Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Киптереүҙең дә сере бар
Тоҙланған йәки киптерелгән балыҡты яратмаған кеше бармы икән? Хәйер, хәҙер уны әҙер көйө кибеттән дә һатып алып була бит, тиерһегеҙ. Була, әлбиттә. Тик, минең уйымса, һәр балыҡсы быны эшләй белергә тейеш, сөнки ҡайһы берҙә күп тотолған балыҡты ни эшләтергә белмәй аптырайһың. Шуның өсөн дә бер өлөшөн тоҙлап йә маринадлап киптереп алыу зыян итмәҫ. Тик ниндәй балыҡты тоҙларға була, шуныһы мөһим.


Ныҡ һимеҙ балыҡ алмағыҙ. Йылға балыҡтарынан сабаҡ, күкен, алабуға, һыла, ҡорман балығын алырға мөмкин. Иң тәүҙә матур итеп йыуырға кәрәк. Эске ағзаларын һәм айғолағын алғас, тәңкәләрен таҙартмағыҙ. Әгәр ҙә балыҡтар 1-1,5 кг икән, арҡаһынан ярырға кәрәк. Тиҙерәк кибәсәк. Эмалле һауытҡа эре тоҙ һалып, балыҡтарҙы рәтләп һалығыҙ. Тоҙ дөйөм балыҡ ауырлығының 20 процентын тәшкил итергә тейеш. Лавр япрағын һәм борос һалырға онотмағыҙ. Һәр балыҡтың тышына ла, эсенә лә тоҙ һалыу мотлаҡ. Һауыт тулғас, эсенә һыймалы тәрилкә алып, өҫтөнән ауыр әйбер менән баҫтырып ҡуйырға кәрәк. Бөтәһе лә әҙер булғас, һыуытҡысҡа ҡуйығыҙ. Ваҡ балыҡты – 5 тәүлектән, ә эреләрен 7 тәүлектән алырға мөмкин. Һауыттан алғас, һалҡын һыуҙа йыуып, яҡшы итеп ҡороторға кәрәк.
Теҙеп элеп ҡуйғас, бөжәктәр ҡунмаһын өсөн, марля менән ябығыҙ йәки рафинадланмаған көнбағыш майы һөртөгөҙ, 3 процент һеркә ҡатнашмаһы ла ярай. Асыҡ ҡояшта киптермәгеҙ, ҡалала балкон уңай, ә ауылда – өй ҡыйығы. Аҙна-ун көндән балығығыҙ әҙер була. Оҙаҡ һаҡлау өсөн пергамент ҡағыҙға урайһың да һыуытҡысҡа һалаһың.


Автор: Ә. Камалов


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Баймаҡтан Гөлнәрисә Әбелғәзина мотоциклда Ҡаҙағстан буйлап 4 мең саҡрым үткән

Баймаҡтан Гөлнәрисә Әбелғәзина мотоциклда Ҡаҙағстан буйлап 4 мең саҡрым үткән 27.09.2026 // Йәмғиәт

Баймаҡтан Гөлнәрисә Әбелғәзина мотоциклда Ҡаҙағстан буйлап 4 мең саҡрым үткән...

Тотош уҡырға 3

Тольяттиҙа йәшәүсе Асылыкүлгә тиклем велосипедта 500 километр юл үткән

Тольяттиҙа йәшәүсе Асылыкүлгә тиклем велосипедта 500 километр юл үткән 25.09.2026 // Йәмғиәт

Тольяттиҙа йәшәүсе Асылыкүлгә тиклем велосипедта 500 километр юл үткән...

Тотош уҡырға 3

Республиканың 42 ҡала һәм районында ауыл хужалығы йәрминкәләре ойошторола

Республиканың 42 ҡала һәм районында ауыл хужалығы йәрминкәләре ойошторола 25.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда йәшәүселәрҙе сираттағы ауыл хужалығы йәрминкәләренә саҡырҙылар....

Тотош уҡырға 3

Өфөлә яңы йыл шыршылары һәм ҡышҡы ҡаласыҡтарҙың ҡасан ҡуйылыуы билдәле булды

Өфөлә яңы йыл шыршылары һәм ҡышҡы ҡаласыҡтарҙың ҡасан ҡуйылыуы билдәле булды 24.09.2026 // Йәмғиәт

Был ҡарарға баш ҡала мэры вазифаһын башҡарыусы Рөстәм Шәрипов ҡул ҡуйҙы....

Тотош уҡырға 1

Башҡортостан Дәүләт Йыйылышының өс депутаты вәкәләттәрен һалды

Башҡортостан Дәүләт Йыйылышының өс депутаты вәкәләттәрен һалды 24.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Дәүләт Йыйылышының өс депутаты вәкәләттәрен һалды...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда әбейҙәр сыуағы тамамлана

Башҡортостанда әбейҙәр сыуағы тамамлана 24.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда әбейҙәр сыуағы тамамлана...

Тотош уҡырға 3

Радий Хәбиров Дәүләт Думаһы депутаттары итеп һайланған МХО ҡатнашыусыларына уңыштар теләне
Бөгөн республикала 20 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Бөгөн республикала 20 БПЛА бәреп төшөрөлгән 23.09.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн республикала 20 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда Камилә инәй Арыҫланованы 95 йәше менән ҡотланылар

Башҡортостанда Камилә инәй Арыҫланованы 95 йәше менән ҡотланылар 23.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда Камилә инәй Арыҫланованы 95 йәше менән ҡотланылар...

Тотош уҡырға 3

1 октябрҙән республикала газға яңы хаҡтар билдәләнә

1 октябрҙән республикала газға яңы хаҡтар билдәләнә 22.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың Тарифтар буйынса дәүләт комитеты «Газпром төбәк-ара газ Өфө» абоненттары өсөн ......

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда туристик объекттарға илткән 100 километрҙан ашыу юл ремонтланасаҡ

Башҡортостанда туристик объекттарға илткән 100 километрҙан ашыу юл ремонтланасаҡ 22.09.2026 // Йәмғиәт

Был хаҡта республика етәксеһе Радий Хәбиров «Интерфакс» агентлығына биргән интервьюһында һөйләне....

Тотош уҡырға 3

Башҡортостанда «Йәйәүле» операцияһы башланды

Башҡортостанда «Йәйәүле» операцияһы башланды 22.09.2026 // Йәмғиәт

22-30 сентябрҙә республика биләмәһендә йәйәүлеләргә бәйле юл-транспорт ваҡиғаларын иҫкәртеү ......

Тотош уҡырға 2


Комментарий өҫтәргә