Хеҙмәттәрен уңышлы теүәлләп хаҡлы ялға сыҡҡан элекке хәрбиҙәр, артабан үҙҙәре өсөн сағыштырмаса ят булған ниндәй генә яңы эшкә тотонмаһын, еренә еткереп, ҙур теләк менән башҡара. Был тәү сиратта ир-аттың тиҫтәләгән йыл ныҡлы тәртипкә өйрәнеп йәшәүенән, бар нәмәне тейешле кимәлдә үтәү кәрәклегенә ныҡлап күнегеүенән киләлер. Уларҙың күбеһе, матди яҡты икенсел урынға ҡуйып, һайлаған шөғөлдәренән күңелдәренә шатлыҡ та ала, буш ваҡыттарын файҙалы ла итә. Өс тиҫтә йылдан артыҡ ғүмерен хәрби хеҙмәткә арнаған Ринат Вәсфи улының ҡала шарттарында йорт ҡуяндары аҫрауы – быға асыҡ миҫал. Тейешле мөмкинлектәре етерлек булғандарҙың, шул иҫәптән ауылда йәшәгәндәрҙең күбеһе баҙнат итмәгән был мәшәҡәтле эште Ринат Нуретдинов бынан алты йыл элек башлаған. Тәүге осор ҡыйынлыҡтары бөгөн онотолған да тиерлек, ярайһы ғына ваҡыт һәм иғтибар талап иткән шөғөл уның көндәлек хәстәренә әйләнгән. Мауығыуы хаҡында бәйән иткәндә ветерандың күҙҙәрендә осҡондар уйнай, йөҙө тағы ла яҡтырып киткәндәй тойола.
– Хәрби хеҙмәтте тамамлар алдынан һөнәрҙәшем Ришат Хәбибуллин менән яҡын киләсәктәге тормош хаҡында һөйләшеп киттек. Һүҙҙән һүҙ сығып, мәктәптә уҡыған йылдарҙа йорт ҡуяндары тотоуыбыҙҙы иҫкә төшөрҙөм. Атайым эштә саҡта уларҙы ҡустым менән икәүләп ҡарай инек. Нәҡ ошо хәтерләүҙәр ҡасандыр таныш булған шөғөлгә яңынан ҡайтарҙы ла инде...
“Атанан күргән – уҡ юнған”, тип юҡҡа ғына әйтмәйҙәр бит халыҡта. Ғүмерен финанс өлкәһендәге яуаплы вазифаларға арнаған Вәсфи ағай улының күңеленә матур өлгө һалып ҡалдырған булып сыға. Ҡыҫҡаһы, ҡаланың яңы биҫтәләренең береһендә үҙ йортонда йәшәп ятҡан ир-уҙаман тиҙ арала махсус урын әҙерләй һәм ҡуяндар алып та ҡайта. Хәҙер улар утыҙ башҡа яҡын. Былай тип әйтеүе генә еңел. Хайуандарҙың көноҙоно ниндәй тәрбиә талап иткәнен уларҙы тотоусылар үҙҙәре генә белә. Ҡуяндары өсөн кәрәк булғас, Ринат Вәсфи улы ҡулына салғы алып бесән сабырға ла өйрәнгән. Ҡатнаш аҙығын да, игенен дә алдан хәстәрләй.
“Хәрби пенсияһы етмәйме ни уның?” – тип әйтер бәғзеләр. Бар ғиллә нәҡ ошонда ла инде: үҙе ҡарап үҫтергән ҡуяндарын бер кемгә лә һатмай икән Ринат Нуретдинов. Мәшәҡәттәре күңел өсөн булһа, йорт ҡуяндарының үҙенсәлекле һәм файҙалы итен ике ҡыҙының ғаиләһенә, дуҫтарына һәм туғандарына бушлай таратып бирә ул. Әлбиттә, тәү сиратта ҡатыны Әлиә (әйткәндәй, ул да элекке хәрби хеҙмәткәр) ҡуян итенән тәмле бәлеш һәм башҡа төр ризыҡтар әҙерләй. Уларҙы байрам табындарына йыйылған ҡәрҙәштәре маҡтап бөтә алмай.
“Ҡуяндарын ҡараштырып инә лә телевизор ҡаршыһына ултыралыр” тигән һүҙҙәр ҙә Ринат Вәсфи улы хаҡында түгел. Ғүмеренең етенсе тиҫтәһен ваҡлаған запастағы полковник ҡала предприятиеларының береһендә әле лә яуаплы вазифа башҡара, хәрби ветерандар ойошмаһы эшмәкәрлегенән һәм башҡа йәмәғәт бурыстарынан ситләшмәй, төрлө коллектив сараларҙың гел уртаһында була. Ә ял көндәрендә уның йорто ҡыҙҙары һәм кейәүҙәренең, ейән-ейәнсәрҙәренең шатлыҡлы тауыштарына күмелә. Олатайҙарының ҡуяндарын кескәйҙәр ҙә үҙ итә хәҙер.