Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Ашағаның таш булмаһын, аш булһын!
Әлфиә Алтынбаева Магнитогорск ҡалаһында тыуған, әммә бала сағы, мәктәп йылдары Баймаҡ районында үтә. Таһир ауылы мәктәбен гел “бишле”гә тамамлап, Сибай медицина колледжына уҡырға инә. Артабан Башҡортостан дәүләт медицина университетында юғары белем ала. Өфөнөң 21-се дауаханаһында, “Башкирэнерго” йәмғиәтендә терапевт булып эшләп тәжрибә туплағандан һуң, бына биш йыл инде “Гармония” дауалау-һауыҡтырыу компанияһының директоры вазифаһын башҡара. Әлфиә Ишдәүләт ҡыҙы – терапия, гирудотерапия, һөнәри ауырыуҙар буйынса махсуслашыусы табибә, шул уҡ ваҡытта туҡланыуҙы дөрөҫ ойоштороу, кәүҙә матурлығын һаҡлау, артыҡ ауырлыҡҡа ҡаршы көрәшеү йәһәтенән дә ғәмәли эшләүсе белгес булараҡ танылған. Уның тап ошо йүнәлештәге кәңәштәре күптәр өсөн файҙалы, фәһемле булыр тип ышанабыҙ.

Сәләмәт йәшәү рәүешенең төп асылдары:

3 дөрөҫ ойошторолған көн режимы;
3 сама белеп дөрөҫ туҡланыу;
3 көндәлек йоҡо ете-һигеҙ сәғәттән дә кәм булмаһын;
3 физик һәм аҡыл эшмәкәрлегенең әүҙемлеге, яратҡан эш йәки шөғөлдөң булыуы;
3 ваҡытында ял итә белеү;
3 иҫерткес эсемлектәрҙән, тәмәкенән, наркотиктарҙан тулыһынса баш тартыу;
3 һөйөп һәм аңлашып йәшәү;
3 үҫешкә ынтылыу;
3 һине уратып алған кешеләр һәм тирә-яҡ мөхит менән гармонияла булыу.
Сәләмәт тормош алып барыуҙы, дөрөҫ туҡланыуҙы нисек ойошторорға

Сәләмәт йәшәү рәүешен бәләкәй генә аҙымдарҙан башлағыҙ, әкренләп уларҙы даими ғәҙәткә әйләндерегеҙ. Күпмелер ваҡыт үтеүгә һаулығығыҙ хаҡында хәстәрлек күреүегеҙҙең тәүге емештәрен татып ҡыуанырһығыҙ.

Сәләмәтлекте һәм матурлыҡты һаҡлау өсөн көнөнә биш-алты тапҡыр туҡланыу кәңәш ителә. Иртәнге аш менюһында мотлаҡ бутҡа, йомортҡа, аҡ май йәки сыр булһын. Ни тиклем яратһағыҙ ҙа, макарон һәм картуфты аҙнаһына бер тапҡыр ғына ашарға тырышығыҙ. Көнбағыш майынан тыш, рационығыҙға етен, зәйтүн майҙарын да индерегеҙ, уларҙы салатҡа ла, бутҡаға ла ҡушырға мөмкин. Тәмле-татлыһыҙ (шоколад, зефир, мармелад) тора алмаһағыҙ, уларҙы төшкә тиклем ашау яҡшы. Тоҙ менән мауыҡмағыҙ, уның беҙҙең организмға кәрәкле миҡдары өс телем икмәктә тупланған. Ашҡа тоҙҙо бешеп сыҡҡас һалырға ғәҙәтләнегеҙ.

Киске алтынан һуң ашарға ярамай тигән диетаға ҡаршымын, сөнки ашағандан һуң өс сәғәт ваҡыт үтеүгә асығыу тойғоһо башлана. Йоҡо алдынан бер нисә сәғәт дауамында асығып, беҙ организмды көсөргәнеш алдына ҡуябыҙ, был нервы системаһына кире йоғонто яһай, неврозға килтерә. Шуға күрә киске аш йоҡларҙан өс сәғәт алда булһа – иң яҡшыһы. Әгәр киске аштан һуң асығыу тойғоһо барлыҡҡа килһә, бер процентлы кефир эсегеҙ.

