Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Эштәре ырамлыРайон хужалыҡтарының бер ҡасан да эшһеҙ торғаны юҡ: яҙғы сәсеү тамамланыу менән техника ремонтлана, ҡышты иҫән-һау үткәргәс, йәнә ең һыҙғанып баҫыуға сығалар. Вәлиев исемендәге тоҡомсолоҡ заводына беҙ барғанда эштәр гөрләй ине – хужалыҡ яҙғы сәсеүгә әҙерләнә, ашламалар барлай.
– Ауыл уңғандарҙы ярата. Бөгөн тир түкмәйенсә йәшәп булмай, – тип ҡаршы алды хужалыҡ рәйесе Ғәли Мир­ҡасимов. – Яҙғы сәсеүгә әҙер­лә­нәбеҙ. Ашламалар индерәбеҙ. 450 тонна карбамид алдыҡ. Хужалыҡҡа килгәндә инде, 2500 һыйыр малы бар, шуның 800-ө һауыла, йәнә 300 баш йөк аты аҫрала. Беҙҙең хужа­лыҡҡа ҡара-сыбар мал үрсетеү буйынса тоҡомсолоҡ заводы статусы би­релде. Матди-техник базабыҙ ҡеүәтле: заманса техника 300 берә­мектән ашыу һәм техника паркы йыл һайын яңыртыла бара. Мал һимертеү майҙансығы эшләй, әммә юғары нәтижәләргә өлгәшеү өсөн мал аҙығының сифатлы булыуы шарт.
Вәлиев исемендәге тоҡомсолоҡ заводы, “500 ферма” республика программаһында ҡатнашып, биш бина төҙөй. “Ауыл өйө” программаһы буйынса йәш белгестәр күркәм йорттар һалып ингән.
Хужалыҡта малсылыҡты үҫтереү айырым программаға ярашлы ойошторола. Унда 200-ҙән ашыу кеше эшләй. Мал аҫрауы еңелдән түгел, әлбиттә. Быны һәр кем яҡшы белә. Ул түҙемлек, иғтибар талап итә. Был йәһәттән хужалыҡ эшселәре Мәсғүт Ханнанов, Илдус Нуруллин – тәжри­бәле мал ҡараусылар. Һауын­сылар Рафия Сәмиғуллина, Әлфиә Рәхи­мова, Ләйлә Шамилева, Светлана Ахунова, Рузана Әкрәмова үҙ эштәренән ҡәнәғәт. Әйткәндәй, был хәҙерге заман фермаһында һөткә һауынсының ҡулы ла теймәй. Барыһын да робот башҡара. Продукция туранан-тура үткәргес аша һыуытҡысҡа оҙатыла. Көнөнә ун тонна “аҡ” Дүртөйлө һөт комбинатына тапшырыла. Хужалыҡ һөт етештереүҙән мул табыш ала.
Механизаторҙар Рәил Аҫылов, Рифҡәт Әсәҙуллин, Рәмил Басиров, Ирек Хәкимов, Александр Чернышев, Илфаҡ Ғәзетдинов, Илшат Хәмәт­динов, Алмас Сәғәҙиев, Линар Сәғә­ҙиев, Әнәс Сәрүәров, Ришат Ситдиҡов, Ринат Хөсәйенов, Ришат Сәлим­гәрәев үҙ бурыстарын намыҫлы баш­ҡара. Ғәли Мирзаһит улы шулай уҡ урын­баҫарҙары Наил Солтанов, Владислав Фәрхетдинов, баш зоотехник Флүр Ғиндуллин, баш инженер Рим Михай­ловтың исемдәрен маҡтап телгә ала.
Йәмғиәттең өҫтөнлөклө йүнәлеше – малсылыҡ һәм үҫемлекселек. Һө­рөн­тө ерҙәре тиҫтәләрсә мең гектар майҙанды биләй. Хужалыҡ эшмә­кәрлегенең өҫтөнлөклө йүнәлеш­тәренең береһе – орлоҡсолоҡ. Бында элиталы сортлы бойҙай, арпа, һоло етештерелә. Етәкселек йылдан-йыл һыйыр малын арттырыуҙы үҙенә маҡсат иткән.
Эштәре ырамлыВәлиев исемендәге тоҡомсолоҡ заводы етәксеһе Ғәли Мирҡасимов әйтеүенсә, малсылыҡ һәм үҫемлексе­лек тармаҡтарын алдынғы технологиялар нигеҙендә үҫтереү эше артабан да дауам итәсәк. Быларҙың ба­рыһы ла хужалыҡтың хәленән килер­ҙәй эштәр, сөнки райондың алдынғы хужалыҡтарының бер ҡасан да үҙ позицияларынан тайпылғаны юҡ.


