Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Үрнәк илһамландыра ла, көс-ғәйрәт тә өҫтәй

Хеҙмәте китап донъяһы менән бәйле.

Тыуған яғым – алтын бишек, тиҙәр. Йәнтөйәктән дә ҡәҙерлерәк төшөнсә юҡтыр был донъяла. Ысынлап та, кемдәр ниндәй генә һүҙ менән уны юғары күтәрмәгән. Шул уҡ ваҡытта тыуған ерҙән торған ер яҡшы тиһәләр ҙә, әҙәм балаһы ҡайҙа ғына төпләнмәһен, нисә йәштә генә булмаһын, кендек ҡаны тамған тупрағы һәм бала саҡ йылдары күңеленә һәр саҡ яҡын. Күптән түгел яҡташым Шамил ағай менән ошо хаҡта оҙаҡ һөйләшеп ултырҙыҡ. Икебеҙҙең дә фекерҙәребеҙҙең берегеүенә, уртаҡ һүҙҙәрҙең күп булыуына ул да, мин дә һөйөндөк. Әңгәмәсемдең форсат сыҡҡан һайын Ейәнсура тарафтарына барып урайым тиеүе бөтәһе тураһында ла һөйләй кеүек.

– Ваҡыт үткән һайын, йәш олоғая барған һайын, әҙәм балаһы үҙенә төрлө һорауҙы йыш бирә тиеүҙәренә элегерәк шикләнеп ҡарай торғайным, – тип башланы һүҙен “Башҡортостан Республика­һының уҡыу коллекторы” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте директоры, иҡтисад фәндәре кандидаты, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың мәғариф алдынғыһы, Башҡортостандың атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре Шамил Түләбаев. – Баҡтиһәң, ул ысынлап та шулай икән. Буй еткергән Кәлимулла ауылы нимәһе менән ҡәҙер­леме миңә? Һуңғы ваҡытта айырыуса унда үткәргән йылдарым иҫкә төшә. Хәйер, халыҡ телендә ул – Үрнәк, ҡайһылай матур яңғырай, шулай бит? Исеме есеменә тура килгәндәй, ауылдаштарым тирә-йүнгә һәр ваҡыт өлгө булды, хәҙер ҙә шулай бынамын итеп донъя көтә, ишле ғаиләләр күп беҙҙә.

Үҫәргән уҙаманының тәбиғәткә ғашиҡ булыуына иғтибар иттем. Үрнәк тирәләй урынлашҡан ер-һыу атамаларының исемдәрен тулыһынса белә. Топонимияны һыу һымаҡ эсеүенең сере ябай ғына икән. Беренсенән, китапты күп уҡый, икенсенән, ауылында саҡта өлкәндәр менән аралашыуға ваҡыт таба, уларҙан был турала ентекле һораша. Ә инде бәләкәй саҡта, ҡырҙан ҡайтҡас, өлкән туғандарынан тауҙарҙың, йылға йәки шишмәләрҙең, яландарҙың исемен белешеп күңеленә һеңдерә барған.

Мәҫәлән, Ҡараһарыҡ тауы Кәлимул­ланан төньяҡтараҡ ята. Ни өсөн кәзә лә, һыйыр ҙа, ат та түгел, ә нәҡ һарыҡ? Уртаса ғүмер иткән бер ғаиләнең ҡара һарығы беренсе ҡарҙан һуң аҙбарына ҡайтмай. Эҙләү бер ҙә һөҙөмтә бирмәй. Ир ҙә, ҡатын да ҡайғыра, төңөләләр, юғалды тип уйлайҙар. Ҡыш сигенеп, ҡара ергә аяҡ баҫыр-баҫмаҫтан көтөү сыға. Кис юғалған теге һарыҡ ауыл малына эйәреп ҡайтып килмәһенме! Улай ғына ла түгел, бәрәсен эйәртеп! Тау ышығы уны ҡотҡарған, шундағы туҡлыҡлы үлән­дәрҙе ашап имен-аман ҡышты сыҡҡан. Тауға исем ошо хәлдән һуң йәбешкән. Шамил Сәмиғулла улы һөйләүенсә, Ҡараһарыҡ тауының тағы ла бер үҙенсәлеге бар. Уның иң бейек нөктәһенә менеп ҡараһаң, аяҙ көндә – Ырымбурҙың ҡалай түбәле йорттары, ә төндә ҡала уттары күренер булған.

Бынан тыш Ташҡайын тауы, Яҡуп шишмәһе, Өсусаҡ тауы, Түңәрәккүл, Тәрәнгүл, Оҙонгүл күлдәре, Ағуна тип аталған ялан һәм шишмәләр һәм башҡа ер-һыу атамаларының тарихын бик яҡшы белә ул.

