Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Сифатлы орлоҡһоҙ алға китеш юҡ
Был һүҙҙәрҙең дөрөҫлөгөн ерҙе яратҡан һәр кем яҡшы аңлай. Әлбиттә, һауа шарттарының нисек килеүе, ерҙе дөрөҫ һөрөү һәм эшкәртеү, сәсеү эштәрен сифатлы итеп алып барыу яңы уңыштың мул буласағына йоғонто яһамай ҡалмай.

Һәр төбәктең тәбиғәт шарттарын иҫәпкә алып, төрлө эҙлә­неү­ҙәр ярҙамында ғына барлыҡҡа килгән сифатлы орлоҡто сәсеү юғары уңышҡа алып киләсәге һәр кемгә билдәле. Гектар ҡеүәтен арттырыу, һәр гектарҙан мөмкин тиклем күберәк иген алыу, яңы сорттар сығарыу – дәүләт сорт һынау участкаһының төп маҡсаты.

Аҡъярҙың бер яҡ ситендә иҫке­рәк йортта урынлашҡан был ойош­ма хәҙер “Рәсәй ауыл хужа­лығы үҙәге”нең Башҡортостан Рес­публикаһы буйынса филиалы Хәйбулла район-ара бүлеге тип атала. Коллективта өс кеше эшләй.

Бүлек етәксеһе Вил Рәхмәтов әйтеүенсә, бында эш йыл әйлә­нәһенә дауам итә. Орлоҡто ергә сәсеүҙән алып ураҡҡа тиклем урындағы фермерҙар менән даими эш алып барыла.

– Районда бөтәһе 110 крәҫ­ти­ән (фермер) хужалығы бар. Шу­лар­ҙың һәр береһенең нимә сәсә­сәге тураһында хәбәрҙарбыҙ, нин­дәй уңыш йыйып алыуҙарын бе­ләбеҙ. Бында һәр фермер үҫте­рел­гән культураларын алып килә, беҙ уларға тикшереү үткәрәбеҙ. Орлоҡтоң сифаты, дымлылығы, ҡоротҡостар менән зарарланыуы, сүплелеге тикшерелеп, уға тулы анализ бирелә. Артабан Яңы йылдан һуң орлоҡҡа тип ҡалды­рылған ашлыҡ йәнә бер тикшереү үтә. Орлоҡ нисек һаҡланған, бәш­мәк-бөжәктәр төшмәгәнме. Артабан уны ағыуларға мөмкинме, юҡмы икәнлеген билдәләйбеҙ, – ти Вил Вәли улы.


Һуңғы йылдарҙағы ҡоролоҡ сәбәпле, күп фермерҙар өсөн ор­лоҡ ҡалдырыу мәсьәләһе киҫкен тора, шуға күрә улар ситтән орлоҡ һатып алырға мәжбүр. Бәғзеләре хаҡына ҡарап, төбәккә тап килмәгәндәрен ала, һөҙөмтәлә ул тәүге сирҡанысты ла үтә алмай, һәләк була. Шуға күрә сорт һынау участкаһында юғары си­фат­лы һәм репродукциялы орлоҡ­тарға өҫтөнлөк бирелә. Күр­ше Ырымбур өлкәһенең “Комсомол” ауыл хужалығы кооперативы менән тығыҙ бәйләнеш булды­рылған. Уларҙан килешеүҙәр нигеҙендә был төбәккә хас булған элиталы бойҙай “Һарытау-74” сорты менән арпаның “Анна” тип аталғаны һатып алына.

– Иген культуралары ҡала, әммә сорттар үҙгәреп тора, элеккеләренә биологик төрө, сифаты һәм башҡа үҙенсәлектәре буйынса яңырағы алмашҡа килә. Орлоҡсолоҡ эшендә был – иң мөһим йүнәлештәрҙең береһе. Яңырыу булмайынса, яҡшы һәм мул уңыш алыу мөмкин түгел. Нисек кенә булмаһын, иген баҙарында һәр саҡ сифатлы орлоҡҡа ихтыяж ҙур, – ти тәжрибәле белгестәрҙең береһе Зөлфирә Мөхтәр ҡыҙы.


