.2026 // Иҡтисад

Рәсәй көнөндә, 12 июндә, Башҡортостандың 20 районында һабантуйҙар ойошторола, тимәк, был ......

Тотош уҡырға 3

Башҡортостанда Саҡмағош - Дүртөйлө юлы төҙөкләндерелә

Башҡортостанда Саҡмағош - Дүртөйлө юлы төҙөкләндерелә 11.06.2026 // Иҡтисад

Башҡортостанда Саҡмағош - Дүртөйлө юлы төҙөкләндерелә...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда уртаса хеҙмәт хаҡы билдәле булды

Башҡортостанда уртаса хеҙмәт хаҡы билдәле булды 08.06.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан статистары республикалағы уртаса эш хаҡы күләмен атаны....

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан Вологда өлкәһе менән хеҙмәттәшлек итәсәк

Башҡортостан Вологда өлкәһе менән хеҙмәттәшлек итәсәк 05.06.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан Вологда өлкәһе менән хеҙмәттәшлек итәсәк...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан инвестиция мөхите торошоноң милли рейтингында үҙ позицияһын һаҡлап ҡалды

Башҡортостан инвестиция мөхите торошоноң милли рейтингында үҙ позицияһын һаҡлап ҡалды 05.06.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан инвестиция мөхите торошоноң милли рейтингында үҙ позицияһын һаҡлап ҡалды...

Тотош уҡырға 4

Радий Хәбиров «Технониколь» менән Башҡортостанда яңы сәнәғәт проекттарын тикшерҙе
Өфөлә Heaven's Garden рекреацион-ҡунаҡхана комплексы төҙөлә

Өфөлә Heaven's Garden рекреацион-ҡунаҡхана комплексы төҙөлә 04.06.2026 // Иҡтисад

Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумында Өфөлә күләмле инвестиция проектын бойомға ашырыу тураһында ......

Тотош уҡырға 8

Абхазия президенты Петербург халыҡ-ара форумында Башҡортостан стендын ҡараны

Абхазия президенты Петербург халыҡ-ара форумында Башҡортостан стендын ҡараны 04.06.2026 // Иҡтисад

Абхазия президенты Бадра Гунба 29-сы Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумында Башҡортостан ......

Тотош уҡырға 7


Комментарий өҫтәргә