Кескәй саҡтан уҡ китапханала йыш булғаны өсөн Шамил Сәмиғулла улының күрһәткән хеҙмәте лә сихри китап донъяһы менән бәйлелер. Әйткәндәй, Шамил Түләбаевтың хеҙмәт кенәгәһендә бер нисә генә яҙыу бар. Урта мәктәптән һуң Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтының (хәҙер Башҡорт дәүләт университетының Стәрлетамаҡ филиалы) физика факультетын уңышлы тамам­лағас, Көйөргәҙе районының Отрада урта мәктәбендә башта физика уҡытыусыһы, артабан директор урынбаҫары булып эшләй. Ә 1988 йылдан әлегә тиклем – “Башҡортостан Республикаһының уҡыу коллекторы” предприятиеһы етәксеһе.

Республика мәктәптәрен дәреслектәр, әсбаптар, методик белешмәләр, уҡыу өсөн бүтән төрлө кәрәк техник саралар – приборҙар, химик реактивтар, кәнсәләр тауарҙары, шулай уҡ класс таҡталары, парта, ултырғыс кеүек иң кәрәкле йы­һаздар менән тәьмин итеү ниәтен уңышлы тормошҡа ашыра ойошма. Уҡыу коллекторы Башҡортостанда ошо йүнә­лештә эш алып барған берҙән-бер йәмғиәт һанала. Бер һүҙ менән аңлатҡан­да, мәктәптәрҙе аҡбурҙан алып автобусҡа тиклем тәьмин итә, өҙөклөк­тәргә юл ҡуймай, күп йылдар Рәсәй Федерация­һында йыл йомғаҡтары буйынса беренсе урынды алып килә. Һүҙ ҙә юҡ, был осраҡта етәксенең эште дөрөҫ алып барыуын танымау мөмкин түгел.

Хәҙер эште генә түгел, ә йәшәйеште компьютерһыҙ күҙ алдына килтереп булмай. Замана техникаһына бөтәһе лә оҫта идара итә, шуға күрә интернет селтәрендә сайт булдырыу үҙен тулыһынса аҡлай. Бынан бер нисә йыл элек асылған Төбәк мәғлүмәт үҙәге уңышлы эшләй. Ғөмүмән, ойошма алға ҡарап эш итә, уй-ниәттәре билдәле, маҡсаттары изге. Улар заман менән бергә атларға кәрәк тигән хәҡиҡәтте күптән тәрән аңлаған, бөгөн был иң мөһиме. Баҙар шарттарына күсеү сәбәпле, предприятие эш йүнәлешен үҙгәртә һәм халыҡ ихтыяжын күҙ уңында тотоп, тауар етештереүгә күсә.

Республиканың башҡа ҡалаларында ла магазиндар селтәрен арттыралар, был – йәшәйеш талабы. Продукция ташыу өсөн уңайлы транспорт саралары­ның булыуы – тәүшарт. Автопарк даими рәүештә яңырып тора. Техника төҙөк тотолғас, теге йәки был урынға йәһәт кенә китаптар илтеү һис ҡыйынлыҡ тыу­ҙырмай. Китаптар һәм башҡа әсбаптарҙы һаҡлау өсөн йылы бина төҙөлгән. Бынан тыш, милләттәштәребеҙ ситтә күпләп ғүмер кисергән Силәбе, Ырымбур, Төмән, Һамар һәм Свердловск өлкәләренә башҡорт телендә әҙәби китаптар һәм дәреслектәр алып барып тапшыралар.

– Мәктәптәргә кәрәкле уҡыу әсбаптары һатып алыу өсөн һәр төбәктең үҙенсә­леген белеү мотлаҡ, – ти Шамил Сәмиғулла улы. – Уның ныҡ яуаплы һәм мәшәҡәтле эш булыуы бәхәсһеҙ, ләкин иң кәрәклеһе. Башҡортостандың һәр ҡала һәм район хакимиәтенең мәғариф бүлеге менән тығыҙ хеҙмәттәшлек итәбеҙ, һәр ваҡыт аңлашып эшләйбеҙ.

Әҙәби китап уҡығандар йөрәк менән эш итә, уларҙың күңеле нескә була, тиҙәр. Шәхси тормошона килгәндә, Шамил Сәмиғулла улы ун бер балалы ғаиләлә унынсы бала булып донъяға килә. Башланғыс мәктәпте тамамлағас, Ишемғол урта мәктәбендә белем ала. Атаһы Сәмиғулла Ғәлиәхмәт улы балаларына яҡшы тәрбиә һәм төплө белем биреү өсөн ифрат ныҡ тырыша. Ул фин һәм Икенсе донъя һуғышында башынан алып аҙағына тиклем ҡатнашҡан.

Әсәһе Сәлимә Йәнғәле ҡыҙы, балалары күп булыуға ҡарамаҫтан, уларҙың барыһын да һөйөп кенә үҫтерә. Ул Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында үҙенең тиҫтерҙәре менән Силәбе өлкәһенең Ҡамышлы ҡасабаһында торф сығарыуҙа ҡатнаша. Балаларының барыһы ла тормошта үҙ урынын тапҡан. Күбеһе яҙмышын ауыл ере менән бәйләгән, араларында уҡытыусы, механизатор кеүек маҡтаулы һөнәр эйәләре лә бар.
Маргарита һәм Шамил Түләбаевтар тәүге ҡыҙҙары Әлиәне ҡулдарына алыуға, донъялары тағы ла теүәлерәк, йәмлерәк, бәхетлерәк булып тойола. Йәштәр ең һыҙғанып эшләй, бала тәрбиәләй, мал-тыуар ҡарарға, баҡса үҫтерергә лә өлгөрә. Ә инде Өфөгә күскәс, икенсе ҡыҙҙары Ләйсән тыуа. Бынан ары уларҙың маҡсаттары тағы ла арта, йәшәү мәғәнәһе лә өҫтәлә.

