Район хужалыҡтарының бер ҡасан да эшһеҙ торғаны юҡ: яҙғы сәсеү тамамланыу менән техника ремонтлана, ҡышты иҫән-һау үткәргәс, йәнә ең һыҙғанып баҫыуға сығалар. Вәлиев исемендәге тоҡомсолоҡ заводына беҙ барғанда эштәр гөрләй ине – хужалыҡ яҙғы сәсеүгә әҙерләнә, ашламалар барлай.– Ауыл уңғандарҙы ярата. Бөгөн тир түкмәйенсә йәшәп булмай, – тип ҡаршы алды хужалыҡ рәйесе Ғәли Мирҡасимов. – Яҙғы сәсеүгә әҙерләнәбеҙ. Ашламалар индерәбеҙ. 450 тонна карбамид алдыҡ. Хужалыҡҡа килгәндә инде, 2500 һыйыр малы бар, шуның 800-ө һауыла, йәнә 300 баш йөк аты аҫрала. Беҙҙең хужалыҡҡа ҡара-сыбар мал үрсетеү буйынса тоҡомсолоҡ заводы статусы бирелде. Матди-техник базабыҙ ҡеүәтле: заманса техника 300 берәмектән ашыу һәм техника паркы йыл һайын яңыртыла бара. Мал һимертеү майҙансығы эшләй, әммә юғары нәтижәләргә өлгәшеү өсөн мал аҙығының сифатлы булыуы шарт.
Вәлиев исемендәге тоҡомсолоҡ заводы, “500 ферма” республика программаһында ҡатнашып, биш бина төҙөй. “Ауыл өйө” программаһы буйынса йәш белгестәр күркәм йорттар һалып ингән.
Хужалыҡта малсылыҡты үҫтереү айырым программаға ярашлы ойошторола. Унда 200-ҙән ашыу кеше эшләй. Мал аҫрауы еңелдән түгел, әлбиттә. Быны һәр кем яҡшы белә. Ул түҙемлек, иғтибар талап итә. Был йәһәттән хужалыҡ эшселәре Мәсғүт Ханнанов, Илдус Нуруллин – тәжрибәле мал ҡараусылар. Һауынсылар Рафия Сәмиғуллина, Әлфиә Рәхимова, Ләйлә Шамилева, Светлана Ахунова, Рузана Әкрәмова үҙ эштәренән ҡәнәғәт. Әйткәндәй, был хәҙерге заман фермаһында һөткә һауынсының ҡулы ла теймәй. Барыһын да робот башҡара. Продукция туранан-тура үткәргес аша һыуытҡысҡа оҙатыла. Көнөнә ун тонна “аҡ” Дүртөйлө һөт комбинатына тапшырыла. Хужалыҡ һөт етештереүҙән мул табыш ала.
Механизаторҙар Рәил Аҫылов, Рифҡәт Әсәҙуллин, Рәмил Басиров, Ирек Хәкимов, Александр Чернышев, Илфаҡ Ғәзетдинов, Илшат Хәмәтдинов, Алмас Сәғәҙиев, Линар Сәғәҙиев, Әнәс Сәрүәров, Ришат Ситдиҡов, Ринат Хөсәйенов, Ришат Сәлимгәрәев үҙ бурыстарын намыҫлы башҡара. Ғәли Мирзаһит улы шулай уҡ урынбаҫарҙары Наил Солтанов, Владислав Фәрхетдинов, баш зоотехник Флүр Ғиндуллин, баш инженер Рим Михайловтың исемдәрен маҡтап телгә ала.
Йәмғиәттең өҫтөнлөклө йүнәлеше – малсылыҡ һәм үҫемлекселек. Һөрөнтө ерҙәре тиҫтәләрсә мең гектар майҙанды биләй. Хужалыҡ эшмәкәрлегенең өҫтөнлөклө йүнәлештәренең береһе – орлоҡсолоҡ. Бында элиталы сортлы бойҙай, арпа, һоло етештерелә. Етәкселек йылдан-йыл һыйыр малын арттырыуҙы үҙенә маҡсат иткән.
Вәлиев исемендәге тоҡомсолоҡ заводы етәксеһе Ғәли Мирҡасимов әйтеүенсә, малсылыҡ һәм үҫемлекселек тармаҡтарын алдынғы технологиялар нигеҙендә үҫтереү эше артабан да дауам итәсәк. Быларҙың барыһы ла хужалыҡтың хәленән килерҙәй эштәр, сөнки райондың алдынғы хужалыҡтарының бер ҡасан да үҙ позицияларынан тайпылғаны юҡ.