Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Үпкә сире аямай
Үпкә сире аямайМарт аҙағында Бөтә донъя туберкулезға ҡаршы көрәш көнө билдәләнә. Һүҙ – үткән быуаттарҙа меңәрләгән кешенең ғүмерен алған аяуһыҙ үпкә сире, халыҡ телендәгесә, сихут тураһында бара. Элекке замандағыса киң таралмаһа ла, әлегә уны еңеп сығыу хаҡында һүҙ алып барыу урынһыҙ. Йәмғиәттә туберкулез булған һәм әле лә бар; табиптар ауырыуҙы уңышлы дауалаһа ла, йоғошло, ҡурҡыныс сир – беҙҙең арала, бәлки, һеҙ уйлағандан да яҡыныраҡтыр... Ҡыҫҡаһы, форсаттан файҙаланып, табип-фтизиатр, Республика клиник туберкулезға ҡаршы диспансер хеҙмәткәре Светлана Шәфҡәт ҡыҙы ЗАҺИҘУЛЛИНА менән әңгәмә ҡорҙоҡ.

– Әйтегеҙ әле – туберкулезды ҡайҙа һәм нисек йоҡ­торорға мөмкин?
– Был сир, ғәҙәттә, һауа һәм туҙан аша йоға. Тәүгеһе хаҡында билдәле: сирле йүтәлләгән, сөс­көр­гән саҡта инфекция һауаға тарала. Икенсеһенә килгәндә, мә­ҫәлән, сирле кеше иҙәнгә төкөрҙө, ти. Бактерия туҙан менән һауаға күтәрелә. Ошо хәлдә ул йылдан ашыу әүҙем булып ҡалыуы һәм кешеләргә йоғоуы ихтимал.
Нигеҙҙә, туберкулез тыуҙы­рыусы микроорганизмдар икәү: кешеләр араһында киң таралған Кох таяҡсаһы (Mycobaсterium tuberculosis), икенсеһе – һыйыр малының микробактерияһы (Mycobacterium bovis). Һуңғыһы менән сирле һыйырҙың йәки кәзәнең (бик һирәк) һөтөн ҡул­ланғанда сирләп китергә мөмкин. Йорт хайуандары, ғәҙәттә, елен, эсәктәрҙәге лимфа төйөндәре туберкулезы менән сирләй, шуға күрә мал-тыуар даими ветеринар тикшереүе үтеп торорға тейеш.
– Ә ҡайҙа был насар сирҙе йоҡтороу ихтималлығы ҙу­рыраҡ?
– Мәҫәлән, туберкулез диспансерын алайыҡ. Үҙем ошо мөхиттә эшләгәнгә, яҡшы беләм: бында тирә-йүндәгеләр өсөн ҙур хәүеф тыуҙырған пациенттар дауалана, тикшерелергә килә, шуға күрә медицина персоналы һаҡла­ныу сараларына бик яуаплы ҡарай: махсус халатта йөрөйбөҙ, уны өйгә алып ҡайтырға ярамай. Баштағы ҡалпаҡты — көнөнә бер тапҡыр, ә масканы ике сәғәт һа­йын алмаштырып торабыҙ. Ке­йемдәр махсус зарарһыҙ­лан­дырыу үтә. Шулай ҙа һәммәбеҙ аңлай: йоғоу ихтималлығы һәр саҡ бар.
Кешеләрҙең дауаханаға бар­ғанда балаларын да үҙҙәре менән бергә йөрөтөүенә ҡәтғи ҡаршы­мын. Мәҫәлән, берәйһе унда “пневмония” диагнозы менән тикшерелергә килде, ә ысынында ул туберкулез булып сыға, ти. Был кеше тирә-йүнгә инфекция тарата. Барыһы ла иммунитеттан тора – кемгәлер, ысынлап та, йо­ғоуы ихтимал. Ғөмүмән, сирлеләр ҡайҙа булһа, шунда ауырыу тарата.
Эшләгән кешеләр йыл һайын медицина тикшереүе үтеп торһа, пенсионерҙар – хәүеф катего­рияһында. Улар, ғәҙәттә, ялға киткәс, һаулығына битарафыраҡ була, ҡайһылыр ере ауырта башлағас ҡына, поликлиникаға йүнәлә. Үҙ теләге менән флюорография үтеү тураһында әйтеп тораһы ла түгел.
Туберкулез асоциаль тормош алып барыусылар араһында киң таралған, сөнки улар иң ябай гигиена ҡағиҙәләренә лә битараф, ғәҙәттә, антисанитар шарттарҙа көн итә. ВИЧ инфекцияһын йөрө­төүселәр ҙә туберкулезға тиҙ дусар була, сөнки организм аяуһыҙ сиргә ҡаршы тора алмай.