Тормош иптәше Маргарита Сайран ҡыҙы Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙа бүлек етәксеһе булып эшләй, педагогия фән­дәре кандидаты, Башҡортостан Респуб­ликаһының мәғариф алдынғыһы.

Шамил Түләбаев белдереүенсә, эш урынына – ашҡынып, йортона йүгереп ҡайтҡан кеше бәхетле булған шикелле, ул да тыуған төйәгенә йөрәкһенеп ҡайта, унан инде күңеле булғас, Өфөгә юллана.


Автор: Илдар АҠЪЮЛОВ әҙерләне


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостанда «Айыҡ ауыл» конкурсының шарттары үҙгәрҙе

Башҡортостанда «Айыҡ ауыл» конкурсының шарттары үҙгәрҙе 09.06.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда «Айыҡ ауыл» конкурсының шарттары үҙгәрҙе...

Тотош уҡырға 0

Өфө – Ырымбур трассаһында Бәрҫеүән йылғаһы аша күперҙең яртыһы бер айға ябыла

Өфө – Ырымбур трассаһында Бәрҫеүән йылғаһы аша күперҙең яртыһы бер айға ябыла 09.06.2026 // Йәмғиәт

Бәрҫеүән йылғаһы аша күперҙә трафик тәүлегенә 105 меңдән ашыу автомобиль тәшкил итә....

Тотош уҡырға 0

«Шулай шул»: башҡорт ҡыҙы менән ҡытай егетенең ғаилә ҡороу тарихы

«Шулай шул»: башҡорт ҡыҙы менән ҡытай егетенең ғаилә ҡороу тарихы 08.06.2026 // Йәмғиәт

Ҡайҙалыр Мәскәүҙә, машинала башҡортса йыр яңғырай. Рулдә ҡытай егете ултыра һәм үҙ алдына ......

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда көслө ямғыр һәм боҙ-борсаҡ яуыуы фаразлана

Башҡортостанда көслө ямғыр һәм боҙ-борсаҡ яуыуы фаразлана 08.06.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан ҡотҡарыусылары, Башгидромет мәғлүмәттәренә һылтанып, 9 июндә ямғырлы һауа торошо ......

Тотош уҡырға 1

Республикала ауыр йөк машиналарын тикшереү башланды

Республикала ауыр йөк машиналарын тикшереү башланды 08.06.2026 // Йәмғиәт

Сараларҙы көсәйтеүгә хәүефле статистика сәбәпсе булды....

Тотош уҡырға 1

Республикала бушлай ЭКО-ға квоталар һаны 14% артҡан

Республикала бушлай ЭКО-ға квоталар һаны 14% артҡан 08.06.2026 // Йәмғиәт

Республикала бушлай ЭКО-ға квоталар һаны 14% артҡан...

Тотош уҡырға 1

Ләйсән Үтәшева өләсәһенә ҡунаҡҡа ҡайтҡан

Ләйсән Үтәшева өләсәһенә ҡунаҡҡа ҡайтҡан 05.06.2026 // Йәмғиәт

Ләйсән Үтәшева өләсәһенә ҡунаҡҡа ҡайтҡан...

Тотош уҡырға 4

Тағы бер авиакомпания Өфөнән Краснодарға осоштар программаһын асты

Тағы бер авиакомпания Өфөнән Краснодарға осоштар программаһын асты 05.06.2026 // Йәмғиәт

Тағы бер авиакомпания Өфөнән Краснодарға осоштар программаһын асты...

Тотош уҡырға 1

Өфө үҙәгендә төндә ике урам ябыла

Өфө үҙәгендә төндә ике урам ябыла 05.06.2026 // Йәмғиәт

Өфө үҙәгендә төндә ике урам ябыла...

Тотош уҡырға 1

Константин Климин Башҡортостандың сауҙа һәм хеҙмәттәр министры итеп тәғәйенләнде

Константин Климин Башҡортостандың сауҙа һәм хеҙмәттәр министры итеп тәғәйенләнде 05.06.2026 // Йәмғиәт

Константин Климин Башҡортостандың сауҙа һәм хеҙмәттәр министры итеп тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостанда Өфө – Бөрө – Яңауыл юлы участкаһы төҙөкләндерелде

Башҡортостанда Өфө – Бөрө – Яңауыл юлы участкаһы төҙөкләндерелде 04.06.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда Өфө – Бөрө – Яңауыл юлы участкаһы төҙөкләндерелде...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда ҡойма ямғырҙар көтөлә

Башҡортостанда ҡойма ямғырҙар көтөлә 04.06.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда ҡойма ямғырҙар көтөлә...

Тотош уҡырға 3


Комментарий өҫтәргә