Ҡабатланмаҫ хозур тәбиғәтле Күгәрсен районы һирәк осрай торған тар һәм тәрән үҙәнле Мораҙым тарлауығы, иркен яландары, саф һыулы йылғалары, ҡара урмандары менән дан тота. 1930 йылда барлыҡҡа килгән район республиканың көньяғында урынлашҡан һәм Мәләүез, Көйөргәҙе, Ейәнсура, Йылайыр, Бөрйән, Ырымбур өлкәһенең Төйлөгән районы менән сиктәш. Майҙаны – 3371 квадрат километр, халҡы – 28 745 кеше. Был ерҙә тиҫтәнән ашыу милләт һәм конфессия вәкилдәре дуҫ-татыу йәшәй.Күгәрсен районы иҡтисадында аграр производство, үҫемлекселек һәм малсылыҡ тармаҡтары ҙур әһәмиәткә эйә. Бөтә республикалағы кеүек үк бында ла агросәнәғәт комплексының тотороҡло үҫешен тәьмин итеү буйынса һөҙөмтәле эш башҡарыла. Әле ауыл хужалығы етештереүе өлкәһендә яуаплылығы сикләнгән ҙур ун йәмғиәт, ике ауыл хужалығы кооперативы, бер уҡыу хужалығы, 80-дән ашыу шәхси эшҡыуар, крәҫтиән (фермер) хужалығы эшләй. Күгәрсен районында ауыл хужалығы ерҙәренең майҙаны – 152,2 мең гектар.
Малсылыҡ тармағында һөт һәм ит етештереү, мал һанын арттырыу сараһы күрелә. Һөт малсылығы үҫешен артабан да әүҙемләштереү, генетика ҡеүәтен арттырыу бурысы ҡуйыла. Игенселектә һәм малсылыҡта алдынғы технологиялар әүҙем файҙаланыла. Район ҡаҙнаһы иҫәбенә тоҡомло мал, юғары технологиялы техника һәм ҡорамалдар һатып алына, малсылыҡ биналары, келәттәр, оҫтаханалар төҙөкләндерелә.
Бөгөн район хакимиәте етәкселегенең эшендә төп бурыс – аграр производствоны технологик яңыртыу маҡсатында уңайлы инвестиция мөнәсәбәттәрен тыуҙырыу, предприятиеларҙа хеҙмәт шарттарын яҡшыртыу, сығарылған продукцияның сифатын яҡшыртыу, етештереү күләмен үҫтереү. Шулай уҡ халыҡтың мәшғүллегенә, социаль проблемаларҙы һәм ҡайһы бер ижтимағи мәсьәләләрҙе хәл итеүгә даими иғтибар бирелә. Ошо йылдарҙа районда байтаҡ эш башҡарылған, әммә алда тағы ла ҙурыраҡ бейеклектәр көтә. Ауылдарҙы – төҙөк һәм уңайлыраҡ, халыҡтың тормошон һәр йәһәттән күркәмерәк итеү теләге менән яна күгәрсендәр. Бының өсөн Күгәрсендә етештереү ҡеүәте лә, намыҫлы хеҙмәт һөҙөмтәһендә генә имен тормошҡа, үҫешкә һәм сәскә атыуға өлгәшеп булырына инанған тырыш, эшсән кешеләр ҙә бар.