Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Мин һөнәремдән уңдым”
Финалда 17 предметтан 66 уҡытыусы ҡатнашты.

Ошо көндәрҙә “Башҡортостандың баш ҡалаһы йыл уҡытыусыһы-2019” һәм “Башҡортостандың баш ҡалаһы башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы-2019” һөнәри оҫталыҡ конкурсына йомғаҡ яһалды.

Сараның маҡсаты – алдынғы педагогик тәжрибәне таратыу, уҡытыусы һөнәренең абруйын күтәреү, һөнәри үҫеш өсөн шарттар тыуҙырыу.

Фойе байрамса биҙәлгән, дәртле көй яңғырай. Ғәҙәттә, һәр конкурсантты бәйгелә ҡатнашырға әйҙәгән һәм, әлбиттә, уның еңе­үенә булышлыҡ иткән фекерҙәш­тәре бу­ла. Конкурсҡа йомғаҡ яһар алдынан рух күтәренкелеге биргән­дәргә һәм иңдәренә ҡанат ҡуйғандарға ла иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды.

Тамаша залында алма төшөрлөк тә урын юҡ. Тәүҙә тамашасылар мәктәп тормошо тураһында видеояҙма ҡараны.
Өфө ҡалаһы хакимиәте баш­лығы урынбаҫары Алина Сөләй­мәнованың һүҙҙәренә ҡарағанда, балаларҙың киләсәге тураһында һис кенә лә борсолорға кәрәкмәй, сөнки уҡытыусылар көн һайын аң-белем таратыуға көстәрен дә, ваҡыттарын да йәлләмәй.

– Ғүмер ағышында бер ҡасан да космонавт менән дә, президент менән дә күреш­мәҫкә мөмкин, уның ҡарауы, уҡытыусыны һәр кем осрата, – тине Алина Наил ҡыҙы. – Әлеге конкурсҡа килгәндә иһә, берен­сенән, йәштәрҙең күп булыуы шатлан­дырҙы, икенсенән, ир-ат мөғәллимдәрҙең ҡатна­шыуы айырыуса маҡтауға лайыҡ.

Быйыл конкурс өс турға бүленгән. Тәүҙә конкурсанттар интернетҡа ҡуйылған портфолио аша баһаланды. Икенсе турҙа һәр кемгә эссе яҙыу, методик семинар үткәреү һәм дәрес биреү бурысы йөкмәтелде. Аҙаҡҡыһында иһә – оҫталыҡ дәресендә, класс сәғәтендә, белем проектында һәм түңәрәк өҫтәлдә көс һынашты педагогтар.

Жюриға республика юғары уҡыу йорттарының уҡытыусы-ғалимдары, быға тиклемге бәйге еңеүселәре лә ингән.
Шул да мәғлүм булһын, 21 йыл һуҙымында барған “Башҡортос­тандың баш ҡалаһы йыл уҡы­тыусыһы” конкурсында ике мең ярымдан ашыу конкурсант ҡат­наш­ҡан, 400-ҙән ашыу уҡытыусы лауреат исемен алған. Өфө мөғәллимдәренең 18 тапҡыр “Йыл уҡытыусыһы” республика конкур­сының еңеүсеһе булыуы шатлыҡлы.

Быйыл иһә, ғөмүмән, 700 уҡы­тыусы ярышта ҡатнашырға теләк белдергән, финалға 17 предметтан 66 уҡытыусы еткән, араларында 27 йәш педагог та бар ине.

Шулай итеп, “Башҡортостандың баш ҡалаһы йыл уҡытыусыһы-2019” конкурсында абсолют еңеүсе исемен 47-се гимназияның иҡтисад уҡытыусыһы Ирина Хисмәтуллина яуланы, ә “Башҡортостандың баш ҡалаһы башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы-2019” бәйгеһендә 7-се урта мәктәптән Гөлшат Ғәбитова алдынғылыҡты бирмәне. Гөлшат Заһир ҡыҙы билдәлә­үенсә, был ябай ғына бәйге түгел, ә рух байрамы, оло йыйын, тәжрибә уртаҡлашыу өсөн ҙур майҙансыҡ. Мин һөнәремдән уңдым, тип ул фекерен аҡһаҡа­лыбыҙ Мостай Кәримдең һүҙҙәре менән тамамланы. Шулай уҡ башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары араһында ойошто­ролған “Педагогик өмөт” номина­цияһында 103-сө мәктәптән Зөлфиә Иҫәнбаеваға етеүсе табылманы.

