Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Айыттар асылдарына ҡайта

Милләтебеҙҙең рух һаҡсылары.

Бишбүләк районының Һарайлы-мең ырыуына ҡараған Айыт ауылында йәшәгән башҡорттар элек-электән татарса белем ала, туғандаш халыҡтың телен, әҙәбиәтен өйрәнә. Башҡорт теленә дәүләт статусы бирелгәс кенә, хәлдәр бер аҙ ыңғай яҡҡа үҙгәрә: бөтә кластар ҙа башҡортса уҡытыла башлай.

Ошо уҡыу йылынан ауылдаштары — отставкалағы полиция под­полковнигы, “Мең ырыуы” йә­мәғәт ойошмаһы етәксе­һенең белем буйынса урынбаҫары Альфред Әхтәм улы Шәймәрҙәновтың тырыш­лығы, йүнселлеге арҡаһын­да 11 бала туған башҡорт телен өйрәнә башланы.
Күп йылдар алыҫ Себер тарафтарында эшләп, Башҡортос­танға ҡайтыуына әле бер нисә йыл ғына булыуына ҡарамаҫтан, Альфред Әхтәм улындағы рух, башҡарған эштәре иҫ китмәле. Билдәле тарихсы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт пре­мияһы лауреаты Салауат Хәмиҙуллинды ике тапҡыр үҙҙәренә алып ҡайтып, халыҡ менән осраштырып, ауылдаштарын үҙ асы­лына ҡайтарыу өсөн янып-көйөп йөрөгән был шәхес тураһында маҡтау һүҙҙәре генә әйтергә мөмкин. Мәҫәлән, быйыл беренсе тапҡыр Уҡытыу­сылар көнөндә район мә­ҙәниәт йортонда башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса төбәк-ара һәм республика күлә­мендә үткәрелгән конкурс, олимпиадаларҙа уңышлы сығыш яһаған ете уҡыусыға мең ырыуының мең һумлыҡ премияһы тапшырылды. Туған телде һәм милли йолаларҙы пропаган­да­лауға, һаҡлап ҡалыу һәм үҫте­реүгә өлөш индергәне өсөн баш­ҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыу­сылары Сөмбөл Алламорат ҡыҙы Әсфәндиәрова (Ҡаныҡай мәктәбе) менән Гөлнара Тимерғәли ҡыҙы Ғәлимова (Бишбүләктәге 1-се урта мәктәп) Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Рәхмәт хаты менән бүләкләнде. Ә бит ошо премия өсөн биш мең һум аҡсаны Альфред Әхтәм улы, һис ҡыйын­һынмай, үҙ кеҫәһенән сығарһа, ҡалған ике меңен уҡытыусы Сөмбөл Әсфәндиәрова Ҡаны­ҡай ауылы мәсете исеменән индергән.

Башҡортсаны үҙаллы өйрәнеп, күренекле яҙыусыларыбыҙҙың ижады менән яҡшы таныш ир-уҙаман туған Айыт мәктәбендә лә теге йәки был әҙипкә арнап әҙәби саралар үткәреү теләге менән яна. Бәхеткә күрә, яңыраҡ уның Баш­ҡорт­остандың халыҡ шағиры Муса Ғәлиҙең тыуыуына 95 йыл тулыу айҡанлы әҙәби конкурс үткәрергә тигән тәҡдимен мәктәп директоры Илмир Рәшит улы Шафиҡов та, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡы­тыусыһы Эльза Марс ҡыҙы Мөхтәсимова ла, директорҙың тәрбиә эштәре буйынса урынбаҫары Зәлифә Марат ҡыҙы Хафизова ла күтәреп алған.

Өфөнән саҡырылған бер төр­көм ҡунаҡтарға, атап әйткәндә, тарихсы Салауат Хәмиҙуллинға, Альфред Шәймәр­ҙәновҡа, яҙыусы Фәнис Янышевҡа, “Дим буйҙары” район гәзите хеҙмәткәре Ләйлә Ғүмәроваға һәм миңә уҡыусы­ларҙың сығышын баһаларға яҙҙы. Башҡорт әҙәбиәтен үҙенең ҡабат­ланмаҫ ижады менән юғарылыҡҡа күтәргән Муса ағайҙың шиғыр­ҙарын балалар сатнатып саф башҡортса һөйләне. 50-гә яҡын уҡыусы өс сәғәт буйы шиғриәт донъяһында гиҙҙе. Араларында асыҡ дикцияһы менән, һөйләү телмәре яғынан айырылып торған балаларҙың күплеге лә бик һөйөндөрҙө.

Башланғыс кластар буйынса, “Тасуири уҡыу” номинацияһында Ралина Хафизова беренселекте яуланы, Камилла Булатова, Радмила Хәбибуллина, Данияр Сә­йет­ғәлиев һәм Ғәлиә Ильясова призер булып танылды. Муса ағай­ҙың “Кескәй аҡҡош” тигән ши­ғырын шундай оҫта һөйләп, бары­һын да таң ҡалдырған III класс уҡыусыһы Ралина Хафизоваға һүрәттәр буйынса ла етеүсе булманы. Тырыш ҡыҙ бөтә фәндәрҙән дә яҡшы билдәләргә өлгәшә, математика, физкультура, башҡорт һәм рус теле дәрестәрен көтөп ала.

