Тырышһаң, ауылда ла мул йәшәп була тигән фекер менән килешмәгәндәр етерлек. Йәнәһе лә, мал аҫрар өсөн түгелгән сығым үҙен аҡламай, етештерелгән аҙыҡ-түлекте сығарып һатыуы мәшәҡәт. Тағы ла йөҙ һылтау табырға була. Ә бына Илеш районының Ҡыҙыл Байраҡ ауылында йәшәгән Татьяна һәм Өлфәт Шәрифуллиндар үҙ өлгөләре менән ауылда ла бына тигән донъя көтөп, етеш тормошта йәшәргә мөмкин икәнлеген дәлилләй. Өлфәт ағай менән биш минут аралашҡандан һуң әйберҙәреңде йыйып, ауылға күсенге килә башлай. Яландай йорт һалып сыҡҡандар, ихаталары иркен. Йорттары эргәһендә генә магазин төҙөй башлағандар. Эште яҙға тамамларға торалар. Өлфәт Зөфәр улының киләсәккә пландары ла Наполеондыҡы һымаҡ!
– Бер баламды ла ситкә ебәрмәй, артабан күрше булып, бергә-бергә тормош көтөргә ниәтләйем. Бындай иркен донъяны мин кем өсөн булдырам? Балаларым өсөн! – тип һүҙ башланы ул.
Ысынлап та, һәр беребеҙ балалар хаҡына йәшәй түгелме? Тәүҙә магазинды ҡарап сыҡтыҡ.
– Ҡыҙым Аделина X класта гел “бишле” билдәләренә генә уҡый. Магазинда ул эшләр тип өмөтләнәм. Ауылда йәштәр бик юҡ. Ололар ҡайҙалыр алыҫҡа тауар артынан йөрөй алмай. “Өлфәт, икмәк-тоҙ, башҡа кәрәк-яраҡ һатып алырлыҡ ҡына магазин төҙө әле”, – тип һорағастар, һүҙҙәрен йыҡмаҫҡа булдым. Татьяна менән һанап сығарҙыҡ инде. Был эштән әллә ни килем алып булмай, шулай ҙа тәүәккәлләнек, – тип уңған хужа беҙҙе ҡураһы менән таныштырыуҙы дауам итте.
2015 йылда Шәрифуллиндар яңы эш башлаған крәҫтиән (фермер) хужалығы булараҡ 1 миллион 350 мең һумлыҡ субсидия алған. Ошо аҡсаға ҙур һарай төҙөгәндәр һәм мал һанын ишәйткәндәр. Әлеге мәлдә уларҙың утыҙ баш малы бар, шуларҙың 15-е – һауын һыйыры. Татьяна уларҙы көнөнә ике тапҡыр һауа. Һөттө “Молоко” йәмғиәте үҙ машинаһында килеп ала. Әллә ҡайҙа йөрөйһө түгел. Был йәмғиәт һөттөң сифатын тикшереп, литрын 20 һумға һатып ала.
Шәрифуллиндарҙың һарайы ҙур. Әлеге лә баяғы һөттөң ҡуйылығын арттырыу өсөн мал аҙығының сифаты ла юғары булырға тейеш. Алты гектар ерҙә иген, туғыҙ гектарҙа люцерна сәсеп, ҡышҡылыҡҡа етерлек аҙыҡ әҙерләгән фермерҙар. Өлфәт Зөфәр улы ярма ярыу цехы ла булдырған. Аҙыҡты малға ла, тауыҡҡа ла ашаталар. Һарайҙың бер бүлмәһендә йөҙгә яҡын тауыҡ тоталар. “Адлер” тоҡомло ҡоштар үҙҙәре эре, йомортҡаны ла күп һала.
– Был тиклемде ҡайҙа итәһегеҙ? – тип һорайым хужабикәнән.
– Үҙебеҙ ҙә күмәкбеҙ, күрше-күлән дә һатып ала. Йыйылып киткәне юҡ әле, – ти уңған ҡатын.
Һарайҙың бер бүлегендә быҙауларға әҙерләнгән һыйырҙар тора. Яңы тыуған быҙауҙар өшөмәһен өсөн, бында мейес сығарған хужа. Ҡуралағы айырым кәртәлә – үгеҙҙәр. Улар әлегә бәләкәй, ти хужалар. Ауырлыҡтары ике-өс центнерға еткәс, итен һатыуға ҡуясаҡтар. Әйткәндәй, баҙарға сыҡҡанда ла хаҡын арттырмай, килоһын 250 һумға бәйәләйҙәр.
– Һирәк осраҡта ғына ит баҙарға барып етә. Бер тапҡыр беҙҙән алған кеше икенсе йылына алдан заказ биреп ҡуя ла өйҙән тейәп алып китә. Әле үк “Ҡасан һуғым һуяһығыҙ?” тип шылтыратыусылар байтаҡ, – ти Өлфәт ағай.
Картуфлыҡ аръяғында Татьяна менән Өлфәттең өлкән улдары Илмир таҡта ярыу цехы асып ебәргән. Бында эш ҡайнай. Диләнкә алып, ағасты эш итеүе отошло, ти егет.
– Әле һарай төҙөгәндә лә үҙебеҙҙең таҡтаны файҙаландыҡ. Магазинды төҙөп бөтөүгә лә әҙерләйем. Ауыл халҡы ла төҙөлөшкә, кәрәк-ярағына алып китә.
– Илмир, атайыңдың “балалар эргәмдә булһын” тигән фекере менән килешәһеңме?
– Әлбиттә. Ситтә бәхет эҙләп йөрөп ҡараным. Бергә-бергә йәшәүҙән һәм уртаҡ эш алып барыуҙан ғаилә ота ғына. Ҙур һарай һалдыҡ. Яйлап мал иҫәбен арттырырға йыйынабыҙ. Атайҙың киләсәккә пландары ла ҙур. Уларҙы тормошҡа ашырырға кәрәк. Ҡустым Илдус әлегә Өфөлә. Диплом алғас, уны ла дөйөм эшкә беректерергә кәрәк, – тип ир-егет атаһының һүҙҙәрен ҡеүәтләй.
Өлфәт Зөфәр улы иһә мал һанын яҡын арала илле башҡа арттырырға, йәйләү төҙөргә хыяллана. Яҙғыһын 100 – 200 ҡаҙ алып үҫтереп һатырға планлаштыралар. Мал һаны ишәйгәс, сәсеүлекте лә арттырырға кәрәк. Атҡараһы эш байтаҡ әле, тип оҙатып ҡалды беҙҙе Шәрифуллиндар.