Ошо көндәрҙә Рәсәйҙең Фән һәм юғары белем министрлығы юғары уҡыу йорттарының һөҙөмтәлелегенә йыллыҡ күҙәтеү яһаны. Унда 1314 дәүләт һәм дәүләткә ҡарамаған муниципаль, төбәк вуз, шул иҫәптән 583 филиал, 10 федераль, 29 милли тикшеренеү университеты ҡатнашты.
Башҡортостандан 29 юғары белем биреү учреждениеһын баһаланы, “һөҙөмтәле” вуздар иҫәбенә Башҡорт дәүләт университетының Стәрлетамаҡ һәм Сибай филиалдарын, Өфө дәүләт нефть техник университетын һәм уның Салауат филиалын, Өфө дәүләт авиация техник һәм Башҡорт дәүләт медицина университеттары индерелгән.
Шуны ла билдәләргә кәрәктер: Башҡорт дәүләт университетының Стәрлетамаҡ филиалы өсөнсө йыл рәттән яҡшы һөҙөмтәләр күрһәтә. Юғары уҡыу йорто студенттарын эшкә урынлаштырыу буйынса ла һынатмай. Былтыр был күрһәткес 80 процентҡа еткән. Бында ғилми-тикшеренеү эшмәкәрлегенә айырыуса иғтибар бирелә, былтыр күрһәткестәр талап ителгәндән өс тапҡырға юғары булған. Финанс-иҡтисади эшмәкәрлектәре лә 1,5 тапҡырға артҡан, 2017 йыл менән сағыштырғанда, үҫеш алты процент тәшкил иткән. “Йәлеп ителгән контингент” күрһәткесе буйынса ла норманан 15 тапҡырға күберәк үҫеш күрһәткәндәр. Быға мәғлүмәт технологиялары өлкәһендә яңы йүнәлештәр асыу һәм белем биреү программаларын булдырыу булышлыҡ иткән. Мәҫәлән, былтырҙан “Виртуаль һәм тулыландырылған ысынбарлыҡты (VR/AR) программалау һәм дизайнлау” йүнәлеше буйынса 22 студентты уҡыталар. Быға тиклем Һиндостандан килгән студенттар Башҡорт дәүләт медицина университетында ғына белем алһа, былтыр иһә 12 кеше Стәрлетамаҡҡа килеп, “Ғәмәли программалау” серҙәренә төшөнә башлаған.