Бөгөн ҡала ерендә генә түгел, ауылда ла еңел автомобиль йүнәткән автосервистарҙы осратырға мөмкин. Күптән түгел Хәйбулла районы үҙәгенең Көнсығыш биҫтәһендә “Кристалл” тип аталған автомобиль йыуыу урыны асылды. Уның хужаһы — йәш эшҡыуар Денис Юлдашбаев.Сибай институтының юридик факультетын уңышлы тамамлаған егеткә үҙ һөнәре буйынса эшләргә тура килмәй. Йә эш урыны табылмай, йә хеҙмәт стажы етерлек булмай сыға. Әрмелә иң элиталы һаналған десант ғәскәрҙәрендә хеҙмәт иткән Денис Риф улы бер ҙә юғалып ҡалмай.
Атаһынан күргән — уҡ юнған тигәндәй, бала саҡтан “тимер ат” менән ҡыҙыҡһынып үҫә ул. Ғүмере буйы шофер һөнәрен үҙ иткән атаһы улының мауығыуын хуплай ғына. Техникаға булған ҡыҙыҡһыныу, автомобилгә ҡарата һөйөү уны үҙ эшен асырға этәрә. Аҡъярҙа бер нисә оҫтахана булыуын иҫәпкә алып, эшҡыуар үҙенең эшен йәштәр күпләп йәшәгән яңы биҫтәлә башлап яңылышмай. Яҡында ғына “Алтынтау” кафеһы урынлашҡан, аҙна һайын тиерлек унда туй, юбилей тантаналары үтә, икенсенән, автомобилдәрҙе йыуыу урынынан йыраҡ түгел автозаправкалау станцияһы бар, арыраҡ Ырымбур — Сибай юлы үтә.
Тәүҙә ер алып, бина төҙөй. Был эштәрҙең башында төп таянысы булып атаһы тора. Бина әҙер булғас, эшҡыуар булараҡ теркәү үтә. “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереүгә дәүләт ярҙамы” программаһына ярашлы район хакимиәте 300 мең һумлыҡ ярҙам аҡсаһы бүлә. Был суммаға эште башлап ебәреү өсөн кәрәкле ҡорамалдар һатып ала, машина йыуыу урынын заман технологияһы буйынса йыһазландыра. Бөгөн бер юлы ике машина йыуыу урыны булдырылған, көнөнә 40-тан ашыу “ҡорос ат”ты таҙалап сығарыу мөмкинлеге бар. Автоһәүәҫкәрҙәргә “кристалл” кеүек таҙа, салондан яңы сыҡҡандай тойолған машиналарын күреү ҙур ҡыуаныс тыуҙыра. Шунлыҡтан бында килеүҙәренә үкенмәйҙәр. Хаҡы ла сағыштырмаса арзан.
— Иң мөһиме — сифатлы хеҙмәт күрһәтеү, клиенттар йәлеп итеү. Шуға күрә уларға тәҡдим ителгән эштәр башҡаларҙыҡы менән сағыштырғанда, бик арзан, әммә беҙ өс-дүрт йылда түгелгән сығымды ҡапларға уйлайбыҙ. Артабан клиенттар өсөн Европа стандартына яуап бирерлек автомобилдәрҙе йыуыу алымдарын ҡулланасаҡбыҙ. Мәҫәлән, беҙҙә әле файҙаланылмаған “ҡоро” йыуыу алымы ла бик үҙенсәлекле, — ти йәш эшҡыуар.
Тормошта һәр кем дә, һәр нәмә лә таҙа булырға тейеш, тигән идеяға таянып, Денис Риф улы артабан машиналарын йыуып таҙартҡансы, уның хужаларына йыуынып алыу урынын тәҡдим итергә лә хыяллана. Әле үк уларға айырым бүлмәлә ял итеү өсөн ҡәһүә һәм сәй эсеү мөмкинлеге булдырылған, телевизор ҡуйылған. Шулай уҡ автомобилдәрҙе ашығыс йүнәтеү, тәгәрмәс алмаштырыу кеүек хеҙмәт күрһәтеп, эште киңерәк йәйелдерергә иҫәбе ҙур Денистың.
Бөгөн йүнселгә Ғәҙел Бохарбаев ярҙам итә. Әгәр ҙә эш күләме артһа, йәнә бер-ике кешегә шөғөл буласаҡ. Баҙар иҡтисады шарттарында һәр клиент өсөн көрәш барыуын, районда был өлкәлә конкуренттар барлығын иҫәпкә алып, эшҡыуар төрлө акциялар ойоштороуҙы ла күҙ уңында тота. Мәҫәлән, һәр унынсы автомобилде бушлай йыуыу йәки өсөнсө тапҡыр бында килһәң, ташламалы хаҡтан файҙаланыу һәм башҡалар.
Заман менән бергә атлаған, ауырлыҡтар алдында баҙап ҡалмаған йәш, дәртле, әле утыҙы ла тулмаған эшҡыуарҙың яулайһы үрҙәре, уңыштары алда әле.