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты рәйесе Данир Ғәйнуллин бер төркөм уҡытыусыларға Почет грамотаһы тапшырҙы. Данир Әхмәҙи улы белдереүенсә, һәр беребеҙ өсөн атай-әсәйебеҙ был донъяла иң ҡәҙерле кеше, уларҙан ҡала уҡытыусыларҙы ла хөрмәт итәбеҙ, уларға тиңләшергә тырышабыҙ.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Республикала сабыйҙар үлеменең тарихи минимумы теркәлгән

Республикала сабыйҙар үлеменең тарихи минимумы теркәлгән 30.06.2025 // Йәмғиәт

2024 йылда сабыйҙар үлеме күрһәткесе 3,5 промилле тәшкил иткән Был республиканың статистика...

Тотош уҡырға 11

Республикала ишле ғаиләләргә вуздар ҡарамағындағы колледждарҙа балаларҙы уҡытыу хаҡы компенсациялана

Республикала ишле ғаиләләргә вуздар ҡарамағындағы колледждарҙа балаларҙы уҡытыу хаҡы компенсациялана 30.06.2025 // Йәмғиәт

Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары республиканың күп балалы ғаиләләренә дәүләт...

Тотош уҡырға 13

«Башҡортостан» ҡунаҡханаһына биш йондоҙ бирелде

«Башҡортостан» ҡунаҡханаһына биш йондоҙ бирелде 30.06.2025 // Йәмғиәт

Өфөлә урынлашҡан «Башҡортостан» ҡунаҡхана комплексы рәсми рәүештә биш йондоҙло тип...

Тотош уҡырға 10

Республикала ҡыҫҡа ваҡытлы йәшенле ямғыр яуыуы фаразлана

Республикала ҡыҫҡа ваҡытлы йәшенле ямғыр яуыуы фаразлана 30.06.2025 // Йәмғиәт

Аҙна башында йылы һәм ямғырлы һауа торошо көтөлә....

Тотош уҡырға 9

Әрмәнстанда яҡташыбыҙҙы ағыулы йылан саҡҡан

Әрмәнстанда яҡташыбыҙҙы ағыулы йылан саҡҡан 27.06.2025 // Йәмғиәт

Әрмәнстанда яҡташыбыҙ экскурсиянан һуң ауыр хәлдә реанимацияға оҙатылған. Турист әйтеүенсә, уны...

Тотош уҡырға 32

Бөгөндән Өфөлә түләүле парковкалар эшләй башланы

Бөгөндән Өфөлә түләүле парковкалар эшләй башланы 27.06.2025 // Йәмғиәт

Бөгөндән Өфөлә түләүле парковкалар эшләй башланы...

Тотош уҡырға 25

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы һыу баҫыу ихтималлығы хаҡында иҫкәртте

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы һыу баҫыу ихтималлығы хаҡында иҫкәртте 27.06.2025 // Йәмғиәт

Тау һәм бәләкәй йылғаларҙа һыу кимәленең күтәрелеүе көтөлә....

Тотош уҡырға 25

Өфөнөң Пугачев урамында хәрәкәт сикләнә

Өфөнөң Пугачев урамында хәрәкәт сикләнә 27.06.2025 // Йәмғиәт

Өфөнөң Пугачев урамында хәрәкәт сикләнә...

Тотош уҡырға 29

Марфа инәйгә – 100 йәш

Марфа инәйгә – 100 йәш 26.06.2025 // Йәмғиәт

Салауат ҡалаһынан Марфа Рябова 100 йәшен тултырҙы. Ҡала мэры Марат Заһиҙуллин социаль селтәрҙәге...

Тотош уҡырға 29

Башҡортостанда матур датала 245 никах теркәлгән

Башҡортостанда матур датала 245 никах теркәлгән 26.06.2025 // Йәмғиәт

Башҡортостанда матур датала 245 никах теркәлгән...

Тотош уҡырға 33

Бөгөн республика урмандарында уртаса класлы янғын хәүефе фаразлана

Бөгөн республика урмандарында уртаса класлы янғын хәүефе фаразлана 26.06.2025 // Йәмғиәт

Бөгөн дәүләт урман фонды биләмәһендә икенсе-өсөнсө класлы янғын хәүефе фаразлана. 26 июнгә ут...

Тотош уҡырға 32

Республикала ямғырлы һауа торошо фаразлана