Әле төбәк ауыл хужалығы предприятиелары, крәҫтиән (фермер) хужалыҡтары ҡышҡылыҡҡа мал аҙығы әҙерләүгә ҙур ойошҡанлыҡ менән төштө. Һәр ерҙә – ҡыҙыу осор, ялан-баҫыуҙарҙа иртә таңдан ҡара төнгә ҡәҙәр трактор тауышы тынмай. Шөкөр, шифалы ямғырҙарҙан һуң болондарҙа үләндәр күпереп үҫкән, сабылған бесәндең хуш еҫе әллә ҡайҙарға аңҡый.“Урожай” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте хеҙмәтсәндәре лә ҡыҙыу кампания осоронда ҡышҡы миҙгелгә етерлек күләмдә мал аҙығы хәстәрләү маҡсаты менән йәшәй. “Йыл һайын мал аҙығы мул булһын өсөн бар көсөбөҙҙө һалырға ғәҙәтләнгәнбеҙ, былай ихатала былтырҙан ҡалған бесән-һалам да һаҡлана. Силос соҡорҙары ла тулы, әммә илке-һалҡылыҡ күрһәтмәй, бөгөн дә баҫыуҙарҙа тырышабыҙ”, — ти йәмғиәт етәксеһе Илдар Рим улы Ғәскәров.
Хужалыҡ районда алдынғылар иҫәбендә, бында малсылыҡ менән бер рәттән үҫемлекселек тармағы ла ныҡлы үҫешкән. Күп кенә күрһәткестәр буйынса “Урожай” башҡаларға үрнәк тә. Ауыл хужалығы ерҙәре өс мең гектар булһа, шуның 2800-өн һөрөнтө ерҙәр тәшкил итә. Яҙғы баҫыу эштәрен ҡыҫҡа ваҡытта һәм тотҡарлыҡһыҙ башҡарып сыҡҡандар. Техниканың төҙөк һәм яңы булыуы ла быға булышлыҡ иткән.
Әйткәндәй, техника яңыртыуға аҡса йәлләмәйҙәр икән, мәҫәлән, һуңғы өс йылда ғына 100 миллион һумлыҡ яңы техника һәм ауыл хужалығы ҡорамалы һатып алыуға өлгәшкәндәр. Яңы технологиялар индереп, шуға таянып эш итәләр, хужалыҡҡа былтыр биш миллион һумлыҡ биогаз ҡоролмаһы урынлаштырғандар, бындай ҡоролма – республикала тәүгеһе. Был ҡоролма ярҙамында тиҙәк эшкәртелеп, уның газы менән төрлө биналар йылытыла, иген киптергестәр эшләй.
Төҙөлөш һис туҡтағаны юҡ, малдарҙың заманса йыһазландырылған йәйге йәйләүҙә булыуынан файҙаланып, әле һөтсөлөк фермаларында ремонт эштәре башлағандар. “500 ферма” республика маҡсатлы программаһына ярашлы, дүрт һөтсөлөк фермаһы ҡеүәтле, заманса ҡорамал менән йыһазландырылған, хәҙер элекке кеүек ҡул көсө ҡулланылмай, барлыҡ эштәрҙе механизацияланған ауыл хужалығы техникаһы башҡара. Тиҙҙән бишенсе ферма сафҡа инәсәк, сөнки ишле малды тотоу өсөн иркен биналар талап ителә.
500-ҙән ашыу һыйыр малы аҫрала, 200-өн һауып, көн һайын дүрт мең тоннаға яҡын һөттө Стәрлетамаҡ ҡалаһының “Аллат” һөт комбинатына тапшыралар. Көтөүҙе яңы тоҡомло таналар менән тулыландыралар, 100 процент яһалма ҡасырыу юлы ҡулланылғас, һыйырҙар йыл әйләнәһенә быҙаулай.
Бөгөн мал аҙығы әҙерләү менән бер рәттән сәсеүлектәрҙе химик утау бара, рәт араларын да утайҙар, пай ерҙәрен эшкәртәләр.
Бөгөн йәмғиәттә 35 кеше эшләй, яҙғы-көҙгө баҫыу эштәре осоронда иһә уларҙың һаны 50-гә етә. Ололарға алмашҡа йәштәр етерлек, белемле кадрҙарға ла ҡытлыҡ юҡ. “Беҙгә эш һорап мөрәжәғәт итеүселәр бик күп, әлбиттә, мөмкинлеккә ҡарап, һәр береһенең үтенесен үтәргә тырышабыҙ”, — ти етәкселек. Уртаса хеҙмәт хаҡы 17 меңдән ашыу, ваҡытында түләнә, социаль яҡлауҙар, премиялар ҡаралған. Тағы ла хеҙмәткәрҙәр өс тапҡыр бушлай ашатыла, баҫыуҙа тир түккәндәргә тамаҡ алып барыла. Яңы йорт һалып инеүселәргә бушлай техникаһы бүленә, аҡсалата ярҙам да күрһәтелә икән. “Етәкселек тарафынан иғтибар һәм ихтирам булғас, ауылды ташлап китергә лә баҙнат итмәйбеҙ. Башҡа ерҙә беҙҙе кем көтә, ә бында һәр яҡлап таяныс һәм яҡлау тоябыҙ”, — ти ауыл хеҙмәтсәндәре.
“Урожай” йәмғиәте етәкселеге алдынғылар – Владимир Петров, Айнур Ғәскәров, Наталья Ким, Лира Антонова, Надежда Ивановаларҙы маҡтап, “уларҙың тырыш хеҙмәте һөҙөмтәһендә киләсәктә йәмғиәттең даны йыраҡтарға таралыр әле” тип билдәләне.
Ысынлап та, уңған, тырыш һәм эшһөйәр халҡы булғас, хужалыҡтың киләсәге лә өмөтлө, эшмәкәрлеге лә күптәргә өлгө.