Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Һаҡ булығыҙ! Киҙеү осоро етте
Белгестәр күҙаллауынса, Башҡортостанда грипп (киҙеү) эпидемияһы ғинуар – март айҙарында тараласаҡ, уның иң юғары нөктәһе февраль-мартта көтөлә. 

Гриптың штамдарына килгәндә, быйыл А1 (сусҡа киҙеүе) вирусы үҙ­гәрмәгән. Төп ҡурҡыныс – ул тиҙ үҫешә, һаулыҡ һәм ғүмер өсөн хә­үефле булған ҡатмарлы пневмо­нияға алып килеүе бар. Унан тыш быйылғы миҙгелдә А2 (Сингапур) һәм В2 (Колорадо) яңы штамдары булыуы көтөлә. 

“Роспотребнадзор” хәбәр итеүен­сә, ғинуарҙа республикала киҙеүҙең тәүге осраҡтары теркәлгән. Шулай уҡ төбәктә вируслы инфекциялар менән сирләүселәр һаны ла арта. Өлкәндәр араһында эпидемик сик күтәрелһә лә, хәл контролдә тотола.

Ғинуар уртаһына 13 мең самаһы кеше киҫкен респиратор вирус инфекцияһы менән сирләгән, уларҙың 60 проценты – балалар. Был һан декабргә ҡарағанда түбә­нерәк, сөнки Яңы йыл алдынан төбәктә 18 меңләгән кешегә ошондай диагноз ҡуйылған.

Сирләүселәрҙең һаны сағыш­тыр­маса түбән булыуын белгестәр вирусҡа ҡаршы вакциналар менән бәйләй: 2018 йылдың аҙаҡҡы кварталында 1,8 миллион кешегә ви­рус­ҡа ҡаршы вакцина һалынған. 2017 йылда иһә республикала 1,6 мил­лион кеше прививка яһатҡан ине.

Әммә тынысланырға иртәрәк: үр­ҙә әйткәнсә, сирләүселәр һанының февралдә ҡырҡа артыуы ихтимал. Нисек кенә булмаһын, ауырыу билдәләрен тойоу менән табипҡа мөрәжәғәт итергә кәрәк. Киҙеү аяуһыҙ – уны ваҡытында һәм дөрөҫ дауаламау һаулыҡҡа ифрат ҙур зыян килтереүе, хатта үлемесле осраҡҡа еткереүе ихтимал.

Шулай ҙа сирҙе алдан иҫкәртеү зарур. Туҡланыу файҙалы булһын, йылыраҡ кейенеп йөрөгөҙ, йоҡо­ғоҙҙо туйҙырығыҙ. Сирлә­гәнһегеҙ икән, уны башҡаларға йоҡтормаҫҡа тырышығыҙ. Кеше араһына сығырға тура килһә, медицина битлеге ҡулланығыҙ. Уны ике сәғәт һайын алмаштырып торорға кәрәк.  


Автор: Гүзәлиә БАЛТАБАЕВА


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





11 июндә республикала ҡыҫҡа эш көнө көтөлә
Өфөнән Истанбулға рейстар һаны арттырыла

Өфөнән Истанбулға рейстар һаны арттырыла 10.06.2026 // Йәмғиәт

«Победа» авиакомпанияһы Өфөнән Истанбулға осош программаһы асылыуы хаҡында иғлан итте....

Тотош уҡырға 2

Радий Хәбиров «Патриот» паркында ирекмәндәр менән осрашты

Радий Хәбиров «Патриот» паркында ирекмәндәр менән осрашты 10.06.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы һәр яҡлап ярҙам күрһәткәндәре өсөн ирекмәндәргә рәхмәт белдерҙе....

Тотош уҡырға 2

Эливия, Рэм һәм Эрлан: Башҡортостанда үҙенсәлекле исемдәр рейтингы
Байрам көндәрендә республика поликлиникалары нисек эшләй

Байрам көндәрендә республика поликлиникалары нисек эшләй 10.06.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы 12 июндән 14-нә тиклем медицина учреждениеларының эш ......

Тотош уҡырға 3

Синоптиктар республикала һауа торошоноң боҙолоуы хаҡында иҫкәртте
Башҡортостанда «Ракета хәүефе» режимы ғәмәлдән сығарылды
Башҡортостан Башлығы төҙөкләндереү объекттары өсөн тауыш бирергә саҡырҙы
Башҡортостанда «Айыҡ ауыл» конкурсының шарттары үҙгәрҙе

Башҡортостанда «Айыҡ ауыл» конкурсының шарттары үҙгәрҙе 09.06.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда «Айыҡ ауыл» конкурсының шарттары үҙгәрҙе...

Тотош уҡырға 2

Өфө – Ырымбур трассаһында Бәрҫеүән йылғаһы аша күперҙең яртыһы бер айға ябыла

Өфө – Ырымбур трассаһында Бәрҫеүән йылғаһы аша күперҙең яртыһы бер айға ябыла 09.06.2026 // Йәмғиәт

Бәрҫеүән йылғаһы аша күперҙә трафик тәүлегенә 105 меңдән ашыу автомобиль тәшкил итә....

Тотош уҡырға 2

«Шулай шул»: башҡорт ҡыҙы менән ҡытай егетенең ғаилә ҡороу тарихы

«Шулай шул»: башҡорт ҡыҙы менән ҡытай егетенең ғаилә ҡороу тарихы 08.06.2026 // Йәмғиәт

Ҡайҙалыр Мәскәүҙә, машинала башҡортса йыр яңғырай. Рулдә ҡытай егете ултыра һәм үҙ алдына ......

Тотош уҡырға 3

Башҡортостанда көслө ямғыр һәм боҙ-борсаҡ яуыуы фаразлана

Башҡортостанда көслө ямғыр һәм боҙ-борсаҡ яуыуы фаразлана 08.06.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан ҡотҡарыусылары, Башгидромет мәғлүмәттәренә һылтанып, 9 июндә ямғырлы һауа торошо ......

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә