Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Үҫешкә өмөт бар
Үҫешкә өмөт барҠабатланмаҫ хозур тәбиғәтле Күгәрсен районы һирәк осрай торған тар һәм тәрән үҙәнле Мораҙым тарлауығы, иркен яландары, саф һыулы йылғалары, ҡара урмандары менән дан тота. 1930 йылда барлыҡҡа килгән район республиканың көньяғында урынлашҡан һәм Мәләүез, Көйөргәҙе, Ейәнсура, Йылайыр, Бөрйән, Ырымбур өлкәһенең Төйлөгән районы менән сиктәш. Майҙаны – 3371 квадрат километр, халҡы – 28 745 кеше. Был ерҙә тиҫтәнән ашыу милләт һәм конфессия вәкилдәре дуҫ-татыу йәшәй.

Күгәрсен районы иҡтисадында аграр производство, үҫемлекселек һәм малсылыҡ тармаҡтары ҙур әһәмиәткә эйә. Бөтә республикалағы кеүек үк бында ла агросәнәғәт комплексының тотороҡло үҫешен тәьмин итеү буйынса һөҙөмтәле эш башҡарыла. Әле ауыл хужалығы етештереүе өлкәһендә яуаплылығы сикләнгән ҙур ун йәмғиәт, ике ауыл хужалығы кооперативы, бер уҡыу хужалығы, 80-дән ашыу шәхси эшҡыуар, крәҫтиән (фермер) хужалығы эшләй. Күгәрсен районында ауыл хужалығы ерҙәренең майҙаны – 152,2 мең гектар.
Малсылыҡ тармағында һөт һәм ит етештереү, мал һанын арттырыу сараһы күрелә. Һөт малсылығы үҫешен артабан да әүҙемләштереү, генетика ҡеүәтен арттырыу бурысы ҡуйыла. Игенселектә һәм малсылыҡта алдынғы технологиялар әүҙем файҙаланыла. Район ҡаҙнаһы иҫәбенә тоҡомло мал, юғары технологиялы техника һәм ҡорамалдар һатып алына, малсылыҡ биналары, келәттәр, оҫтаханалар төҙөкләндерелә.
Бөгөн район хакимиәте етәкселегенең эшендә төп бурыс – аграр производствоны технологик яңыртыу маҡсатында уңайлы инвестиция мөнәсәбәттәрен тыуҙырыу, предприятиеларҙа хеҙмәт шарттарын яҡшыртыу, сығарылған продукцияның сифатын яҡшыртыу, етештереү күләмен үҫтереү. Шулай уҡ халыҡтың мәшғүллегенә, социаль проблемаларҙы һәм ҡайһы бер ижтимағи мәсьәләләрҙе хәл итеүгә даими иғтибар бирелә. Ошо йылдарҙа районда байтаҡ эш башҡарылған, әммә алда тағы ла ҙурыраҡ бейеклектәр көтә. Ауылдарҙы – төҙөк һәм уңайлыраҡ, халыҡтың тормошон һәр йәһәттән күркәмерәк итеү теләге менән яна күгәрсендәр. Бының өсөн Күгәрсендә етештереү ҡеүәте лә, намыҫлы хеҙмәт һөҙөмтәһендә генә имен тормошҡа, үҫешкә һәм сәскә атыуға өлгәшеп булырына инанған тырыш, эшсән кешеләр ҙә бар.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк

Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк 30.03.2019 // Эшҡыуар

Хәҙер магазин кәштәләре һөт ризыҡтарынан һығылып тора. Ниндәйе генә юҡ уларҙың: ситтән...

Тотош уҡырға 207

Көмөш йөҙөк – ҡул күрке, оҫта – донъя тотҡаһы
Беҙ һыната торғандарҙан түгел...

Беҙ һыната торғандарҙан түгел... 19.03.2019 // Эшҡыуар

Республикала крәҫтиән (фермер) хужалыҡтарын үҫтереү маҡсатында байтаҡ эш башҡарыла. Әленән-әле был...

Тотош уҡырға 399

Буҙаны сит тарафтарҙа танытырға теләй

Буҙаны сит тарафтарҙа танытырға теләй 03.03.2019 // Эшҡыуар

Сибай ҡалаһынан йәш әсә Гөлназ Азатова милли эсемлектәребеҙҙең береһен етештерә....

Тотош уҡырға 505

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ 28.02.2019 // Эшҡыуар

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров бөгөн Өфөләге “Торатау”...

Тотош уҡырға 219

Төньяҡ-көнсығыш  нисек йәшәй?

Төньяҡ-көнсығыш нисек йәшәй? 26.02.2019 // Эшҡыуар

Дыуан районында Башҡортостандың төньяҡ-көнсығышында бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты, хужалыҡ итеүҙең...

Тотош уҡырға 199

Ҡаҙмаш сәйе һатыуға сыға
Баҫыу-баҫыу еләк-емеше  емерелеп уңа...

Баҫыу-баҫыу еләк-емеше емерелеп уңа... 20.02.2019 // Эшҡыуар

Шаран фермеры баш ҡала баҙарын да яулаған....

Тотош уҡырға 506

Әбеш һөтө хәҙер яңғыҙ түгел

Әбеш һөтө хәҙер яңғыҙ түгел 16.02.2019 // Эшҡыуар

Һуңғы йылдарҙа экологик яҡтан таҙа, сифатлы аҙыҡ-түлеккә иғтибар артты. Ошоға бәйле ауыл йүнселдәре...

Тотош уҡырға 698

Хәйбулла билмәне Өфөгә лә етер

Хәйбулла билмәне Өфөгә лә етер 30.01.2019 // Эшҡыуар

Билмән, итле, кәбеҫтәле мантылар, ҡаҙы, тултырма, бишбармаҡ, туҡмас – барыһын да үҙҙәре әҙерләп...

Тотош уҡырға 740

Ағас ене ҡағылған егет

Ағас ене ҡағылған егет 23.01.2019 // Эшҡыуар

Туғандар ҡеүәтләһә, юлың уңа....

Тотош уҡырға 1 485

Эше барҙың ашы бар,  йәшәү өсөн дәрте бар

Эше барҙың ашы бар, йәшәү өсөн дәрте бар 11.01.2019 // Эшҡыуар

Был һүҙҙәрҙең хаҡлы булыуы Үзбәковтар миҫалында асыҡ күренә....

Тотош уҡырға 519