Теплица бизнесы перспективалыларҙың береһе тип һанала, сөнки илдә йәшелсә етерлек күләмдә етештерелмәй һәм уны сит илдәрҙән килтерәләр. Рәсәйгә ҡарата индерелгән санкциялар ауыл халҡына үҙ эшен асып, экологик яҡтан таҙа продукт үҫтереп, ярайһы ғына килем алыу мөмкинлеге бирә. Ошонан файҙаланып, бер нисә йыл ҡыяр үҫтереп, ҙур табыш алып эшләгән бер ғаилә менән таныштыҡ.Уларҙың өйөн табыу ҡыйын булманы – Тәтер-Арыҫлан ауылының Үҙәк урамынан ябай полиэтилендан эшләнгән теплицалар әллә ҡайҙан күренеп тора. Беҙҙе Абдусамат Жумашев менән уның ҡатыны Нәзирә Битасова ҡаршы алды.
– Шунда уҡ асыҡлыҡ индереп китәйек: теплица хужаһы – Салауат ҡалаһында йәшәгән туғаныбыҙ, эшҡыуар Ринат Шәрәфетдинов. Ғаиләбеҙгә һәр ваҡыт ярҙам итеп торғаны өсөн уға ҙур рәхмәтлебеҙ. Ул әле лә беҙҙе ярҙамынан ташламай, – тине улар.
Алты йыл элек уларҙың ғаиләһе туғандарының ауылына Үзбәкстандан күсенеп ҡайтҡан. Эш тә, йәшәргә аҡса ла юҡлыҡтан, ғаилә башлығы яҡындарына үҙ хыялын – теплица бизнесы менән шөғөлләнергә теләүен белдерә. (Уның был эштә тәжрибәһе лә була, һөнәре буйынса ул – агроном, элек йәшәгән ерендә теплицала эшләгән). Тап шул мәлдә уларға туғандары ярҙамға килә лә инде.
– Беренсе йылда биш теплица төҙөнөк, бөтә сығымдарҙы ла, әлбиттә, Ринат үҙ иңенә алды, – ти Нәзирә Һоралбай ҡыҙы. – Икенсе йылына ҡыяр ултыртып, юғары уңыш алдыҡ – беҙ уны хатта йыйып та, һатып та өлгөрә алманыҡ, сөнки үҫтерелгән продукция менән сауҙа итеүҙе яйға һалмағайныҡ.
Бөгөн 20 сутый ерҙә ун теплица бар. Шуларҙың береһенә инеү менән беҙ йылы йәйге көнгә эләккән кеүек булдыҡ – бында температура 20 градустан да түбән түгел. Һауала йәшелсә менән ҡыярҙан хуш еҫ аңҡып тора. Йәшелсә бер тигеҙ үҫһен, ергә теймәһен өсөн ҡыяр һабаҡтары еп менән бөхтә итеп элеп ҡуйылған. Ҡиммәткә төшһә лә, теплицалар газ менән йылытыла, шуға ла температура үҙгәрмәй, бер кимәлдә тора. Тамсылап һуғарыуҙы ҡулланалар, төндә һыу һибәләр.
– Ниндәй сорттарға өҫтөнлөк бирәһегеҙ? Ашлама ҡулланаһығыҙмы? Үҫтереү серҙәре менән уртаҡлашырһығыҙ, бәлки? – тип һорашабыҙ хужаларҙан.
– Бер ниндәй ҙә сер юҡ, һәйбәт тәрбиә, заманса һиптереү яйланмаһы ғына кәрәк. Ашламаға килгәндә, иң һәйбәте – тиреҫ һәм ағас көлө. Тәүҙә “герман” тигән сорт сәстек, артабан “маша”ға күстек, сөнки тәүге төргә ҡарағанда һуңғыһының төҫө ҡуйыраҡ, тышҡы торошо ла бик мөһим, һатып алыусылар тәмлене һәм матурҙы ярата бит.
Нәзирә Битасова әйтеүенсә, ҡыяр миҙгеле ғинуар айында башлана. Уҙып барған йылда теплицаларҙа биш меңгә яҡын ҡыяр орлоғо ултыртылған! Беренсе уңышты март айында алғандар. Ике көн һайын 500-600 килограмм яңы продукция йыйып һаталар. Йәшелсәне яҡын-тирәләге ҡалаларҙан күмәртәләп сауҙа итеүселәр, район үҙәгенән магазин хужалары, Тәтер-Арыҫлан һәм күрше ауылдар халҡы ҙур теләк менән һатып ала.
Был ғаилә ҡыяр ғына үҫтереп ҡалмай. Мәҫәлән, уҙған ҡыш помидорҙан да мул уңыш йыйып алғандар. Һуған, укроп, петрушка бик уңған.
Уларға бөтә эштәрендә лә балалары ярҙам итә, шулай уҡ килешеү буйынса биш-алты ҡатын-ҡыҙҙы яллағандар.
– Ауыл халҡы беҙгә һәр йәһәттән ярҙам итә. Балаларға ла бында оҡшай. Ә ситтән күсеп килеүселәргә ҡараш төрлөсә була бит, әгәр ауыл халҡы беҙҙең менән һәйбәт мөнәсәбәттә булмаһа, тормошобоҙ ҙа әлеге кеүек ыңғай бармаҫ ине, бәлки, – ти хужалар.
Күптән түгел ғаилә ер биләмәһе һатып алған, унда инде үҙ теплицаларын ҡуйырға ниәтләйҙәр. Ә артабанғы пландары менән ҡыҙыҡһынғас:
– Беҙҙең өсөн иң мөһиме – гражданлыҡ алыу, ә ҡалғаны үҙ яйы менән барасаҡ, барыһы ла үҙебеҙҙән тора, – ти улар.
...Һәр эш күп көс, түҙемлек һәм тырышлыҡ талап итә. Килем алыр өсөн ал-ял белмәй эшләргә кәрәк, һәм шунда ғына ул үҙ һөҙөмтәһен бирәсәк. Шулай уҡ үҙгәрештәрҙән, ҡыйынлыҡтарҙан ҡурҡырға түгел, үҙеңә ышанырға кәрәк. Өҫтә яҙылғандарҙың барыһы ла быға асыҡ дәлил булып тора. Ана бит, ете ят ерҙә лә уңыш ҡаҙанырға мөмкин.