Хәҙер берәүҙәрҙең эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнеүе хаҡында әйтеп кемделер аптыратып булмай, әлбиттә. Шулай ҙа үҙенән тыш тағы нисәлер кешене эш менән тәьмин итеү, һис һүҙһеҙ, иғтибарға һәм ихтирамға лайыҡ.
Языков ауылындағы бәләкәй генә аҙыҡ-түлек магазинының ишеге ябылмай, әленән-әле инеп-сығып торалар. Ҡыҙыҡһынып, беҙ ҙә тупһаһына аяҡ баҫтыҡ.
Ҡәҙимге сауҙа нөктәһе – аҙыҡ-түлек тә, көндәлек кәрәк-яраҡ та тәҡдим итәләр. Тауар хаҡтары күренеп тора. Бөхтәлеге менән дә йәлеп итә магазин. Ә һатыусы Нәсимә Хәйруллина мөмкин тиклем йәһәтерәк хеҙмәтләндерергә тырыша. Ул арала булмай, магазин хужабикәһе Зилә Закирова үҙе лә килеп инде.
— Элек бер шәхси эшҡыуарҙа һатыусы булып эшләнем. Тора-бара миндә лә ошондай теләк тыуҙы. Ирем менән кәңәшләшеп, магазин асырға тигән ҡарарға килдек. Был бина өс бүлмәле фатирыбыҙ ине, шуның бер яғын – магазин, икенсеһен нотариус бүлмәһе иттек. 2009 йылдан алып шәхси эшҡыуармын. Шуныһы һәйбәт: хәҙер рәсмиләштереү ябайлаштырылды. Эшләй-эшләй өйрәнәһең икән. Тәүҙә ҡурҡытты, ҡулдан килмәҫ кеүек тойолған саҡтар ҙа булды. Хәҙер икеләнеүҙәр артта ҡалды. Күп кенә төр тауарҙы килтереп үк бирәләр, аралашсылар күп, эҙләп табалар. Хаҡтарҙы артыҡ күтәрмәйбеҙ, даими һатып алыусыларыбыҙ бар, уларҙың ышанысын аҡларға ла кәрәк. Тауарығыҙ сифатлы, тип тә өҫтөнлөк бирәләр. Һаҡлау ваҡыты сығыу-сыҡмауын тикшереп торабыҙ. Теге йәки был тауар кәрәк, тиҙәр икән, мотлаҡ алып ҡайтам. Шулай үҙ-ара килешеп-аңлашып эшләйбеҙ һатып алыусылар менән, – тине Зилә Флүр ҡыҙы, үҙҙәре менән таныштырып.
Зилә Закирова һөйләшеү барышында “ышаныс” тигән һүҙҙе бер нисә тапҡыр ҡабатланы. Юҡҡа ғына түгел, әлбиттә. Тап бына һатып алыусының ышанысын яулағанға ла эштәре уңышлы баралыр. Зилә Флүр ҡыҙы ире Рәмил менән ике ҡыҙ тәрбиәләп үҫтерергә лә өлгөргән, ейәнсәребеҙ ҙә үҫеп килә, тип шатлана ул.
Ғәҙәттә, яҙмыштан уҙмыш юҡ тип зарланырға, шуның менән үҙебеҙҙе аҡларға тырышабыҙ. Тормошта дөрөҫ юлыбыҙҙы табыуыбыҙҙың үҙебеҙгә бәйле булыуын йыш ҡына онотоп ебәрәбеҙ. Закировтарға ҡарап, бәхеттең үҙ ҡулыбыҙҙа икәненә инанырға мөмкин.