Организм көн һайын етерлек кимәлдә һыу алырға тейеш. Быны ябай ғына юл менән иҫәпләргә мөмкин: кәүҙә ауырлығының бер килограмына 30 миллилитр һыу тейеш. Тимәк, 60 килограмм ауырлыҡтағы кешенең көнөнә 1,8 литр һыу эсеүе шарт. Уның теүәл бер литрын таҙа һыу тәшкил итһен, ҡалғаны туҡланыу барышында йыйыла. Иртәнсәк бер стакан һыу эсеүҙе ғәҙәт итеп алығыҙ. Әгәр эс ҡатыу менән ыҙалаһағыҙ, ашарҙан 15 минут алда бүлмә температураһындағы ярты стакан һыуҙы ҡапыл эсеү ярҙам итер.


Автор: Гөлдәр ЯҠШЫҒОЛОВА әҙерләне.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Республикабыҙ ауылында Хәбировҡа мөрәжәғәт иткәндән һуң юл төҙөкләндерелгән

Республикабыҙ ауылында Хәбировҡа мөрәжәғәт иткәндән һуң юл төҙөкләндерелгән 17.06.2026 // Йәмғиәт

Өфө районы Бурцев ауылының Фестиваль урамында юл тәртипкә килтерелгән, тип хәбәр итә ......

Тотош уҡырға 0

Яҡташыбыҙҙың балаһына 1 миллионға яҡын бурысы йыйылған
V Медиафорумда республика  киң мәғлүмәт сараларының иң яҡшы вәкилдәре бүләкләнде

V Медиафорумда республика киң мәғлүмәт сараларының иң яҡшы вәкилдәре бүләкләнде 17.06.2026 // Йәмғиәт

Бүләкләү тантанаһы Өфөнөң «Торатау» конгресс-холында бишенсе Медиайыйын барышынды уҙҙы....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостанда Иҙрисовтар бишенсе тапҡыр атай-әсәй булған
Башҡортостанда йәшенле ямғырҙар көтөлә

Башҡортостанда йәшенле ямғырҙар көтөлә 17.06.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда йәшенле ямғырҙар көтөлә...

Тотош уҡырға 0

Салауат районында милли батырыбыҙҙы хөрмәтләп иҫкә алдылар

Салауат районында милли батырыбыҙҙы хөрмәтләп иҫкә алдылар 16.06.2026 // Йәмғиәт

Салауат районында милли батырыбыҙҙы хөрмәтләп иҫкә алдылар...

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда йәштәр символына исем һайлайҙар
Башҡортостан Башлығы журналистарға эштәре өсөн рәхмәт белдерҙе

Башҡортостан Башлығы журналистарға эштәре өсөн рәхмәт белдерҙе 16.06.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы журналистарға эштәре өсөн рәхмәт белдерҙе...

Тотош уҡырға 1

Олег Ли Башҡортостан киң мәғлүмәт сараларының яһалма зиһен менән төп эш принциптарын билдәләне

Олег Ли Башҡортостан киң мәғлүмәт сараларының яһалма зиһен менән төп эш принциптарын билдәләне 16.06.2026 // Йәмғиәт

Журналистар кешеләргә мәғлүмәт киңлегендә йүнәлеш алырға, факттарҙы белергә һәм дөрөҫлөктө ялғандан ......

Тотош уҡырға 1

«Башинформ» агентлығының әҙәби мөхәррире Алик Шакиров - «Ғорурланыу өсөн сәбәп бар» проекты геройы

«Башинформ» агентлығының әҙәби мөхәррире Алик Шакиров - «Ғорурланыу өсөн сәбәп бар» проекты геройы 16.06.2026 // Йәмғиәт

«Башинформ» агентлығының әҙәби мөхәррире Алик Шакиров - «Ғорурланыу өсөн сәбәп бар» проекты геройы...

Тотош уҡырға 0

Республикала ишле ғаилә дүртенсе балаһының тәүге документын алды

Республикала ишле ғаилә дүртенсе балаһының тәүге документын алды 15.06.2026 // Йәмғиәт

Республикала ишле ғаилә дүртенсе балаһының тәүге документын алды...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостан туризм буйынса федераль рейтингта 13-сө урынға күтәрелде

Комментарий өҫтәргә