Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Стәрлетамаҡ өсөнсө йыл алдынғы
Ошо көндәрҙә Рәсәйҙең Фән һәм юғары белем министрлығы юғары уҡыу йорттарының һөҙөмтәлелегенә йыллыҡ күҙәтеү яһаны. Унда 1314 дәүләт һәм дәүләткә ҡарамаған муниципаль, төбәк вуз, шул иҫәптән 583 филиал, 10 федераль, 29 милли тикшеренеү университеты ҡатнашты.

Башҡортостандан 29 юғары белем биреү учреждениеһын баһа­ланы, “һөҙөмтәле” вуздар иҫәбенә Башҡорт дәүләт университетының Стәрлетамаҡ һәм Сибай филиалдарын, Өфө дәүләт нефть техник университетын һәм уның Салауат филиалын, Өфө дәүләт авиация техник һәм Башҡорт дәүләт медицина университеттары индерелгән.

Шуны ла билдәләргә кәрәктер: Башҡорт дәүләт университетының Стәрлетамаҡ филиалы өсөнсө йыл рәттән яҡшы һөҙөмтәләр күрһәтә. Юғары уҡыу йорто студенттарын эшкә урынлаштырыу буйынса ла һынатмай. Былтыр был күрһәткес 80 процентҡа еткән. Бында ғилми-тикшеренеү эшмәкәрлегенә айырыу­са иғтибар бирелә, былтыр күрһәт­кестәр талап ителгәндән өс тапҡырға юғары булған. Финанс-иҡтисади эшмәкәрлектәре лә 1,5 тапҡырға артҡан, 2017 йыл менән сағыштыр­ғанда, үҫеш алты процент тәшкил иткән. “Йәлеп ителгән контингент” күрһәткесе буйынса ла норманан 15 тапҡырға күберәк үҫеш күрһәткәндәр. Быға мәғлүмәт технологиялары өлкәһендә яңы йүнәлештәр асыу һәм белем биреү программаларын булдырыу булышлыҡ иткән. Мәҫә­лән, былтырҙан “Виртуаль һәм тулыландырылған ысынбарлыҡты (VR/AR) программалау һәм дизайнлау” йүнәлеше буйынса 22 студентты уҡыталар. Быға тиклем Һиндос­тандан килгән студенттар Башҡорт дәүләт медицина университетында ғына белем алһа, былтыр иһә 12 кеше Стәрлетамаҡҡа килеп, “Ғәмәли программалау” серҙәренә төшөнә башлаған.


Автор: Рәмилә МУСИНА


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





«Шулай шул»: башҡорт ҡыҙы менән ҡытай егетенең ғаилә ҡороу тарихы

«Шулай шул»: башҡорт ҡыҙы менән ҡытай егетенең ғаилә ҡороу тарихы 08.06.2026 // Йәмғиәт

Ҡайҙалыр Мәскәүҙә, машинала башҡортса йыр яңғырай. Рулдә ҡытай егете ултыра һәм үҙ алдына ......

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда көслө ямғыр һәм боҙ-борсаҡ яуыуы фаразлана

Башҡортостанда көслө ямғыр һәм боҙ-борсаҡ яуыуы фаразлана 08.06.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан ҡотҡарыусылары, Башгидромет мәғлүмәттәренә һылтанып, 9 июндә ямғырлы һауа торошо ......

Тотош уҡырға 1

Республикала ауыр йөк машиналарын тикшереү башланды

Республикала ауыр йөк машиналарын тикшереү башланды 08.06.2026 // Йәмғиәт

Сараларҙы көсәйтеүгә хәүефле статистика сәбәпсе булды....

Тотош уҡырға 1

Республикала бушлай ЭКО-ға квоталар һаны 14% артҡан

Республикала бушлай ЭКО-ға квоталар һаны 14% артҡан 08.06.2026 // Йәмғиәт

Республикала бушлай ЭКО-ға квоталар һаны 14% артҡан...

Тотош уҡырға 1

Ләйсән Үтәшева өләсәһенә ҡунаҡҡа ҡайтҡан

Ләйсән Үтәшева өләсәһенә ҡунаҡҡа ҡайтҡан 05.06.2026 // Йәмғиәт

Ләйсән Үтәшева өләсәһенә ҡунаҡҡа ҡайтҡан...

Тотош уҡырға 4

Тағы бер авиакомпания Өфөнән Краснодарға осоштар программаһын асты

Тағы бер авиакомпания Өфөнән Краснодарға осоштар программаһын асты 05.06.2026 // Йәмғиәт

Тағы бер авиакомпания Өфөнән Краснодарға осоштар программаһын асты...

Тотош уҡырға 1

Өфө үҙәгендә төндә ике урам ябыла

Өфө үҙәгендә төндә ике урам ябыла 05.06.2026 // Йәмғиәт

Өфө үҙәгендә төндә ике урам ябыла...

Тотош уҡырға 1

Константин Климин Башҡортостандың сауҙа һәм хеҙмәттәр министры итеп тәғәйенләнде

Константин Климин Башҡортостандың сауҙа һәм хеҙмәттәр министры итеп тәғәйенләнде 05.06.2026 // Йәмғиәт

Константин Климин Башҡортостандың сауҙа һәм хеҙмәттәр министры итеп тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостанда Өфө – Бөрө – Яңауыл юлы участкаһы төҙөкләндерелде

Башҡортостанда Өфө – Бөрө – Яңауыл юлы участкаһы төҙөкләндерелде 04.06.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда Өфө – Бөрө – Яңауыл юлы участкаһы төҙөкләндерелде...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда ҡойма ямғырҙар көтөлә

Башҡортостанда ҡойма ямғырҙар көтөлә 04.06.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда ҡойма ямғырҙар көтөлә...

Тотош уҡырға 3

Рәсәйҙә хәрби хеҙмәткәрҙәрҙең яҡындары уңайлы ваҡытта отпуск алырға мөмкин

Рәсәйҙә хәрби хеҙмәткәрҙәрҙең яҡындары уңайлы ваҡытта отпуск алырға мөмкин 04.06.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә хәрби хеҙмәткәрҙәрҙең яҡындары уңайлы ваҡытта отпуск алырға мөмкин...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда туристарҙы айыуҙарҙың әүҙемләшеүе тураһында иҫкәрттеләр

Башҡортостанда туристарҙы айыуҙарҙың әүҙемләшеүе тураһында иҫкәрттеләр 04.06.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда туристарҙы айыуҙарҙың әүҙемләшеүе тураһында иҫкәрттеләр...

Тотош уҡырға 5


Комментарий өҫтәргә