Финалда 17 предметтан 66 уҡытыусы ҡатнашты.
Ошо көндәрҙә “Башҡортостандың баш ҡалаһы йыл уҡытыусыһы-2019” һәм “Башҡортостандың баш ҡалаһы башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы-2019” һөнәри оҫталыҡ конкурсына йомғаҡ яһалды.
Сараның маҡсаты – алдынғы педагогик тәжрибәне таратыу, уҡытыусы һөнәренең абруйын күтәреү, һөнәри үҫеш өсөн шарттар тыуҙырыу.
Фойе байрамса биҙәлгән, дәртле көй яңғырай. Ғәҙәттә, һәр конкурсантты бәйгелә ҡатнашырға әйҙәгән һәм, әлбиттә, уның еңеүенә булышлыҡ иткән фекерҙәштәре була. Конкурсҡа йомғаҡ яһар алдынан рух күтәренкелеге биргәндәргә һәм иңдәренә ҡанат ҡуйғандарға ла иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды.
Тамаша залында алма төшөрлөк тә урын юҡ. Тәүҙә тамашасылар мәктәп тормошо тураһында видеояҙма ҡараны.
Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығы урынбаҫары Алина Сөләймәнованың һүҙҙәренә ҡарағанда, балаларҙың киләсәге тураһында һис кенә лә борсолорға кәрәкмәй, сөнки уҡытыусылар көн һайын аң-белем таратыуға көстәрен дә, ваҡыттарын да йәлләмәй.
– Ғүмер ағышында бер ҡасан да космонавт менән дә, президент менән дә күрешмәҫкә мөмкин, уның ҡарауы, уҡытыусыны һәр кем осрата, – тине Алина Наил ҡыҙы. – Әлеге конкурсҡа килгәндә иһә, беренсенән, йәштәрҙең күп булыуы шатландырҙы, икенсенән, ир-ат мөғәллимдәрҙең ҡатнашыуы айырыуса маҡтауға лайыҡ.
Быйыл конкурс өс турға бүленгән. Тәүҙә конкурсанттар интернетҡа ҡуйылған портфолио аша баһаланды. Икенсе турҙа һәр кемгә эссе яҙыу, методик семинар үткәреү һәм дәрес биреү бурысы йөкмәтелде. Аҙаҡҡыһында иһә – оҫталыҡ дәресендә, класс сәғәтендә, белем проектында һәм түңәрәк өҫтәлдә көс һынашты педагогтар.
Жюриға республика юғары уҡыу йорттарының уҡытыусы-ғалимдары, быға тиклемге бәйге еңеүселәре лә ингән.
Шул да мәғлүм булһын, 21 йыл һуҙымында барған “Башҡортостандың баш ҡалаһы йыл уҡытыусыһы” конкурсында ике мең ярымдан ашыу конкурсант ҡатнашҡан, 400-ҙән ашыу уҡытыусы лауреат исемен алған. Өфө мөғәллимдәренең 18 тапҡыр “Йыл уҡытыусыһы” республика конкурсының еңеүсеһе булыуы шатлыҡлы.
Быйыл иһә, ғөмүмән, 700 уҡытыусы ярышта ҡатнашырға теләк белдергән, финалға 17 предметтан 66 уҡытыусы еткән, араларында 27 йәш педагог та бар ине.
Шулай итеп, “Башҡортостандың баш ҡалаһы йыл уҡытыусыһы-2019” конкурсында абсолют еңеүсе исемен 47-се гимназияның иҡтисад уҡытыусыһы Ирина Хисмәтуллина яуланы, ә “Башҡортостандың баш ҡалаһы башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы-2019” бәйгеһендә 7-се урта мәктәптән Гөлшат Ғәбитова алдынғылыҡты бирмәне. Гөлшат Заһир ҡыҙы билдәләүенсә, был ябай ғына бәйге түгел, ә рух байрамы, оло йыйын, тәжрибә уртаҡлашыу өсөн ҙур майҙансыҡ. Мин һөнәремдән уңдым, тип ул фекерен аҡһаҡалыбыҙ Мостай Кәримдең һүҙҙәре менән тамамланы. Шулай уҡ башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары араһында ойошторолған “Педагогик өмөт” номинацияһында 103-сө мәктәптән Зөлфиә Иҫәнбаеваға етеүсе табылманы.
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты рәйесе Данир Ғәйнуллин бер төркөм уҡытыусыларға Почет грамотаһы тапшырҙы. Данир Әхмәҙи улы белдереүенсә, һәр беребеҙ өсөн атай-әсәйебеҙ был донъяла иң ҡәҙерле кеше, уларҙан ҡала уҡытыусыларҙы ла хөрмәт итәбеҙ, уларға тиңләшергә тырышабыҙ.