Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Иҡтисад » “Ҡорос ат”ың таҙамы?
“Ҡорос ат”ың таҙамы?Бөгөн ҡала ерендә генә түгел, ауылда ла еңел автомобиль йүнәткән автосервистарҙы осратырға мөмкин. Күптән түгел Хәйбулла районы үҙәгенең Көнсығыш биҫтәһендә “Кристалл” тип аталған автомобиль йыуыу урыны асылды. Уның хужаһы — йәш эшҡыуар Денис Юлдашбаев.

Сибай институтының юридик факультетын уңышлы тамам­лаған егеткә үҙ һөнәре буйынса эшләргә тура килмәй. Йә эш урыны табылмай, йә хеҙмәт стажы етерлек булмай сыға. Әрмелә иң элиталы һаналған десант ғәскәрҙәрендә хеҙмәт иткән Денис Риф улы бер ҙә юғалып ҡалмай.
Атаһынан күргән — уҡ юнған тигәндәй, бала саҡтан “тимер ат” менән ҡыҙыҡһынып үҫә ул. Ғүмере буйы шофер һөнәрен үҙ иткән атаһы улының мауығыуын хуплай ғына. Техникаға булған ҡыҙыҡһыныу, автомобилгә ҡара­та һөйөү уны үҙ эшен асырға этә­рә. Аҡъярҙа бер нисә оҫтаха­на булыуын иҫәпкә алып, эшҡы­уар үҙенең эшен йәштәр күпләп йәшәгән яңы биҫтәлә башлап яңылышмай. Яҡында ғына “Алтынтау” кафеһы урынлашҡан, аҙна һайын тиерлек унда туй, юбилей тантаналары үтә, икен­сенән, автомо­билдәрҙе йыуыу урынынан йыраҡ түгел автозаправкалау станцияһы бар, арыраҡ Ырымбур — Сибай юлы үтә.
Тәүҙә ер алып, бина төҙөй. Был эштәрҙең башында төп таянысы булып атаһы тора. Бина әҙер булғас, эшҡыуар булараҡ теркәү үтә. “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереүгә дәүләт ярҙамы” программаһына ярашлы район хакимиәте 300 мең һумлыҡ ярҙам аҡсаһы бүлә. Был суммаға эште башлап ебәреү өсөн кәрәкле ҡорамалдар һатып ала, машина йыуыу урынын заман технологияһы буйынса йыһаз­ландыра. Бөгөн бер юлы ике машина йыуыу урыны булдырыл­ған, көнөнә 40-тан ашыу “ҡорос ат”ты таҙалап сығарыу мөмкин­леге бар. Автоһәүәҫ­кәрҙәргә “кристалл” кеүек таҙа, салондан яңы сыҡҡандай тойолған машиналарын күреү ҙур ҡыуаныс тыуҙыра. Шунлыҡтан бында килеүҙәренә үкенмәйҙәр. Хаҡы ла сағыш­тырмаса арзан.
— Иң мөһиме — сифатлы хеҙмәт күрһәтеү, клиенттар йәлеп итеү. Шуға күрә уларға тәҡдим ителгән эштәр башҡаларҙыҡы менән сағыштырғанда, бик арзан, әммә беҙ өс-дүрт йылда түгелгән сығымды ҡапларға уйлайбыҙ. Артабан клиенттар өсөн Европа стандартына яуап бирерлек автомобил­дәрҙе йыуыу алымдарын ҡулланасаҡ­быҙ. Мәҫәлән, беҙҙә әле файҙаланыл­маған “ҡоро” йыуыу алымы ла бик үҙенсәлекле, — ти йәш эшҡыуар.
Тормошта һәр кем дә, һәр нәмә лә таҙа булырға тейеш, тигән идеяға таянып, Денис Риф улы артабан машиналарын йыуып таҙартҡансы, уның хужаларына йыуынып алыу урынын тәҡдим итергә лә хыяллана. Әле үк уларға айырым бүлмәлә ял итеү өсөн ҡәһүә һәм сәй эсеү мөмкинлеге бул­дырылған, телевизор ҡуйылған. Шулай уҡ автомобилдәрҙе ашығыс йүнә­теү, тәгәрмәс алмаштырыу кеүек хеҙмәт күрһәтеп, эште киңерәк йәйелдерергә иҫәбе ҙур Денис­тың.
Бөгөн йүнселгә Ғәҙел Бохарбаев ярҙам итә. Әгәр ҙә эш күлә­ме артһа, йәнә бер-ике кешегә шөғөл буласаҡ. Баҙар иҡтисады шарттарында һәр клиент өсөн көрәш барыуын, районда был өлкәлә конкуренттар барлығын иҫәпкә алып, эшҡыуар төрлө акциялар ойош­тороуҙы ла күҙ уңында тота. Мәҫәлән, һәр унынсы автомобилде бушлай йыуыу йәки өсөнсө тапҡыр бында килһәң, ташламалы хаҡтан фай­ҙаланыу һәм башҡалар.
Заман менән бергә атлаған, ауыр­лыҡтар алдында баҙап ҡалмаған йәш, дәртле, әле утыҙы ла тулмаған эшҡы­уарҙың яулай­һы үрҙәре, уңыштары алда әле.


