Ауылда йәшәгәндәрҙең күбеһе бөгөн яңыса көн итергә өйрәнә. Яңыса тигәндәй, үҙ эшен аса, аҡсалы һәм етеш тормошто хуп күрә. Ҡураң тулы мал, өҫтәлең ризыҡҡа бай булһын өсөн ең һыҙғанып тырышырға кәрәклеген оноторға ярамай. Шунлыҡтан кем егәрле, заман бөгөн улар ҡулында. Юҡты бар итә, барҙы аш итә, ти халыҡ ундайҙар хаҡында.Шундай уңған фермерҙарҙың береһе – Хәйбулла районында йәшәгән Зөфәр Боҫҡонов. 2015 йылда үҙ эшен асҡан эшҡыуар, бер йылдан “Яңы эш башлаған фермер” дәүләт программаһында ҡатнашып, 1 миллион 150 һумлыҡ грант алыуға өлгәшә. Был суммаға Миәкә районынан симменталь тоҡомло 17 баш тана һатып ала, һыу үткәреү өсөн ҡоҙоҡ ҡаҙҙыра, шәхси ихатаһында мал өсөн һарай төҙөй.
– Симменталь тоҡомло һыйырҙарҙың продуктлылығы юғары, шуға күрә эште мал тоҡомон яҡшыртыуҙан башланым. Халыҡта “һигеҙ һыйыр аҫрағансы, һимеҙ һыйыр аҫра” тигән мәҡәл дә бар бит. Яҡшы тоҡомдоң быҙауы ла ҙур була. Программаға ярашлы, 2020 йылға тиклем мал һанын 55-кә тултырырға тейешмен, шуға күрә малды ишәйтеү буйынса шөғөлләнәм. Үҙебеҙҙең 12 баш һыйырыбыҙ бар ине, улар быҙаулай башланы, аҙыраҡ малҡайҙар менән быҙауҡайҙар баш-күҙ алһа, һөт һауыуҙы яйға һалырбыҙ тип торабыҙ, – ти Зөфәр Шәүәли улы.
Эшҡыуарҙың 50 гектар бесәнлек, бер аҙ сәсеүлек ере бар, үҙ техникаһы менән етәрлек күләмдә мал аҙығы әҙерләй. Тормош иптәше Рәлиә Хәлит ҡыҙы менән ике ҡыҙ тәрбиәләп үҫтереп, башлы-күҙле иткән. Әйткәндәй, ҡыҙҙары ла эшҡыуарлыҡ юлын һайлап, күптән инде үҙ эшен асып, районда танылған йүнсел ҡатын-ҡыҙҙар рәтендә. Зөфәр Боҫҡонов ике кешегә эш урыны булдырған, йәйге-көҙгө осорҙа ваҡытлыса эшселәр талап ителә.
Йәй мәле еткәс, эшҡыуар үҙенең башмаҡтарын Бакаловка ауылы көтөүенә, һыйырҙарҙы Әбүбәкер ауылы көтөүенә ҡуша. Малсылыҡ йүнәлешендә эш башлаған фермерҙарҙың кемеһелер үҙ ризығын итләтә һатыу яғында булһа, минең геройымдың уйҙары башҡасараҡ. “Мин һөтләтә һатыу яғындамын, улай иткәндә, табышлыраҡ килеп сыға. Һөттө һауып, айыртып, ҡаймаҡ-майын эшләп ултырғансы, көндәлек аҡты тапшырһаң, еңел дә, отошло ла. Хәҙер һөт тере табыш сығанағына әүерелә бара, бигерәк тә яҙғы-көҙгө осорҙа. Йәй һөткә бер аҙ хаҡ төшә, әммә ваҡытында иҫәпләшеп барһалар, уныһына ла түҙергә мөмкин. Иң мөһиме – ҡулға аҡса керә.
Нисек кенә булмаһын, дәүләт “мә, ал” тип торғанда, төрлө программаларҙа ҡатнашып, грант отоп, үҙ эшеңде асыу күпкә отошлораҡ түгелме һуң?! “Эш юҡ” тип оран һалып сит ерҙәрҙә эшләп алданғансы, үҙ йортоң бар икән, әйҙә ас үҙ эшеңде... Һыйыр малы үрсетәһеңме, һарыҡсылыҡ, йылҡысылыҡ тармағын һайлайһыңмы, ҡаҙ аҫрайһыңмы – барыһына ла дәүләт ярҙамы бар, тик елкәңдең ҡалын булыуы ғына мотлаҡ.