Автор: Г. СӘХИЕВА. Район: Дүртөйлө районы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Өфөлә Heaven's Garden рекреацион-ҡунаҡхана комплексы төҙөлә

Өфөлә Heaven's Garden рекреацион-ҡунаҡхана комплексы төҙөлә 04.06.2026 // Иҡтисад

Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумында Өфөлә күләмле инвестиция проектын бойомға ашырыу тураһында ......

Тотош уҡырға 1

Абхазия президенты Петербург халыҡ-ара форумында Башҡортостан стендын ҡараны

Абхазия президенты Петербург халыҡ-ара форумында Башҡортостан стендын ҡараны 04.06.2026 // Иҡтисад

Абхазия президенты Бадра Гунба 29-сы Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумында Башҡортостан ......

Тотош уҡырға 1

Башҡортостан стенды – Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумында иң сағыуҙарының береһе

Башҡортостан стенды – Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумында иң сағыуҙарының береһе 04.06.2026 // Иҡтисад

Был хаҡта форумда ҡатнашыусы – Федерация Советының фән, мәғариф һәм мәҙәниәт буйынса комитеты ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумында Башҡортостан делегацияһының бурыстары хаҡында һөйләне
Башҡортостан  Петербург халыҡ-ара форумында ҡатнашыусыларҙы «һөйләүсе ағас» менән хайран ҡалдырҙы

Башҡортостан Петербург халыҡ-ара форумында ҡатнашыусыларҙы «һөйләүсе ағас» менән хайран ҡалдырҙы 03.06.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан Петербург халыҡ-ара форумында ҡатнашыусыларҙы «һөйләүсе ағас» менән хайран ҡалдырҙы...

Тотош уҡырға 1

Баш ҡала эргәһендә заманса турбаза төҙөлә

Баш ҡала эргәһендә заманса турбаза төҙөлә 02.06.2026 // Иҡтисад

Шишмә районындағы яңы объектҡа инвестициялар күләме ярты миллиард һум самаһы тәшкил итәсәк....

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда яғыулыҡҡа хаҡ артҡан

Башҡортостанда яғыулыҡҡа хаҡ артҡан 26.05.2026 // Иҡтисад

Башҡортостанда яғыулыҡҡа хаҡ артҡан...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда ферма һәм техника заводы төҙөлә

Башҡортостанда ферма һәм техника заводы төҙөлә 22.05.2026 // Иҡтисад

Өфөгә эш сәфәре менән Ташкент өлкәһенән Premier Electrotech компанияһы делегацияһы килде. Компания ......

Тотош уҡырға 2

Баш ҡалала каштандар сәскә атҡан

Баш ҡалала каштандар сәскә атҡан 20.05.2026 // Иҡтисад

Баш ҡалала каштандар сәскә атҡан...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда сәсеү кампанияһы «экватор»ҙы үтте

Башҡортостанда сәсеү кампанияһы «экватор»ҙы үтте 18.05.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан хөкүмәте вице-премьеры — ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов республикала сәсеү ......

Тотош уҡырға 3

Башҡортостанға ямғырҙар урынына эҫе көндәр килә

Башҡортостанға ямғырҙар урынына эҫе көндәр килә 12.05.2026 // Иҡтисад

Башҡортостанға ямғырҙар урынына эҫе көндәр килә...

Тотош уҡырға 6

Йәннәт һәм Сәрүәт: Башҡортостанда ата-әсәләр ниндәй исемдәр һайлай

Йәннәт һәм Сәрүәт: Башҡортостанда ата-әсәләр ниндәй исемдәр һайлай 12.05.2026 // Иҡтисад

Йәннәт һәм Сәрүәт: Башҡортостанда ата-әсәләр ниндәй исемдәр һайлай...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә