Киптереүҙең дә сере бар17.08.2016
Тоҙланған йәки киптерелгән балыҡты яратмаған кеше бармы икән? Хәйер, хәҙер уны әҙер көйө кибеттән дә һатып алып була бит, тиерһегеҙ. Була, әлбиттә. Тик, минең уйымса, һәр балыҡсы быны эшләй белергә тейеш, сөнки ҡайһы берҙә күп тотолған балыҡты ни эшләтергә белмәй аптырайһың. Шуның өсөн дә бер өлөшөн тоҙлап йә маринадлап киптереп алыу зыян итмәҫ. Тик ниндәй балыҡты тоҙларға була, шуныһы мөһим.


Ныҡ һимеҙ балыҡ алмағыҙ. Йылға балыҡтарынан сабаҡ, күкен, алабуға, һыла, ҡорман балығын алырға мөмкин. Иң тәүҙә матур итеп йыуырға кәрәк. Эске ағзаларын һәм айғолағын алғас, тәңкәләрен таҙартмағыҙ. Әгәр ҙә балыҡтар 1-1,5 кг икән, арҡаһынан ярырға кәрәк. Тиҙерәк кибәсәк. Эмалле һауытҡа эре тоҙ һалып, балыҡтарҙы рәтләп һалығыҙ. Тоҙ дөйөм балыҡ ауырлығының 20 процентын тәшкил итергә тейеш. Лавр япрағын һәм борос һалырға онотмағыҙ. Һәр балыҡтың тышына ла, эсенә лә тоҙ һалыу мотлаҡ. Һауыт тулғас, эсенә һыймалы тәрилкә алып, өҫтөнән ауыр әйбер менән баҫтырып ҡуйырға кәрәк. Бөтәһе лә әҙер булғас, һыуытҡысҡа ҡуйығыҙ. Ваҡ балыҡты – 5 тәүлектән, ә эреләрен 7 тәүлектән алырға мөмкин. Һауыттан алғас, һалҡын һыуҙа йыуып, яҡшы итеп ҡороторға кәрәк.
Теҙеп элеп ҡуйғас, бөжәктәр ҡунмаһын өсөн, марля менән ябығыҙ йәки рафинадланмаған көнбағыш майы һөртөгөҙ, 3 процент һеркә ҡатнашмаһы ла ярай. Асыҡ ҡояшта киптермәгеҙ, ҡалала балкон уңай, ә ауылда – өй ҡыйығы. Аҙна-ун көндән балығығыҙ әҙер була. Оҙаҡ һаҡлау өсөн пергамент ҡағыҙға урайһың да һыуытҡысҡа һалаһың.


Вернуться назад