Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Күңеленә ятҡан шөғөл
Күңеленә ятҡан шөғөл Хеҙмәттәрен уңышлы теүәлләп хаҡлы ялға сыҡҡан элекке хәрбиҙәр, артабан үҙҙәре өсөн сағыштырмаса ят булған ниндәй генә яңы эшкә тотонмаһын, еренә еткереп, ҙур теләк менән башҡара. Был тәү сиратта ир-аттың тиҫтәләгән йыл ныҡлы тәртипкә өйрәнеп йәшәүенән, бар нәмәне тейешле кимәлдә үтәү кәрәклегенә ныҡлап күнегеүенән киләлер. Уларҙың күбеһе, матди яҡты икенсел урынға ҡуйып, һайлаған шөғөлдәренән күңелдәренә шатлыҡ та ала, буш ваҡыттарын файҙалы ла итә. Өс тиҫтә йылдан артыҡ ғүмерен хәрби хеҙмәткә арнаған Ринат Вәсфи улының ҡала шарттарында йорт ҡуяндары аҫрауы – быға асыҡ миҫал.
Тейешле мөмкинлектәре етерлек булғандарҙың, шул иҫәптән ауылда йәшәгәндәрҙең күбеһе баҙнат итмәгән был мәшәҡәтле эште Ринат Нуретдинов бынан алты йыл элек башлаған. Тәүге осор ҡыйынлыҡтары бөгөн онотолған да тиерлек, ярайһы ғына ваҡыт һәм иғтибар талап иткән шөғөл уның көндәлек хәстәренә әйләнгән. Мауығыуы хаҡында бәйән иткәндә ветерандың күҙҙәрендә осҡондар уйнай, йөҙө тағы ла яҡтырып киткәндәй тойола.
– Хәрби хеҙмәтте тамамлар алдынан һөнәрҙәшем Ришат Хәбибуллин менән яҡын киләсәктәге тормош хаҡында һөйләшеп киттек. Һүҙҙән һүҙ сығып, мәктәптә уҡыған йылдарҙа йорт ҡуяндары тотоуыбыҙҙы иҫкә төшөрҙөм. Атайым эштә саҡта уларҙы ҡустым менән икәүләп ҡарай инек. Нәҡ ошо хәтерләүҙәр ҡасандыр таныш булған шөғөлгә яңынан ҡайтарҙы ла инде...
“Атанан күргән – уҡ юнған”, тип юҡҡа ғына әйтмәйҙәр бит халыҡта. Ғүмерен финанс өлкәһендәге яуаплы вазифаларға арнаған Вәсфи ағай улының күңеленә матур өлгө һалып ҡалдырған булып сыға. Ҡыҫҡаһы, ҡаланың яңы биҫтәләренең береһендә үҙ йортонда йәшәп ятҡан ир-уҙаман тиҙ арала махсус урын әҙерләй һәм ҡуяндар алып та ҡайта. Хәҙер улар утыҙ башҡа яҡын. Былай тип әйтеүе генә еңел. Хайуандарҙың көноҙоно ниндәй тәрбиә талап иткәнен уларҙы тотоусылар үҙҙәре генә белә. Ҡуяндары өсөн кәрәк булғас, Ринат Вәсфи улы ҡулына салғы алып бесән сабырға ла өйрәнгән. Ҡатнаш аҙығын да, игенен дә алдан хәстәрләй.
“Хәрби пенсияһы етмәйме ни уның?” – тип әйтер бәғзеләр. Бар ғиллә нәҡ ошонда ла инде: үҙе ҡарап үҫтергән ҡуяндарын бер кемгә лә һатмай икән Ринат Нуретдинов. Мәшәҡәттәре күңел өсөн булһа, йорт ҡуяндарының үҙенсәлекле һәм файҙалы итен ике ҡыҙының ғаиләһенә, дуҫтарына һәм туғандарына бушлай таратып бирә ул. Әлбиттә, тәү сиратта ҡатыны Әлиә (әйткәндәй, ул да элекке хәрби хеҙмәткәр) ҡуян итенән тәмле бәлеш һәм башҡа төр ризыҡтар әҙерләй. Уларҙы байрам табындарына йыйылған ҡәрҙәштәре маҡтап бөтә алмай.
“Ҡуяндарын ҡараштырып инә лә телевизор ҡаршыһына ултыралыр” тигән һүҙҙәр ҙә Ринат Вәсфи улы хаҡында түгел. Ғүмеренең етенсе тиҫтәһен ваҡлаған запастағы полковник ҡала предприя­тиеларының береһендә әле лә яуаплы вазифа башҡара, хәрби ветерандар ойошмаһы эшмәкәрлегенән һәм башҡа йәмәғәт бурыс­тарынан ситләшмәй, төрлө коллектив сараларҙың гел уртаһында була. Ә ял көндәрендә уның йорто ҡыҙҙары һәм кейәүҙәренең, ейән-ейәнсәрҙәренең шатлыҡ­лы тауыштарына күмелә. Олатайҙарының ҡуяндарын кескәйҙәр ҙә үҙ итә хәҙер.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк

Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк 30.03.2019 // Иҡтисад

Хәҙер магазин кәштәләре һөт ризыҡтарынан һығылып тора. Ниндәйе генә юҡ уларҙың: ситтән...

Тотош уҡырға 1 332

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә...

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә... 29.03.2019 // Иҡтисад

Шишмә районы хакимиәтендә “Инвестиция сәғәте” тәртибендә эшҡыуарҙар менән осрашыу булды. Унда ике...

Тотош уҡырға 1 386

Һабантуйға килегеҙ!

Һабантуйға килегеҙ! 29.03.2019 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров 14 – 15 июндә “Урал аръяғы-2019”...

Тотош уҡырға 1 269

Көмөш йөҙөк – ҡул күрке, оҫта – донъя тотҡаһы
"Файҙаһы ҙур буласаҡ"

"Файҙаһы ҙур буласаҡ" 28.03.2019 // Иҡтисад

Был сараның файҙаһы, һис шикһеҙ, ҙур буласаҡ. Шундай фекергә килде тәүге “Инвестиция сәғәте”ндә үк...

Тотош уҡырға 1 342

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна?

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна? 28.03.2019 // Иҡтисад

Баҡалы районында үткән “Инвестиция сәғәте”ндә ауыл хужалығына бәйле проекттар ҡаралды....

Тотош уҡырға 1 292

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе 28.03.2019 // Иҡтисад

Йылайырҙа ла “Инвестиция сәғәте” үтте. Унда район хакимиәте башлығы Илгиз Фәтҡуллин, Эшҡыуарлыҡ һәм...

Тотош уҡырға 1 362

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ 28.03.2019 // Иҡтисад

Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнгәндәр, үҙ кәсебенә яңы тотонғандар, ситтән килгән...

Тотош уҡырға 1 365

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Учалы районы хакимиәтендә муниципаль "Инвестиция сәғәте" үтте....

Тотош уҡырға 1 336

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте”

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте” 28.03.2019 // Иҡтисад

Билдәле булыуынса, республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ҡала һәм район...

Тотош уҡырға 1 326

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Кушнаренкола өсөнсө тапҡыр “Инвестиция сәғәте” ултырышы үтте....

Тотош уҡырға 1 265

Ауыл ҡатынының тормошон ауырлаштыралар

Ауыл ҡатынының тормошон ауырлаштыралар 27.03.2019 // Иҡтисад

Ауыл ерендә эшләгән ҡатын-ҡыҙҙы бигүк күңелле булмаған үҙгәрештәр көтә. Рәсәйҙең Хеҙмәт һәм социаль...

Тотош уҡырға 1 503