Автор: Кәримә УСМАНОВА.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Республикала асфальт-бетон заводтары эшләй башланы

Республикала асфальт-бетон заводтары эшләй башланы 03.04.2026 // Иҡтисад

Республикала асфальт-бетон заводтары эшләй башланы...

Тотош уҡырға 2

Апрелдә Социаль фонд Еңеү көнө уңайынан аҡса күсерә башлай

Апрелдә Социаль фонд Еңеү көнө уңайынан аҡса күсерә башлай 31.03.2026 // Иҡтисад

Бөйөк Ватан һуғышы ҡатнашыусыларына һәм инвалидтарына аҡса 3 апрелдән пенсия һәм башҡа айлыҡ ......

Тотош уҡырға 1

Республика властары малдарҙы нисек ҡотҡарасағы тураһында һөйләне

Республика властары малдарҙы нисек ҡотҡарасағы тураһында һөйләне 26.03.2026 // Иҡтисад

Илдең 18 төбәгендә, шул иҫәптән республика менән күрше өлкәләрҙә малдарҙың ҡотороу ауырыуы һәм ......

Тотош уҡырға 2

Башҡортостан райондарында участкаларҙы БПЛА ярҙамында тикшереү башлана

Башҡортостан райондарында участкаларҙы БПЛА ярҙамында тикшереү башлана 24.03.2026 // Иҡтисад

Ағымдағы йылда биш районда 31 ҡасабаны тикшереп сығыу планлаштырыла....

Тотош уҡырға 2

Башҡортостан заправкаларында яғыулыҡ ҡиммәтләнгән

Башҡортостан заправкаларында яғыулыҡ ҡиммәтләнгән 24.03.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан заправкаларында яғыулыҡ ҡиммәтләнгән...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда ер аҫты байлыҡтарын файҙаланыусылар бюджетҡа 1,8 млрд һум аҡса индергән

Башҡортостанда ер аҫты байлыҡтарын файҙаланыусылар бюджетҡа 1,8 млрд һум аҡса индергән 19.03.2026 // Иҡтисад

Башҡортостанда ер аҫты байлыҡтарын файҙаланыусылар бюджетҡа 1,8 млрд һум аҡса индергән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда ҡыярҙың хаҡы төшкән

Башҡортостанда ҡыярҙың хаҡы төшкән 06.03.2026 // Иҡтисад

Башҡортостанда ҡыярҙың хаҡы төшкән...

Тотош уҡырға 6

Башҡортостанда балалар һәм диетик туҡланыу заводы эшләй башланы

Башҡортостанда балалар һәм диетик туҡланыу заводы эшләй башланы 04.03.2026 // Иҡтисад

Шишмә районының Шишмә ауылында «ВкусЛайн» балалар һәм диетик туҡланыу заводы эшләй башланы. Бөгөн ......

Тотош уҡырға 6

Республикала йыл аҙағына уртаса эш хаҡы 11,4% арта

Республикала йыл аҙағына уртаса эш хаҡы 11,4% арта 03.03.2026 // Иҡтисад

Республикала йыл аҙағына уртаса эш хаҡы 11,4% арта...

Тотош уҡырға 6

Апрелдән республикала йәшәүселәргә арттырылған пенсия түләнә

Апрелдән республикала йәшәүселәргә арттырылған пенсия түләнә 02.03.2026 // Иҡтисад

Апрелдән республикала йәшәүселәргә арттырылған пенсия түләнә...

Тотош уҡырға 3

Республикала коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләү ваҡыты күсерелә

Республикала коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләү ваҡыты күсерелә 27.02.2026 // Иҡтисад

Республикала коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләү ваҡыты күсерелә...

Тотош уҡырға 5

Өфөлә Башҡортостандың һәм Силәбе өлкәһенең бизнес-форумы бара

Өфөлә Башҡортостандың һәм Силәбе өлкәһенең бизнес-форумы бара 26.02.2026 // Иҡтисад

Форумға Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров һәм Силәбе өлкәһе губернаторы Алексей Текслер старт ......

Тотош уҡырға 6


Комментарий өҫтәргә