Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Иҡтисад » “Даны йыраҡтарға таралыр әле...”
“Даны йыраҡтарға таралыр әле...”Әле төбәк ауыл хужалығы предприятиелары, крәҫтиән (фермер) хужалыҡтары ҡышҡылыҡҡа мал аҙығы әҙерләүгә ҙур ойошҡанлыҡ менән төштө. Һәр ерҙә – ҡыҙыу осор, ялан-баҫыуҙарҙа иртә таңдан ҡара төнгә ҡәҙәр трактор тауышы тынмай. Шөкөр, шифалы ямғырҙарҙан һуң болондарҙа үләндәр күпереп үҫкән, сабылған бесәндең хуш еҫе әллә ҡайҙарға аңҡый.


“Урожай” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте хеҙмәтсәндәре лә ҡыҙыу кампания осоронда ҡышҡы миҙгелгә етерлек күләмдә мал аҙығы хәстәрләү маҡсаты менән йәшәй. “Йыл һайын мал аҙығы мул булһын өсөн бар көсөбөҙҙө һалырға ғәҙәтләнгәнбеҙ, былай ихатала былтырҙан ҡалған бесән-һалам да һаҡлана. Силос соҡор­ҙары ла тулы, әммә илке-һалҡылыҡ күрһәтмәй, бөгөн дә баҫыуҙарҙа тырышабыҙ”, — ти йәмғиәт етәксеһе Илдар Рим улы Ғәскәров.
Хужалыҡ районда алдынғылар иҫәбендә, бында малсылыҡ менән бер рәттән үҫемлекселек тармағы ла ныҡлы үҫешкән. Күп кенә күрһәткестәр буйынса “Урожай” башҡаларға үрнәк тә. Ауыл хужалығы ерҙәре өс мең гектар булһа, шуның 2800-өн һөрөнтө ерҙәр тәшкил итә. Яҙғы баҫыу эштәрен ҡыҫҡа ваҡытта һәм тотҡарлыҡһыҙ башҡарып сыҡҡандар. Техниканың төҙөк һәм яңы булыуы ла быға булышлыҡ иткән.
Әйткәндәй, техника яңыртыуға аҡса йәлләмәйҙәр икән, мәҫәлән, һуңғы өс йылда ғына 100 миллион һумлыҡ яңы техника һәм ауыл хужалығы ҡорамалы һатып алыуға өлгәшкәндәр. Яңы технологиялар индереп, шуға таянып эш итәләр, хужалыҡҡа былтыр биш миллион һумлыҡ биогаз ҡоролмаһы урынлаштырғандар, бындай ҡоролма – республикала тәүгеһе. Был ҡоролма ярҙамында тиҙәк эшкәртелеп, уның газы менән төрлө биналар йылытыла, иген киптергестәр эшләй.
Төҙөлөш һис туҡтағаны юҡ, мал­дарҙың заманса йыһазландырылған йәйге йәйләүҙә булыуынан файҙала­нып, әле һөтсөлөк фермаларында ремонт эштәре башлағандар. “500 ферма” республика маҡсатлы программа­һына ярашлы, дүрт һөтсөлөк фермаһы ҡеүәтле, заманса ҡорамал менән йыһазландырылған, хәҙер элекке кеүек ҡул көсө ҡулланылмай, барлыҡ эштәрҙе механизацияланған ауыл хужалығы техникаһы башҡара. Тиҙҙән бишенсе ферма сафҡа инәсәк, сөнки ишле малды тотоу өсөн иркен биналар талап ителә.
“Даны йыраҡтарға таралыр әле...”500-ҙән ашыу һыйыр малы аҫрала, 200-өн һауып, көн һайын дүрт мең тоннаға яҡын һөттө Стәрлетамаҡ ҡалаһының “Аллат” һөт комбинатына тапшыралар. Көтөүҙе яңы тоҡомло таналар менән тулыландыралар, 100 процент яһалма ҡасырыу юлы ҡулланылғас, һыйырҙар йыл әйләнәһенә быҙаулай.
Бөгөн мал аҙығы әҙерләү менән бер рәттән сәсеүлектәрҙе химик утау бара, рәт араларын да утайҙар, пай ерҙәрен эшкәртәләр.
Бөгөн йәмғиәттә 35 кеше эшләй, яҙғы-көҙгө баҫыу эштәре осоронда иһә уларҙың һаны 50-гә етә. Ололарға алмашҡа йәштәр етерлек, белемле кадрҙарға ла ҡытлыҡ юҡ. “Беҙгә эш һорап мөрәжәғәт итеүселәр бик күп, әлбиттә, мөмкинлеккә ҡарап, һәр бере­һенең үтенесен үтәргә тырышабыҙ”, — ти етәкселек. Уртаса хеҙмәт хаҡы 17 меңдән ашыу, ваҡытында түләнә, социаль яҡлауҙар, премиялар ҡарал­ған. Тағы ла хеҙмәткәрҙәр өс тапҡыр бушлай ашатыла, баҫыуҙа тир түккән­дәргә тамаҡ алып барыла. Яңы йорт һалып инеүселәргә бушлай техникаһы бүленә, аҡсалата ярҙам да күрһәтелә икән. “Етәкселек тарафынан иғтибар һәм ихтирам булғас, ауылды ташлап китергә лә баҙнат итмәйбеҙ. Башҡа ерҙә беҙҙе кем көтә, ә бында һәр яҡлап таяныс һәм яҡлау тоябыҙ”, — ти ауыл хеҙмәтсәндәре.
“Урожай” йәмғиәте етәкселеге алдынғылар – Владимир Петров, Айнур Ғәскәров, Наталья Ким, Лира Антонова, Надежда Ивановаларҙы маҡтап, “уларҙың тырыш хеҙмәте һөҙөмтәһендә киләсәктә йәмғиәттең даны йыраҡтарға таралыр әле” тип билдәләне.
Ысынлап та, уңған, тырыш һәм эшһөйәр халҡы булғас, хужалыҡтың киләсәге лә өмөтлө, эшмәкәрлеге лә күптәргә өлгө.


