Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Щербаковтарҙан кәңәштәр
Телевидениела йыш ҡына сығыш яһаған Щербаковтар күптәрҙе ҡыҙыҡһындыра торғандыр. Кемдәр улар, игеҙәктәрме, әллә бер туғандармы? Бер аҙ асыҡлыҡ индерәйем әле. Улар Беларусь Республикаһының баш ҡалаһы Минскиҙа йәшәй. Бер туғандар, игеҙәктәр түгел. Әммә мине хайран ҡалдырғаны бөтөнләй икенсе күренеш.
Беренсенән, ябай булыуҙары әсир итә. Икенсенән, бөтә төр балыҡ тотоу ысулдарын үҙләштергәндәр. Өҫтәүенә тәжрибәләре менән ихлас уртаҡлашалар. Өсөнсөнән, төрлө ярыштарҙың ойоштороусылары булып сығыш яһайҙар. Шуның өсөн дә уларҙың бер нисә кәңәшен тәҡдим итергә булдым.



1. Ҡышҡы йылтырма. Ҙур ҡалалар янында ҡыш көнө лә туңмаған быуа-күлдәр бар. Сәбәбе — төрлө станцияларҙың йылы һыуы уларға ағып төшә.
Йылтырма һайлау — иң мөһиме. Ҡыуалдың оҙонлоғо ике-өс метр булырға тейеш. Ҡыуал етештереүселәр хәҙерге ваҡытта ҡулсаларҙы бәләкәй диаметрлы итеп яһай. Ҡармаҡ ебе боҙ йәбешеп ҡулсанан үтмәй башлай, шуның өсөн дә ҡулсаларҙың ҙур диаметрлыһын һайларға кәрәк.
Кәтүкте дөрөҫ ҡулланыу отошло. Ҡармаҡ ебен дөрөҫ һайларға кәрәк. Үтә күренмәле моно-ептәргә өҫтөнлөк бирелә. Үрелгән ептәр туңыусан.
2. Ҡыш шамбы тотоу. Үҙенсәлекле бер балыҡ инде ул. Ҡайһы бер төбәктәрҙә ул бөтөнләй юҡ. Беҙҙә лә әллә ни күп түгел. Ҡайҙа улар осрай? Ғәмәлдә таҙа йылға-күлдәрҙә күпләп үрсейҙәр.
Ҡыш нисек тоторға һуң? Әлбиттә, ташлы соҡор урындарҙан эҙләгеҙ, сөнки ул шунда йәшеренеп ятырға ярата. Шуның өсөн дә шамбыны ҡармаҡты төпкә ятҡырып тоторға кәрәк. Емде ул һыу төбөнән эҙләй. Бер асалы ырғаҡҡа тере балыҡ ҡаптырып тотоу — иң уңышлыһы.

Бер туған Щербаковтарҙың календары.

1. Ғинуар. Балыҡ тотоу өсөн уңайһыҙ ай. Һауа торошо йыш үҙгәреүсән, тотороҡлолоҡ юҡ. Көндәр яйлап оҙая бара. Быуаларҙа боҙ аҫтында кислород кәмей, балыҡ тәрәнгә китә, ҡайһылары тонсоғоп үлә. Ҡаты һыуыҡтан һуң оҙайлы йылы көндәрҙә әҙ-мәҙ эләгә башлай.

2. Февраль. Буранлы ай. Көндәр оҙая бара. Һыла (судак) әүҙем ҡаба. Алабуғаның эреләре ем эҙләргә сыға. Йылтырмаға суртан тоторға мөмкин. Бурмашҡа (мормышка) ҡорман балығы, эре сабаҡтар ҡаба. Емләү әллә ни файҙа килтермәй.

3. Март. Көндәр йылына башлай, йылғаларҙың уртаһының (йылыраҡ яҡта) асыла башлауы күҙгә салына. Яйлап һыу бысрана. Суртандың әүҙемлеге юғала, сөнки ыуылдырыҡ сәсергә әҙерләнә. Балыҡтар ярға яҡыная. Бурмашҡа бөтә балыҡ та эләгә.


Автор: Әсләм КАМАЛОВ.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Республикала ишле ғаилә дүртенсе балаһының тәүге документын алды

Республикала ишле ғаилә дүртенсе балаһының тәүге документын алды 15.06.2026 // Йәмғиәт

Республикала ишле ғаилә дүртенсе балаһының тәүге документын алды...

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан туризм буйынса федераль рейтингта 13-сө урынға күтәрелде
Республика Башлығы журналистарҙы һөнәри байрамы менән ҡотланы

Республика Башлығы журналистарҙы һөнәри байрамы менән ҡотланы 15.06.2026 // Йәмғиәт

Республика Башлығы журналистарҙы һөнәри байрамы менән ҡотланы...

Тотош уҡырға 1

Өфө сәйәхәтселәре мәмерйәлә мамонт тешен тапҡан

Өфө сәйәхәтселәре мәмерйәлә мамонт тешен тапҡан 15.06.2026 // Йәмғиәт

Өфө сәйәхәтселәре мәмерйәлә мамонт тешен тапҡан...

Тотош уҡырға 0

«Башинформ» агентлығы – Башҡортостандың иң күп өҙөмтә килтерелә торған мәғлүмәт сараһы

«Башинформ» агентлығы – Башҡортостандың иң күп өҙөмтә килтерелә торған мәғлүмәт сараһы 15.06.2026 // Йәмғиәт

«Медиалогия» компанияһы 2026 йылдың I кварталы өсөн Башҡортостан медиаресурстары рейтингын ......

Тотош уҡырға 1

Өфөнән Истанбулға рейстар асыла

Өфөнән Истанбулға рейстар асыла 15.06.2026 // Йәмғиәт

Өфөнән Истанбулға рейстар асыла...

Тотош уҡырға 0

11 июндә республикала ҡыҫҡа эш көнө көтөлә
Өфөнән Истанбулға рейстар һаны арттырыла

Өфөнән Истанбулға рейстар һаны арттырыла 10.06.2026 // Йәмғиәт

«Победа» авиакомпанияһы Өфөнән Истанбулға осош программаһы асылыуы хаҡында иғлан итте....

Тотош уҡырға 3

Радий Хәбиров «Патриот» паркында ирекмәндәр менән осрашты

Радий Хәбиров «Патриот» паркында ирекмәндәр менән осрашты 10.06.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы һәр яҡлап ярҙам күрһәткәндәре өсөн ирекмәндәргә рәхмәт белдерҙе....

Тотош уҡырға 2

Эливия, Рэм һәм Эрлан: Башҡортостанда үҙенсәлекле исемдәр рейтингы
Байрам көндәрендә республика поликлиникалары нисек эшләй

Байрам көндәрендә республика поликлиникалары нисек эшләй 10.06.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы 12 июндән 14-нә тиклем медицина учреждениеларының эш ......

Тотош уҡырға 3

Синоптиктар республикала һауа торошоноң боҙолоуы хаҡында иҫкәртте

Комментарий өҫтәргә