Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Иҡтисад » Тоҡомло малға өмөт ҙур
Тоҡомло малға өмөт ҙурАуылда йәшәгәндәрҙең күбеһе бөгөн яңыса көн итергә өйрәнә. Яңыса тигәндәй, үҙ эшен аса, аҡсалы һәм етеш тормошто хуп күрә. Ҡураң тулы мал, өҫтәлең ризыҡҡа бай булһын өсөн ең һыҙғанып тырышырға кәрәклеген оноторға ярамай. Шунлыҡтан кем егәрле, заман бөгөн улар ҡулында. Юҡты бар итә, барҙы аш итә, ти халыҡ ундайҙар хаҡында.
Шундай уңған фермерҙарҙың береһе – Хәйбулла районында йәшәгән Зөфәр Боҫҡонов. 2015 йылда үҙ эшен асҡан эшҡыуар, бер йылдан “Яңы эш башлаған фермер” дәүләт программаһында ҡатнашып, 1 миллион 150 һумлыҡ грант алыуға өлгәшә. Был сум­маға Миәкә районынан симменталь тоҡомло 17 баш тана һатып ала, һыу үткәреү өсөн ҡоҙоҡ ҡаҙҙыра, шәхси ихатаһында мал өсөн һарай төҙөй.
– Симменталь тоҡомло һы­йыр­ҙарҙың продуктлылығы юғары, шуға күрә эште мал тоҡомон яҡшыртыуҙан башланым. Халыҡта “һигеҙ һыйыр аҫрағансы, һимеҙ һыйыр аҫра” тигән мәҡәл дә бар бит. Яҡшы тоҡомдоң быҙауы ла ҙур була. Программаға ярашлы, 2020 йылға тиклем мал һанын 55-кә тултырырға тейешмен, шуға күрә малды ишәйтеү буйынса шөғөл­ләнәм. Үҙебеҙҙең 12 баш һы­йырыбыҙ бар ине, улар быҙаулай башланы, аҙыраҡ малҡайҙар менән быҙауҡайҙар баш-күҙ алһа, һөт һауыуҙы яйға һалырбыҙ тип торабыҙ, – ти Зөфәр Шәүәли улы.
Эшҡыуарҙың 50 гектар бесән­лек, бер аҙ сәсеүлек ере бар, үҙ техникаһы менән етәрлек күләм­дә мал аҙығы әҙерләй. Тормош иптәше Рәлиә Хәлит ҡыҙы менән ике ҡыҙ тәрбиәләп үҫтереп, башлы-күҙле иткән. Әйткәндәй, ҡыҙ­ҙары ла эшҡыуар­лыҡ юлын һай­лап, күптән инде үҙ эшен асып, районда танылған йүнсел ҡатын-ҡыҙҙар рәтендә. Зөфәр Боҫҡонов ике кешегә эш урыны булдырған, йәйге-көҙгө осорҙа ваҡытлыса эшселәр талап ителә.
Йәй мәле еткәс, эшҡыуар үҙенең башмаҡтарын Бакаловка ауылы көтөүенә, һыйырҙарҙы Әбүбәкер ауылы көтөүенә ҡуша. Малсылыҡ йүнәлешендә эш баш­лаған фермерҙарҙың кемеһелер үҙ ризығын итләтә һатыу яғында булһа, минең геройымдың уйҙа­ры башҡасараҡ. “Мин һөтләтә һатыу яғындамын, улай иткәндә, табышлыраҡ килеп сыға. Һөттө һауып, айыртып, ҡаймаҡ-майын эшләп ултырғансы, көндәлек аҡты тапшырһаң, еңел дә, отош­ло ла. Хәҙер һөт тере табыш сығанағына әүерелә бара, биге­рәк тә яҙғы-көҙгө осорҙа. Йәй һөткә бер аҙ хаҡ төшә, әммә ваҡытында иҫәпләшеп барһалар, уныһына ла түҙергә мөмкин. Иң мөһиме – ҡулға аҡса керә.
Нисек кенә булмаһын, дәүләт “мә, ал” тип торғанда, төрлө программаларҙа ҡатнашып, грант отоп, үҙ эшеңде асыу күпкә отошлораҡ түгелме һуң?! “Эш юҡ” тип оран һалып сит ерҙәрҙә эшләп алданғансы, үҙ йортоң бар икән, әйҙә ас үҙ эшеңде... Һыйыр малы үрсетәһеңме, һарыҡсылыҡ, йыл­ҡы­сылыҡ тармағын һайлай­һыңмы, ҡаҙ аҫрайһыңмы – барыһына ла дәүләт ярҙамы бар, тик елкәңдең ҡалын булыуы ғына мотлаҡ.