Зөлфирә Далхина филиалда баш агроном булып эшләй. Баймаҡ ауыл хужалығы техникумын тамамлап, ошонда эшкә кил­гән ханым 34 йыл буйы райондың үҫемлекселек тармағын яҡшыр­тыуға үҙ өлөшөн индерә. Уның хеҙмәт кенәгәһендә – бер генә яҙыу. 2013 йылдан эш башлаған Гүзәлиә Нураеваға тәжрибәле агроном эштең айышын төшөндөрә. Әйҙәүсе агроном вазифаһын башҡарған Гүзәлиә Радик ҡыҙы ауыл хужалығы үҫемлектәренең төрлө ауырыуҙарын, культура­ларға зыян килтереүсе ҡоротҡос­тарҙы өйрәнә, уларға ҡаршы тороу сараларын таба.

Уртаҡ һүҙҙән, бер төптән эшләгән коллектив райондағы һәр хужалыҡты, һәр фермерҙың ниндәй культура сәсәсәген, уларға ниндәй кәңәштәр бирергә кәрәк­леген яҡшы белә. Бәләкәй йорт­тоң иҙәне тулы төрлө ҡапсыҡ­тарҙа орлоҡтар урын алыуға ҡарамаҫтан, уларҙың эше йыл дауамында бара. Ә алда игенсе һәм агроном өсөн яуаплы булған яҙғы сәсеү эштәре тора, шуға күрә филиал хеҙмәткәрҙәре өсөн яуаплылыҡ икеләтә арта: орлоҡ­тарҙың сифатын ҡарап өлгөрөргә лә, тәжрибәләр үткәрергә лә тура килә.


Автор: Кәримә УСМАНОВА әҙерләне
Фото: Автор фотолары


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк

Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк 30.03.2019 // Иҡтисад

Хәҙер магазин кәштәләре һөт ризыҡтарынан һығылып тора. Ниндәйе генә юҡ уларҙың: ситтән...

Тотош уҡырға 1 318

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә...

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә... 29.03.2019 // Иҡтисад

Шишмә районы хакимиәтендә “Инвестиция сәғәте” тәртибендә эшҡыуарҙар менән осрашыу булды. Унда ике...

Тотош уҡырға 1 379

Һабантуйға килегеҙ!

Һабантуйға килегеҙ! 29.03.2019 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров 14 – 15 июндә “Урал аръяғы-2019”...

Тотош уҡырға 1 264

Көмөш йөҙөк – ҡул күрке, оҫта – донъя тотҡаһы
"Файҙаһы ҙур буласаҡ"

"Файҙаһы ҙур буласаҡ" 28.03.2019 // Иҡтисад

Был сараның файҙаһы, һис шикһеҙ, ҙур буласаҡ. Шундай фекергә килде тәүге “Инвестиция сәғәте”ндә үк...

Тотош уҡырға 1 334

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна?

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна? 28.03.2019 // Иҡтисад

Баҡалы районында үткән “Инвестиция сәғәте”ндә ауыл хужалығына бәйле проекттар ҡаралды....

Тотош уҡырға 1 285

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе 28.03.2019 // Иҡтисад

Йылайырҙа ла “Инвестиция сәғәте” үтте. Унда район хакимиәте башлығы Илгиз Фәтҡуллин, Эшҡыуарлыҡ һәм...

Тотош уҡырға 1 357

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ 28.03.2019 // Иҡтисад

Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнгәндәр, үҙ кәсебенә яңы тотонғандар, ситтән килгән...

Тотош уҡырға 1 357

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Учалы районы хакимиәтендә муниципаль "Инвестиция сәғәте" үтте....

Тотош уҡырға 1 332

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте”

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте” 28.03.2019 // Иҡтисад

Билдәле булыуынса, республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ҡала һәм район...

Тотош уҡырға 1 321

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Кушнаренкола өсөнсө тапҡыр “Инвестиция сәғәте” ултырышы үтте....

Тотош уҡырға 1 258

Ауыл ҡатынының тормошон ауырлаштыралар

Ауыл ҡатынының тормошон ауырлаштыралар 27.03.2019 // Иҡтисад

Ауыл ерендә эшләгән ҡатын-ҡыҙҙы бигүк күңелле булмаған үҙгәрештәр көтә. Рәсәйҙең Хеҙмәт һәм социаль...

Тотош уҡырға 1 491