Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Төҙөгән донъям – балаларым өсөн”
“Төҙөгән донъям – балаларым өсөн” Тырышһаң, ауылда ла мул йәшәп була тигән фекер менән килешмәгәндәр етерлек. Йәнәһе лә, мал аҫрар өсөн түгелгән сығым үҙен аҡламай, етештерелгән аҙыҡ-түлекте сығарып һатыуы мәшәҡәт. Тағы ла йөҙ һылтау табырға була. Ә бына Илеш районының Ҡыҙыл Байраҡ ауылында йәшәгән Татьяна һәм Өлфәт Шәрифуллиндар үҙ өлгөләре менән ауылда ла бына тигән донъя көтөп, етеш тормошта йәшәргә мөмкин икәнлеген дәлилләй.
“Төҙөгән донъям – балаларым өсөн”Өлфәт ағай менән биш минут аралаш­ҡандан һуң әйбер­ҙәреңде йыйып, ауылға күсенге килә башлай. Яландай йорт һалып сыҡҡандар, ихаталары иркен. Йорт­тары эргәһендә генә магазин төҙөй башла­ғандар. Эште яҙға тамамларға торалар. Өлфәт Зөфәр улының киләсәккә пландары ла Напо­леондыҡы һымаҡ!
– Бер баламды ла ситкә ебәрмәй, артабан күрше булып, бергә-бергә тормош көтөргә ниәтләйем. Бындай иркен донъяны мин кем өсөн булдырам? Балаларым өсөн! – тип һүҙ башланы ул.
Ысынлап та, һәр беребеҙ балалар хаҡына йәшәй түгел­ме? Тәүҙә магазинды ҡарап сыҡтыҡ.
– Ҡыҙым Аделина X класта гел “бишле” билдәләренә генә уҡый. Магазинда ул эшләр тип өмөтләнәм. Ауылда йәштәр бик юҡ. Ололар ҡайҙалыр алыҫҡа тауар артынан йөрөй алмай. “Өлфәт, икмәк-тоҙ, башҡа кәрәк-яраҡ һатып алырлыҡ ҡына магазин төҙө әле”, – тип һорағастар, һүҙҙәрен йыҡмаҫҡа булдым. Татьяна менән һанап сығарҙыҡ инде. Был эштән әллә ни килем алып булмай, шулай ҙа тәүәккәлләнек, – тип уңған хужа беҙҙе ҡураһы менән таныштырыуҙы дауам итте.
2015 йылда Шәрифул­линдар яңы эш башлаған крәҫтиән (фермер) хужалығы булараҡ 1 миллион 350 мең һумлыҡ субсидия алған. Ошо аҡсаға ҙур һарай төҙөгәндәр һәм мал һанын ишәйткәндәр. Әлеге мәлдә уларҙың утыҙ баш малы бар, шуларҙың 15-е – һауын һыйыры. Татьяна улар­ҙы көнөнә ике тапҡыр һауа. Һөттө “Молоко” йәмғиәте үҙ машинаһында килеп ала. Әллә ҡайҙа йөрөйһө түгел. Был йәмғиәт һөттөң сифатын тикшереп, литрын 20 һумға һатып ала.
Шәрифуллиндарҙың һарайы ҙур. Әлеге лә баяғы һөттөң ҡуйылығын арттырыу өсөн мал аҙығының сифаты ла юғары булырға тейеш. Алты гектар ерҙә иген, туғыҙ гектарҙа люцерна сәсеп, ҡышҡылыҡҡа етерлек аҙыҡ әҙерләгән фер­мерҙар. Өлфәт Зөфәр улы ярма ярыу цехы ла булдырған. Аҙыҡты малға ла, тауыҡҡа ла ашаталар. Һарайҙың бер бүлмәһендә йөҙгә яҡын тауыҡ тоталар. “Адлер” тоҡомло ҡоштар үҙҙәре эре, йомортҡаны ла күп һала.
– Был тиклемде ҡайҙа итәһегеҙ? – тип һорайым хужабикәнән.
– Үҙебеҙ ҙә күмәкбеҙ, күрше-күлән дә һатып ала. Йыйылып киткәне юҡ әле, – ти уңған ҡатын.
Һарайҙың бер бүлегендә бы­ҙауларға әҙерләнгән һыйырҙар тора. Яңы тыуған быҙауҙар өшөмәһен өсөн, бында мейес сығарған хужа. Ҡуралағы айырым кәртәлә – үгеҙҙәр. Улар әлегә бәләкәй, ти хужалар. Ауырлыҡтары ике-өс центнерға еткәс, итен һатыуға ҡуясаҡтар. Әйткәндәй, баҙарға сыҡҡанда ла хаҡын арттырмай, килоһын 250 һумға бәйәләйҙәр.
– Һирәк осраҡта ғына ит баҙарға барып етә. Бер тапҡыр беҙҙән алған кеше икенсе йылына алдан заказ биреп ҡуя ла өйҙән тейәп алып китә. Әле үк “Ҡасан һуғым һуяһығыҙ?” тип шылтыратыусылар байтаҡ, – ти Өлфәт ағай.
Картуфлыҡ аръяғында Татьяна менән Өлфәттең өлкән улдары Илмир таҡта ярыу цехы асып ебәргән. Бында эш ҡай­най. Диләнкә алып, ағасты эш итеүе отошло, ти егет.
– Әле һарай төҙөгәндә лә үҙебеҙҙең таҡтаны файҙалан­дыҡ. Магазинды төҙөп бөтөүгә лә әҙерләйем. Ауыл халҡы ла төҙөлөшкә, кәрәк-ярағына алып китә.
– Илмир, атайыңдың “балалар эргәмдә булһын” тигән фекере менән килешә­һеңме?
– Әлбиттә. Ситтә бәхет эҙләп йөрөп ҡараным. Бергә-бергә йәшәүҙән һәм уртаҡ эш алып барыуҙан ғаилә ота ғына. Ҙур һарай һалдыҡ. Яйлап мал иҫәбен арттырырға йыйы­набыҙ. Атайҙың киләсәккә пландары ла ҙур. Уларҙы тормошҡа ашырырға кәрәк. Ҡустым Илдус әлегә Өфөлә. Диплом алғас, уны ла дөйөм эшкә берек­терергә кәрәк, – тип ир-егет атаһының һүҙҙәрен ҡеүәтләй.
Өлфәт Зөфәр улы иһә мал һанын яҡын арала илле башҡа арттырырға, йәйләү төҙөргә хыяллана. Яҙғыһын 100 – 200 ҡаҙ алып үҫтереп һатырға планлаштыралар. Мал һаны ишәй­гәс, сәсеүлекте лә арттырырға кәрәк. Атҡараһы эш байтаҡ әле, тип оҙатып ҡалды беҙҙе Шәрифуллиндар.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк

Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк 30.03.2019 // Эшҡыуар

Хәҙер магазин кәштәләре һөт ризыҡтарынан һығылып тора. Ниндәйе генә юҡ уларҙың: ситтән...

Тотош уҡырға 158

Көмөш йөҙөк – ҡул күрке, оҫта – донъя тотҡаһы
Беҙ һыната торғандарҙан түгел...

Беҙ һыната торғандарҙан түгел... 19.03.2019 // Эшҡыуар

Республикала крәҫтиән (фермер) хужалыҡтарын үҫтереү маҡсатында байтаҡ эш башҡарыла. Әленән-әле был...

Тотош уҡырға 346

Буҙаны сит тарафтарҙа танытырға теләй

Буҙаны сит тарафтарҙа танытырға теләй 03.03.2019 // Эшҡыуар

Сибай ҡалаһынан йәш әсә Гөлназ Азатова милли эсемлектәребеҙҙең береһен етештерә....

Тотош уҡырға 449

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ 28.02.2019 // Эшҡыуар

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров бөгөн Өфөләге “Торатау”...

Тотош уҡырға 190

Төньяҡ-көнсығыш  нисек йәшәй?

Төньяҡ-көнсығыш нисек йәшәй? 26.02.2019 // Эшҡыуар

Дыуан районында Башҡортостандың төньяҡ-көнсығышында бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты, хужалыҡ итеүҙең...

Тотош уҡырға 170

Ҡаҙмаш сәйе һатыуға сыға
Баҫыу-баҫыу еләк-емеше  емерелеп уңа...

Баҫыу-баҫыу еләк-емеше емерелеп уңа... 20.02.2019 // Эшҡыуар

Шаран фермеры баш ҡала баҙарын да яулаған....

Тотош уҡырға 464

Әбеш һөтө хәҙер яңғыҙ түгел

Әбеш һөтө хәҙер яңғыҙ түгел 16.02.2019 // Эшҡыуар

Һуңғы йылдарҙа экологик яҡтан таҙа, сифатлы аҙыҡ-түлеккә иғтибар артты. Ошоға бәйле ауыл йүнселдәре...

Тотош уҡырға 643

Хәйбулла билмәне Өфөгә лә етер

Хәйбулла билмәне Өфөгә лә етер 30.01.2019 // Эшҡыуар

Билмән, итле, кәбеҫтәле мантылар, ҡаҙы, тултырма, бишбармаҡ, туҡмас – барыһын да үҙҙәре әҙерләп...

Тотош уҡырға 666

Ағас ене ҡағылған егет

Ағас ене ҡағылған егет 23.01.2019 // Эшҡыуар

Туғандар ҡеүәтләһә, юлың уңа....

Тотош уҡырға 1 466

Эше барҙың ашы бар,  йәшәү өсөн дәрте бар

Эше барҙың ашы бар, йәшәү өсөн дәрте бар 11.01.2019 // Эшҡыуар

Был һүҙҙәрҙең хаҡлы булыуы Үзбәковтар миҫалында асыҡ күренә....

Тотош уҡырға 452