Ошо уҡ номинацияла уртансы кластарҙа Азалия Ғабдуллина еңеү яуланы, Вилдан Арыҫланов, Гүзәл Хафизова, Айлина Ғәйнет­динова, Аделина Мәхмүтовалар призлы урынға лайыҡ булды. Муса Ғәлиҙең тормош юлы һәм ижадына арналған “Презентация” номина­цияһында иһә Гөлназ Йәрмөхәмәтоваға беренсе урын бирелде.

Башҡорт халыҡ әкиәттәрендәге ай йөҙлө, алтын сәсле һылыуҙы хәтерләткән Айлина Ғәйнетдинова VIII класта белем ала. Мәк­тәптәге бер сара ла уның ҡат­нашлығынан тыш үтмәй. Әҙәби конкурстың да алып барыусыһы булды ул. Айлина, халыҡ шағирының “Айға ҡар­шы тороп” тигән шиғырын һөй­ләп, призлы урынға лайыҡ булды. Муса ағайҙың ижадына арналған һүрәттәр конкурсында ла уның эше иң яҡшыһы тип табылды.

Айлина — мәктәп ғорурлығы. Яҡшы уҡый, айырыуса биология, химия һәм физиканы мауығып өйрәнә. Республика, Рәсәй күлә­мендә үткән төрлө конкурс һәм олимпиадаларҙа ҡатнашып, уңышҡа өлгәшкән. Яңыраҡ финанс грамоталылығы буйынса V Бөтә Рәсәй фәнни-ғәмәли конфе­ренцияһында беренсе урынға сыҡҡан. Был тырыш, егәрле һы­лыу бейеү, спорт менән дә шөғөлләнә. Мини-футбол буйынса командалары, яңы ғына районда призлы урын яулап, Шишмәлә үтәсәк төбәк ярышында ҡатнашыу хоҡуғын алған.

Конкурста еңеүселәрҙең бары­һы ла Маҡтау ҡағыҙы менән бү­ләкләнде. Альфред Әхтәм улы баш­ланғыстарҙы хуплап, ҙур ихласлыҡ менән тормошҡа ашы­рыр­ға ярҙам иткән директор Илмир Рәшит улына Бөтә донъя башҡорттары ҡорол­тайының Рәх­мәт хатын һәм башҡорт телен ту­ған тел итеп өйрәнгән уҡыусы­ларға махсус бүләктәр тапшырҙы.

Билдәле шағир Фәтих Кәрим, дәүләт эшмәкәре Илдар Ғимаев һәм башҡа бик күп шәхестәрҙе биргән белем усағы хаҡында бер нисә һүҙ әйтеп китмәү яҙыҡ булыр ине. Мәктәп шундай төҙөк, тыштан ғына түгел, эстән дә ялт итеп тора. Ҡайҙа ҡарама, тәртип, бөх­тәлек күҙгә ташлана. Беҙ барған ваҡыт көҙгө каникулға тура килеү­гә ҡарамаҫтан, коридор тулы уҡыусы ине. Баҡтиһәң, каникулда ла тик ятмайҙар: 125 бала өсөн көндөҙгө лагерь ойош­торолған. 2013 йылда “Урал” хәйриә фонды ярҙамы менән мәктәпкә тулы­һынса ремонт эшләтелеп, төкәтмә төҙөлгән. Быйыл районда “Иң яҡшы мәктәп” булып танылғандар. Уҡыу, спорт, район, республика кү­ләмендә үткән конкурс, олим­пиа­даларҙа еңеүҙәр буйынса иң алда баралар.

Мәктәптең Илдар Ғимаев исемен йөрөткән хоккей командаһы бар. Тренер Азат Сәмиғуллин етәк­селегендә II–VII класс ма­лай­ҙарынан торған команда, йылдың-йылы районда ғына түгел, төбәк-ара ярыштарҙа ла ҡатнашып, кубокка эйә була. “Былтырғы сыға­рылыштан 21 уҡыусының 18-е, Берҙәм дәүләт имтиханын уңыш­лы тапшырып, юғары уҡыу йорттарына уҡырға инде. Әлеге ва­ҡытта мәктәптә бөтәһе 230 уҡыусы белем ала. 31 уҡытыусы фән һәм белем серҙәренә төшөндөрә”, — тип һөйләй директорҙың уҡытыу эштәре буйынса урынбаҫары Гөлнара Наил ҡыҙы Мөхтәсимова.