Автор: Самат ҒӘЛИН.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Өфөлә Heaven's Garden рекреацион-ҡунаҡхана комплексы төҙөлә

Өфөлә Heaven's Garden рекреацион-ҡунаҡхана комплексы төҙөлә 04.06.2026 // Иҡтисад

Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумында Өфөлә күләмле инвестиция проектын бойомға ашырыу тураһында ......

Тотош уҡырға 1

Абхазия президенты Петербург халыҡ-ара форумында Башҡортостан стендын ҡараны

Абхазия президенты Петербург халыҡ-ара форумында Башҡортостан стендын ҡараны 04.06.2026 // Иҡтисад

Абхазия президенты Бадра Гунба 29-сы Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумында Башҡортостан ......

Тотош уҡырға 1

Башҡортостан стенды – Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумында иң сағыуҙарының береһе

Башҡортостан стенды – Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумында иң сағыуҙарының береһе 04.06.2026 // Иҡтисад

Был хаҡта форумда ҡатнашыусы – Федерация Советының фән, мәғариф һәм мәҙәниәт буйынса комитеты ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумында Башҡортостан делегацияһының бурыстары хаҡында һөйләне
Башҡортостан  Петербург халыҡ-ара форумында ҡатнашыусыларҙы «һөйләүсе ағас» менән хайран ҡалдырҙы

Башҡортостан Петербург халыҡ-ара форумында ҡатнашыусыларҙы «һөйләүсе ағас» менән хайран ҡалдырҙы 03.06.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан Петербург халыҡ-ара форумында ҡатнашыусыларҙы «һөйләүсе ағас» менән хайран ҡалдырҙы...

Тотош уҡырға 1

Баш ҡала эргәһендә заманса турбаза төҙөлә

Баш ҡала эргәһендә заманса турбаза төҙөлә 02.06.2026 // Иҡтисад

Шишмә районындағы яңы объектҡа инвестициялар күләме ярты миллиард һум самаһы тәшкил итәсәк....

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда яғыулыҡҡа хаҡ артҡан

Башҡортостанда яғыулыҡҡа хаҡ артҡан 26.05.2026 // Иҡтисад

Башҡортостанда яғыулыҡҡа хаҡ артҡан...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда ферма һәм техника заводы төҙөлә

Башҡортостанда ферма һәм техника заводы төҙөлә 22.05.2026 // Иҡтисад

Өфөгә эш сәфәре менән Ташкент өлкәһенән Premier Electrotech компанияһы делегацияһы килде. Компания ......

Тотош уҡырға 2

Баш ҡалала каштандар сәскә атҡан

Баш ҡалала каштандар сәскә атҡан 20.05.2026 // Иҡтисад

Баш ҡалала каштандар сәскә атҡан...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда сәсеү кампанияһы «экватор»ҙы үтте

Башҡортостанда сәсеү кампанияһы «экватор»ҙы үтте 18.05.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан хөкүмәте вице-премьеры — ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов республикала сәсеү ......

Тотош уҡырға 3

Башҡортостанға ямғырҙар урынына эҫе көндәр килә

Башҡортостанға ямғырҙар урынына эҫе көндәр килә 12.05.2026 // Иҡтисад

Башҡортостанға ямғырҙар урынына эҫе көндәр килә...

Тотош уҡырға 6

Йәннәт һәм Сәрүәт: Башҡортостанда ата-әсәләр ниндәй исемдәр һайлай

Йәннәт һәм Сәрүәт: Башҡортостанда ата-әсәләр ниндәй исемдәр һайлай 12.05.2026 // Иҡтисад

Йәннәт һәм Сәрүәт: Башҡортостанда ата-әсәләр ниндәй исемдәр һайлай...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә