Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ҡышын да ҡыяр үҫтерәләр
Ҡышын да ҡыяр үҫтерәләр
Теплица бизнесы перспективалыларҙың береһе тип һанала, сөнки илдә йәшелсә етерлек күләмдә етештерелмәй һәм уны сит илдәрҙән килтерәләр. Рәсәйгә ҡарата индерелгән санкциялар ауыл халҡына үҙ эшен асып, экологик яҡтан таҙа продукт үҫтереп, ярайһы ғына килем алыу мөмкинлеге бирә. Ошонан файҙаланып, бер нисә йыл ҡыяр үҫтереп, ҙур табыш алып эшләгән бер ғаилә менән таныштыҡ.
Уларҙың өйөн табыу ҡыйын булманы – Тәтер-Арыҫлан ауылының Үҙәк урамынан ябай полиэтилендан эшләнгән теплицалар әллә ҡайҙан күренеп тора. Беҙҙе Абдусамат Жумашев менән уның ҡатыны Нәзирә Битасова ҡаршы алды.
– Шунда уҡ асыҡлыҡ индереп китәйек: теплица хужаһы – Салауат ҡалаһында йәшәгән туғаныбыҙ, эшҡыуар Ринат Шәрәфетдинов. Ғаиләбеҙгә һәр ваҡыт ярҙам итеп торғаны өсөн уға ҙур рәхмәтлебеҙ. Ул әле лә беҙҙе ярҙамынан ташламай, – тине улар.
Алты йыл элек уларҙың ғаи­лә­һе туғандарының ауылына Үзбәкстандан күсенеп ҡайт­ҡан. Эш тә, йәшәргә аҡса ла юҡ­лыҡ­тан, ғаилә башлығы яҡын­дарына үҙ хыялын – теплица бизнесы менән шөғөл­ләнергә теләүен белдерә. (Уның был эштә тәжрибәһе лә була, һөнәре буйынса ул – агроном, элек йәшәгән ерендә теплицала эшләгән). Тап шул мәлдә уларға туғандары ярҙамға килә лә инде.
– Беренсе йылда биш теплица төҙөнөк, бөтә сығымдарҙы ла, әлбиттә, Ринат үҙ иңенә ал­ды, – ти Нәзирә Һоралбай ҡыҙы. – Икенсе йылына ҡыяр ултыртып, юғары уңыш алдыҡ – беҙ уны хатта йыйып та, һа­тып та өлгөрә алманыҡ, сөнки үҫтерелгән продукция менән сауҙа итеүҙе яйға һалма­ғайныҡ.
Бөгөн 20 сутый ерҙә ун теплица бар. Шуларҙың береһенә инеү менән беҙ йылы йәйге көнгә эләккән кеүек булдыҡ – бында температура 20 градус­тан да түбән түгел. Һауала йәшелсә менән ҡыярҙан хуш еҫ аңҡып тора. Йәшелсә бер тигеҙ үҫһен, ергә теймәһен өсөн ҡыяр һабаҡтары еп менән бөхтә итеп элеп ҡуйылған. Ҡиммәткә төшһә лә, теплицалар газ менән йылытыла, шуға ла температура үҙгәрмәй, бер кимәлдә тора. Тамсылап һуғарыуҙы ҡулланалар, төндә һыу һибәләр.
– Ниндәй сорттарға өҫтөн­лөк бирәһегеҙ? Ашлама ҡул­ла­наһығыҙмы? Үҫтереү сер­ҙәре менән уртаҡла­шырһығыҙ, бәлки? – тип һорашабыҙ хужаларҙан.
– Бер ниндәй ҙә сер юҡ, һәй­бәт тәрбиә, заманса һиптереү яйланмаһы ғына кәрәк. Ашламаға килгәндә, иң һәйбәте – тиреҫ һәм ағас көлө. Тәүҙә “герман” тигән сорт сәстек, артабан “маша”ға күстек, сөнки тәүге төргә ҡарағанда һуңғыһының төҫө ҡуйыраҡ, тышҡы торошо ла бик мөһим, һатып алыусылар тәмлене һәм матурҙы ярата бит.
Нәзирә Битасова әйтеүенсә, ҡыяр миҙгеле ғинуар айында башлана. Уҙып барған йылда теплицаларҙа биш меңгә яҡын ҡыяр орлоғо ултыртылған! Беренсе уңышты март айында алғандар. Ике көн һайын 500-600 килограмм яңы продукция йыйып һаталар. Йәшелсәне яҡын-тирәләге ҡалаларҙан күмәртәләп сауҙа итеүселәр, район үҙәгенән магазин хужалары, Тәтер-Арыҫлан һәм күрше ауылдар халҡы ҙур теләк менән һатып ала.
Был ғаилә ҡыяр ғына үҫте­реп ҡалмай. Мәҫәлән, уҙған ҡыш помидорҙан да мул уңыш йыйып алғандар. Һуған, укроп, петрушка бик уңған.
Уларға бөтә эштәрендә лә балалары ярҙам итә, шулай уҡ килешеү буйынса биш-алты ҡатын-ҡыҙҙы яллағандар.
– Ауыл халҡы беҙгә һәр йәһәттән ярҙам итә. Балаларға ла бында оҡшай. Ә ситтән күсеп килеүселәргә ҡараш төрлөсә була бит, әгәр ауыл халҡы беҙҙең менән һәйбәт мөнәсә­бәттә булмаһа, тормо­шобоҙ ҙа әлеге кеүек ыңғай бармаҫ ине, бәлки, – ти хужалар.
Күптән түгел ғаилә ер биләмәһе һатып алған, унда инде үҙ теплицаларын ҡуйырға ниәтләйҙәр. Ә артабанғы пландары менән ҡыҙыҡһынғас:
– Беҙҙең өсөн иң мөһиме – гражданлыҡ алыу, ә ҡалғаны үҙ яйы менән барасаҡ, барыһы ла үҙебеҙҙән тора, – ти улар.
...Һәр эш күп көс, түҙемлек һәм тырышлыҡ талап итә. Килем алыр өсөн ал-ял белмәй эшләргә кәрәк, һәм шунда ғына ул үҙ һөҙөмтәһен бирәсәк. Шулай уҡ үҙгәрештәрҙән, ҡыйын­лыҡтарҙан ҡурҡырға түгел, үҙеңә ышанырға кәрәк. Өҫтә яҙылғандарҙың барыһы ла быға асыҡ дәлил булып тора. Ана бит, ете ят ерҙә лә уңыш ҡаҙанырға мөмкин.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк

Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк 30.03.2019 // Иҡтисад

Хәҙер магазин кәштәләре һөт ризыҡтарынан һығылып тора. Ниндәйе генә юҡ уларҙың: ситтән...

Тотош уҡырға 1 332

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә...

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә... 29.03.2019 // Иҡтисад

Шишмә районы хакимиәтендә “Инвестиция сәғәте” тәртибендә эшҡыуарҙар менән осрашыу булды. Унда ике...

Тотош уҡырға 1 386

Һабантуйға килегеҙ!

Һабантуйға килегеҙ! 29.03.2019 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров 14 – 15 июндә “Урал аръяғы-2019”...

Тотош уҡырға 1 270

Көмөш йөҙөк – ҡул күрке, оҫта – донъя тотҡаһы
"Файҙаһы ҙур буласаҡ"

"Файҙаһы ҙур буласаҡ" 28.03.2019 // Иҡтисад

Был сараның файҙаһы, һис шикһеҙ, ҙур буласаҡ. Шундай фекергә килде тәүге “Инвестиция сәғәте”ндә үк...

Тотош уҡырға 1 342

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна?

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна? 28.03.2019 // Иҡтисад

Баҡалы районында үткән “Инвестиция сәғәте”ндә ауыл хужалығына бәйле проекттар ҡаралды....

Тотош уҡырға 1 293

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе 28.03.2019 // Иҡтисад

Йылайырҙа ла “Инвестиция сәғәте” үтте. Унда район хакимиәте башлығы Илгиз Фәтҡуллин, Эшҡыуарлыҡ һәм...

Тотош уҡырға 1 363

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ 28.03.2019 // Иҡтисад

Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнгәндәр, үҙ кәсебенә яңы тотонғандар, ситтән килгән...

Тотош уҡырға 1 365

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Учалы районы хакимиәтендә муниципаль "Инвестиция сәғәте" үтте....

Тотош уҡырға 1 336

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте”

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте” 28.03.2019 // Иҡтисад

Билдәле булыуынса, республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ҡала һәм район...

Тотош уҡырға 1 326

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Кушнаренкола өсөнсө тапҡыр “Инвестиция сәғәте” ултырышы үтте....

Тотош уҡырға 1 265

Ауыл ҡатынының тормошон ауырлаштыралар

Ауыл ҡатынының тормошон ауырлаштыралар 27.03.2019 // Иҡтисад

Ауыл ерендә эшләгән ҡатын-ҡыҙҙы бигүк күңелле булмаған үҙгәрештәр көтә. Рәсәйҙең Хеҙмәт һәм социаль...

Тотош уҡырға 1 503