Бына шундай шәп мәктәп, һәләтле балалар менән яҡындан таныштыҡ, ара­лаш­тыҡ, уңыш­тарына һоҡландыҡ, үҙ та­мыр­ҙары менән ҡыҙыҡһына башлауҙарын күреп һөйөндөк. Саф башҡортса шиғыр һөйләгән ошо уҡыусылар киләсәктә милләтебеҙҙең рух һаҡсылары булып китер әле тигән өмөт сатҡыһы лә уянды күңелдә.


Автор: Нурия ӘХТӘМОВА Район: Бишбүләк районы


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Өфө блогеры һәм альпинист Рөстәм Нәбиев Эвересты яуланы

Өфө блогеры һәм альпинист Рөстәм Нәбиев Эвересты яуланы 21.05.2026 // Йәмғиәт

Яҡташыбыҙ донъяның иң бейек түбәһенә флаг ҡаҙаған һәм «ҡолағандан һуң тормош бөтә тип уйлағандар ......

Тотош уҡырға 1

«Шүлгәнташ» музейы Лихачев исемендәге Милли премияға лайыҡ булды

«Шүлгәнташ» музейы Лихачев исемендәге Милли премияға лайыҡ булды 21.05.2026 // Йәмғиәт

«Шүлгәнташ» «Милли ҡаҙаныш» номинацияһында еңеү яуланы....

Тотош уҡырға 1

Өфөлә һәм Стәрлетамаҡта ҡайҙа ҡорбан салырға

Өфөлә һәм Стәрлетамаҡта ҡайҙа ҡорбан салырға 21.05.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә һәм Стәрлетамаҡта ҡайҙа ҡорбан салырға...

Тотош уҡырға 2

Баш ҡалала Ағиҙел йылғаһы күперендә хәрәкәт ваҡытлыса сикләнә

Баш ҡалала Ағиҙел йылғаһы күперендә хәрәкәт ваҡытлыса сикләнә 21.05.2026 // Йәмғиәт

Баш ҡалала Ағиҙел йылғаһы күперендә хәрәкәт ваҡытлыса сикләнә...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостан торлаҡ-коммуналь хужалыҡты яңыртыу темптары буйынса лидерҙар иҫәбенә инде

Башҡортостан торлаҡ-коммуналь хужалыҡты яңыртыу темптары буйынса лидерҙар иҫәбенә инде 21.05.2026 // Йәмғиәт

Төбәктә 2022 йылдан алып 269 километр инженер селтәрҙәре файҙаланыуға тапшырылған....

Тотош уҡырға 2

Баймаҡта Байсыуаҡовтар ғаиләһендә һигеҙенсе сабый тыуған

Баймаҡта Байсыуаҡовтар ғаиләһендә һигеҙенсе сабый тыуған 21.05.2026 // Йәмғиәт

Баймаҡта Байсыуаҡовтар ғаиләһендә һигеҙенсе сабый тыуған...

Тотош уҡырға 2

Май аҙағында һәм июнь башында Башҡортостанға ямғырҙар килә

Май аҙағында һәм июнь башында Башҡортостанға ямғырҙар килә 21.05.2026 // Йәмғиәт

Гисметео мәғлүмәттәренә ярашлы, май аҙағында һәм июнь башында Башҡортостанда тотороҡһоҙ һауа торошо ......

Тотош уҡырға 1

Башҡорт йырсыһы Сабина Кучаева атаһының һуңғы концерты хаҡында һөйләне

Башҡорт йырсыһы Сабина Кучаева атаһының һуңғы концерты хаҡында һөйләне 20.05.2026 // Йәмғиәт

Башҡорт йырсыһы Сабина Кучаева атаһының һуңғы концерты хаҡында һөйләне...

Тотош уҡырға 2

Өфөнән Вьетнамға тура рейстар асыла

Өфөнән Вьетнамға тура рейстар асыла 20.05.2026 // Йәмғиәт

Өфөнән Вьетнамға тура рейстар асыла...

Тотош уҡырға 2

«Башинформ» Башҡортостандың Спорт министрлығынан рәхмәт хаты алды

«Башинформ» Башҡортостандың Спорт министрлығынан рәхмәт хаты алды 20.05.2026 // Йәмғиәт

«Башинформ» Башҡортостандың Спорт министрлығынан рәхмәт хаты алды...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостандың көнбайыш райондарында ғәҙәттән тыш янғын хәүефе фаразлана

Башҡортостандың көнбайыш райондарында ғәҙәттән тыш янғын хәүефе фаразлана 20.05.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың көнбайыш райондарында ғәҙәттән тыш янғын хәүефе фаразлана...

Тотош уҡырға 3

Республикала дүртенсе «Китап байрамы»ның төп үҙенсәлеге билдәле булды

Республикала дүртенсе «Китап байрамы»ның төп үҙенсәлеге билдәле булды 19.05.2026 // Йәмғиәт

IV «Китап байрамы» халыҡ-ара китап йәрминкәһе йәнә әҙәбиәт һөйөүселәрҙе, нәшерселәрҙе һәм ......

Тотош уҡырға 2


Комментарий өҫтәргә