“Дружба” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтендә әле ҡыҙыу осор. Ауыл эшсәндәре, аяҙ көндәрҙе файҙаланып, ҡышҡылыҡҡа мал аҙығы әҙерләү менән мәшғүл. Бөгөн хужалыҡ ихатаһына ҡеүәтле йөк машиналарында бесән оҙатыла, силос соҡорҙары хуш еҫле сенаж менән тулылана. Техниканың төҙөк һәм заманса булыуы барлыҡ эште ваҡытында һәм тотҡарлыҡһыҙ башҡарырға мөмкинлек бирә. Әйткәндәй, кооператив йылдың-йылы паркты яңы заманса техника менән тәьмин итә, иҫкеләрен оҫтаханаларҙа ремонтлап, ҡабаттан эшкә егә.— Ауыл кешеһенең был осорҙа шундай ихлас булыуына, үҙ бурысына яуаплы ҡарауына ҡыуанырға ғына ҡала. Етмәһә, шәхси ихатаһында ла мал аҫраусылар етерлек бит. Улар үҙ эштәрен ситкә ҡуйып, хужалыҡта тырышлыҡ күрһәтә, — ти Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре, йәмғиәт етәксеһе Рәлиф Пайретдин улы Шәйҙуллин. — Мал аҙығы әҙерләү мәлендә хужалыҡтың һәр хеҙмәткәрен бесән менән тәьмин итергә тырышабыҙ, хатта техника ла бүләбеҙ.
Йәмғиәт төбәктә алдынғылар исемлегендә, малсылыҡта ла, үҫемлекселектә лә уңыштары күптәргә өлгө булырлыҡ. Ауыл эшсәндәренә быйыл көҙ биш меңдән ашыу майҙанда баҫыу эштәрен атҡарыу бурысы тора. Пай ерҙәрен дә бында ҡуртымға алып эшкәртәләр, пайсыларға ашлығы, бесән-һаламы бүленә. Белгестәр йылына ҡарап баҫыуҙарҙан мул уңыш алыуҙы күҙаллай. “Техника күптән инде әҙер, яғыулыҡ-майлау материалдарына ла ҡытлыҡ юҡ, хатта артығы менән хәстәрләгәнбеҙ”, — ти етәксе.
Кооперативта ҡара-сыбар тоҡомло 610 баш һыйыр малы аҫрала, 200-өн һауып, ағын көн һайын Ҡалтасы һөт заводына тапшыралар. Һатыуҙан килгән табыш фәҡәт хеҙмәт хаҡы түләүгә, ваҡ ремонт эштәренә тотонола. Бынан тыш, бында төҙөлөш тә яҡшы бара — һөтсөлөк фермаларын ремонтлайҙар, дезинфекция үткәрәләр. Ишле мал әле йәйләүҙә йөрөй.
Бында алты ауылдан 50-гә яҡын кеше эш урыны тапҡан. Әлбиттә, ҡыҙыу миҙгелдә уларҙың һаны бермә-бер арта. Йәштәрҙең, махсус белемле кадрҙарҙың ауылды һайлауына етәкселек ҡыуанып бөтә алмай.
— Яңы эшкә килеүселәргә һәр яҡлап ярҙам ҡулы һуҙырға тырышабыҙ, төҙөлөш башлағандар ҙа ситтә ҡалмай, — ти етәксе. — Социаль яҡлауҙар бар, премиялар эш һөҙөмтәләренә ҡарап бүленә, хеҙмәт хаҡының юғары булыуы ла күптәрҙе беҙгә ылыҡтыра.
Хужалыҡ Сусаҙы-Ябалаҡ ауыл советы биләмәһе менән яҡшы мөнәсәбәт булдырып, барлыҡ эште бергә башҡарырға ғәҙәтләнгән. Мәктәп етәкселеге лә ауыл тормошонан ситтә ҡалмай. Уҡыусылар, мәҫәлән, йәйге каникул осоронда хужалыҡта төрлө урында эшләй. Шуныһы ҡыуаныслы: мәктәп уҡыусылары ҙур ихласлыҡ менән баҫыуҙарҙа, сенаж һалыуҙа, һөтсөлөк фермаларында тырыша. Етәкселек белдереүенсә, уларға хеҙмәт хаҡы ваҡытында түләнә, яҡшы эшләгәндәр иһә 1 сентябрҙә хужалыҡтың Почет грамотаһы менән бүләкләнә икән. “Әгәр ҙә хәҙерҙән үк беҙ мәктәп уҡыусылары менән тығыҙ бәйләнештә булһаҡ, уларҙы эшкә йәлеп итеп, хеҙмәткә өйрәтһәк, киләсәктә эш һөйөүсән булып үҫәсәктәр. Бәлки, күптәре белем алып сыҡҡандан һуң тыуған ауылында эшкә лә ҡалыр”, — ти етәкселек.