Автор: Кәримә УСМАНОВА.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостан заправкаларында бензинға хаҡ артҡан

Башҡортостан заправкаларында бензинға хаҡ артҡан 11.06.2026 // Иҡтисад

«Башнефть» заправкаларында йәнә хаҡ артҡан. Бензиндың популяр маркалары 10 тингә ҡиммәтләнгән. ......

Тотош уҡырға 3

12 июндә Башҡортостандың 20 районында  «ҡоро закон» ғәмәлдә

12 июндә Башҡортостандың 20 районында «ҡоро закон» ғәмәлдә 11.06.2026 // Иҡтисад

Рәсәй көнөндә, 12 июндә, Башҡортостандың 20 районында һабантуйҙар ойошторола, тимәк, был ......

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда Саҡмағош - Дүртөйлө юлы төҙөкләндерелә

Башҡортостанда Саҡмағош - Дүртөйлө юлы төҙөкләндерелә 11.06.2026 // Иҡтисад

Башҡортостанда Саҡмағош - Дүртөйлө юлы төҙөкләндерелә...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостанда уртаса хеҙмәт хаҡы билдәле булды

Башҡортостанда уртаса хеҙмәт хаҡы билдәле булды 08.06.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан статистары республикалағы уртаса эш хаҡы күләмен атаны....

Тотош уҡырға 2

Башҡортостан Вологда өлкәһе менән хеҙмәттәшлек итәсәк

Башҡортостан Вологда өлкәһе менән хеҙмәттәшлек итәсәк 05.06.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан Вологда өлкәһе менән хеҙмәттәшлек итәсәк...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан инвестиция мөхите торошоноң милли рейтингында үҙ позицияһын һаҡлап ҡалды

Башҡортостан инвестиция мөхите торошоноң милли рейтингында үҙ позицияһын һаҡлап ҡалды 05.06.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан инвестиция мөхите торошоноң милли рейтингында үҙ позицияһын һаҡлап ҡалды...

Тотош уҡырға 3

Радий Хәбиров «Технониколь» менән Башҡортостанда яңы сәнәғәт проекттарын тикшерҙе
Өфөлә Heaven's Garden рекреацион-ҡунаҡхана комплексы төҙөлә

Өфөлә Heaven's Garden рекреацион-ҡунаҡхана комплексы төҙөлә 04.06.2026 // Иҡтисад

Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумында Өфөлә күләмле инвестиция проектын бойомға ашырыу тураһында ......

Тотош уҡырға 5

Абхазия президенты Петербург халыҡ-ара форумында Башҡортостан стендын ҡараны

Абхазия президенты Петербург халыҡ-ара форумында Башҡортостан стендын ҡараны 04.06.2026 // Иҡтисад

Абхазия президенты Бадра Гунба 29-сы Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумында Башҡортостан ......

Тотош уҡырға 2

Башҡортостан стенды – Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумында иң сағыуҙарының береһе

Башҡортостан стенды – Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумында иң сағыуҙарының береһе 04.06.2026 // Иҡтисад

Был хаҡта форумда ҡатнашыусы – Федерация Советының фән, мәғариф һәм мәҙәниәт буйынса комитеты ......

Тотош уҡырға 2

Радий Хәбиров Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумында Башҡортостан делегацияһының бурыстары хаҡында һөйләне

Радий Хәбиров Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумында Башҡортостан делегацияһының бурыстары хаҡында һөйләне 04.06.2026 // Иҡтисад

Радий Хәбиров Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумында Башҡортостан делегацияһының бурыстары хаҡында ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостан  Петербург халыҡ-ара форумында ҡатнашыусыларҙы «һөйләүсе ағас» менән хайран ҡалдырҙы

Башҡортостан Петербург халыҡ-ара форумында ҡатнашыусыларҙы «һөйләүсе ағас» менән хайран ҡалдырҙы 03.06.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан Петербург халыҡ-ара форумында ҡатнашыусыларҙы «һөйләүсе ағас» менән хайран ҡалдырҙы...

Тотош уҡырға 2


Комментарий өҫтәргә