Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Бәхетең үҙеңдән тора
Бәхетең үҙеңдән тора
Хәҙер берәүҙәрҙең эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнеүе хаҡында әйтеп кемделер аптыратып булмай, әлбиттә. Шулай ҙа үҙенән тыш тағы нисәлер кешене эш менән тәьмин итеү, һис һүҙһеҙ, иғтибарға һәм ихтирамға лайыҡ.



Языков ауылындағы бәләкәй генә аҙыҡ-түлек магазинының ишеге ябылмай, әленән-әле инеп-сығып торалар. Ҡыҙыҡһынып, беҙ ҙә тупһаһына аяҡ баҫтыҡ.
Ҡәҙимге сауҙа нөктәһе – аҙыҡ-түлек тә, көндәлек кәрәк-яраҡ та тәҡдим итәләр. Тауар хаҡтары күренеп тора. Бөхтәлеге менән дә йәлеп итә магазин. Ә һатыусы Нәсимә Хәйруллина мөмкин тиклем йәһәтерәк хеҙмәтләндерергә тырыша. Ул арала булмай, магазин хужабикәһе Зилә Закирова үҙе лә килеп инде.
— Элек бер шәхси эшҡыуарҙа һатыусы булып эшләнем. Тора-бара миндә лә ошондай теләк тыуҙы. Ирем менән кәңәшләшеп, магазин асырға тигән ҡарарға килдек. Был бина өс бүлмәле фатирыбыҙ ине, шуның бер яғын – магазин, икенсеһен нотариус бүлмәһе иттек. 2009 йылдан алып шәхси эшҡыуармын. Шуныһы һәйбәт: хәҙер рәсмиләштереү ябайлаштырылды. Эшләй-эшләй өйрәнәһең икән. Тәүҙә ҡурҡытты, ҡулдан килмәҫ кеүек тойолған саҡтар ҙа булды. Хәҙер икеләнеүҙәр артта ҡалды. Күп кенә төр тауарҙы килтереп үк бирәләр, аралашсылар күп, эҙләп табалар. Хаҡтарҙы артыҡ күтәрмәйбеҙ, даими һатып алыусылары­быҙ бар, уларҙың ышанысын аҡларға ла кәрәк. Тауарығыҙ сифатлы, тип тә өҫтөнлөк бирәләр. Һаҡлау ваҡыты сығыу-сыҡмауын тикшереп торабыҙ. Теге йәки был тауар кәрәк, тиҙәр икән, мотлаҡ алып ҡайтам. Шулай үҙ-ара килешеп-аңлашып эшләйбеҙ һатып алыусылар менән, – тине Зилә Флүр ҡыҙы, үҙҙәре менән таныштырып.
Зилә Закирова һөйләшеү барышында “ышаныс” тигән һүҙҙе бер нисә тапҡыр ҡабатланы. Юҡҡа ғына түгел, әлбиттә. Тап бына һатып алыусының ышанысын яулағанға ла эштәре уңышлы баралыр. Зилә Флүр ҡыҙы ире Рәмил менән ике ҡыҙ тәрбиәләп үҫтерергә лә өлгөргән, ейәнсәребеҙ ҙә үҫеп килә, тип шатлана ул.
Ғәҙәттә, яҙмыштан уҙмыш юҡ тип зарланырға, шуның менән үҙебеҙҙе аҡларға тырышабыҙ. Тормошта дөрөҫ юлыбыҙҙы табыуыбыҙҙың үҙебеҙгә бәйле булыуын йыш ҡына онотоп ебәрәбеҙ. Закировтарға ҡарап, бәхеттең үҙ ҡулыбыҙҙа икәненә инанырға мөмкин.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк

Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк 30.03.2019 // Иҡтисад

Хәҙер магазин кәштәләре һөт ризыҡтарынан һығылып тора. Ниндәйе генә юҡ уларҙың: ситтән...

Тотош уҡырға 1 332

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә...

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә... 29.03.2019 // Иҡтисад

Шишмә районы хакимиәтендә “Инвестиция сәғәте” тәртибендә эшҡыуарҙар менән осрашыу булды. Унда ике...

Тотош уҡырға 1 386

Һабантуйға килегеҙ!

Һабантуйға килегеҙ! 29.03.2019 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров 14 – 15 июндә “Урал аръяғы-2019”...

Тотош уҡырға 1 270

Көмөш йөҙөк – ҡул күрке, оҫта – донъя тотҡаһы
"Файҙаһы ҙур буласаҡ"

"Файҙаһы ҙур буласаҡ" 28.03.2019 // Иҡтисад

Был сараның файҙаһы, һис шикһеҙ, ҙур буласаҡ. Шундай фекергә килде тәүге “Инвестиция сәғәте”ндә үк...

Тотош уҡырға 1 342

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна?

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна? 28.03.2019 // Иҡтисад

Баҡалы районында үткән “Инвестиция сәғәте”ндә ауыл хужалығына бәйле проекттар ҡаралды....

Тотош уҡырға 1 292

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе 28.03.2019 // Иҡтисад

Йылайырҙа ла “Инвестиция сәғәте” үтте. Унда район хакимиәте башлығы Илгиз Фәтҡуллин, Эшҡыуарлыҡ һәм...

Тотош уҡырға 1 363

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ 28.03.2019 // Иҡтисад

Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнгәндәр, үҙ кәсебенә яңы тотонғандар, ситтән килгән...

Тотош уҡырға 1 365

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Учалы районы хакимиәтендә муниципаль "Инвестиция сәғәте" үтте....

Тотош уҡырға 1 336

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте”

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте” 28.03.2019 // Иҡтисад

Билдәле булыуынса, республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ҡала һәм район...

Тотош уҡырға 1 326

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Кушнаренкола өсөнсө тапҡыр “Инвестиция сәғәте” ултырышы үтте....

Тотош уҡырға 1 265

Ауыл ҡатынының тормошон ауырлаштыралар

Ауыл ҡатынының тормошон ауырлаштыралар 27.03.2019 // Иҡтисад

Ауыл ерендә эшләгән ҡатын-ҡыҙҙы бигүк күңелле булмаған үҙгәрештәр көтә. Рәсәйҙең Хеҙмәт һәм социаль...

Тотош уҡырға 1 503