Тимер рәшәткә артында ултырғандарҙың да хәүеф категорияһында икәнлеге мәғлүм. Хөкөм ителгәндәр ҡыҫынҡы шарттарҙа бер үк һауаны һулай, шуға ла ауырыу тиҙ тарала.
– Әгәр ҙә бәғзе берәүгә туберкулез сирле кеше менән бер фатирҙа йәшәргә тура килһә?
– Бында йоғоу ҡурҡынысы бер нисә тапҡырға арта. Мәҫәлән, бер пациентыбыҙ – туберкулез менән сирләгән балаһын тәрбиә­ләүсе ҡатын. Әсә булараҡ, ул балаһының һаулығын хәстәрләү, уны аяҡҡа баҫтырыу өсөн күп көс түккән, әммә үҙен һаҡлай алмаған – уға ла туберкулез йоҡҡан. Әлеге ваҡытта ҡатын стационарҙа дауалана. Бындағы курс бөткәс, сирлеләр тағы ла ике йыл самаһы табиптар күҙәтеүендә була.
Туберкулез клиник картинаһы менән генә түгел, ә үҙенең тирә-яҡ мөхиткә үтә сыҙамлы булыуы буйынса ла билдәле. Фтизиатрияла “йөрөтөүсе” тигән термин юҡ (мәҫәлән, ВИЧ, гепатит, диф­терия вирустарын йөрөтөүсе­ләр була), ә “инфекциялы” тигән генә бар. 30 йәшкә еткәс, илдең барлыҡ халҡы тиерлек ошо категорияға инә. Әгәр ҙә бәғзе вирустарҙы йөрөтөүселәр башҡалар өсөн ҡурҡыныс тыу­ҙырһа, Кох таяҡсаһын йоҡторған кешенең башҡаларға хәүефе юҡ. Туберкулез сирлеләрҙән генә йоға. Инфекцияланғандар иһә – сәләмәт кешеләр, тик уларға туберкулез йоғоу ихтималлығы ҙур, шуға күрә туберкулез менән сирләгән кеше янында булып, аралашҡандан һуң махсус дарыу эсергә кәрәк. Әйткәндәй, организмда инфекция бармы-юҡмы икәнлеген Манту пробаһы ярҙамында белергә була. Шәхси фекеремә килгәндә, диагноз ҡуйыу өсөн иң мәғлүмәтле юл – флюорография.
– Ошо урында Манту про­баһы тураһында тәфсир­ләберәк аңлатһағыҙ ине.
– Был – махсус тире-аллергия пробаһы, 1908 йылда француз Шарль Манту тарафынан уйлап табылған. Ул организмында туберкулез таяҡсаһы, йәғни инфек­цияланған кешеләрҙе асыҡларға ярҙам итә. Проба тире аҫтына тулы булмаған антиген – туберкулинды индереүҙән ғибәрәт. Ғәҙәттә, ул мәктәп йәшендәге балаларға яһала. Әгәр ҙә организмда туберкулез микробактериялары бар икән, мәҫәлән, БЦЖ прививкаһынан һуң, антигендар тураһында “хәтерләүсе” лимфоциттар туберкулинды шунда уҡ “танып” ала. Улар тиҙ генә Манту яһалған урынға йыйыла, ул ҡыҙара, үҫә, ә табиптар, уның ҙурлығын үлсәп, һығымта яһай. Әгәр ҙә быға тиклем лимфоциттар әүҙем, хәүефле Кох таяҡсаһы менән осрашҡан булһа (йәғни, һау-сәләмәт кеше сирле менән аралашҡан икән), улар Манту урынына тағы ла күберәк йыйыласаҡ. Ә был сигнал! Бындай баланы тиҙ генә тикшерергә, сирләп китеү ихтималлығын бөтөрөргә кәрәк. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, йылдан-йыл аллергиянан яфаланған балалар күбәйгәндән-күбәйә бара һәм Манту һөҙөм­тәһенә генә ҡарап һығымта яһау ҡыйын. Тимәк, өҫтәмә тик­ше­реүҙәр талап ителә.
– Ә БЦЖ нимә ул?
– Был – тере, әммә көсһөҙ­лән­дерелгән туберкулез ҡуҙғы­тыусыһы. Уны балаларҙың лимфатик системаһын күнектереү өсөн яһайҙар. Был ысын инфекция менән осрашҡанда ауыр формала (эске ағзалар, мейе ҡабыҡ­саһы зарарлана) сирләмәҫкә, ә ике лимфа төйөнөнә генә ҡағыл­ған еңел формаһында үткәрергә булышлыҡ итә. Шуны иҫегеҙҙә тотоғоҙ: прививка яһалған һәм яһалмаған балаларҙың туберкулезлы кеше менән осраш­ҡандағы перспективалары ҡапма-ҡаршы­лыҡлы.
Тәүге вакцинация бала табыу йортонда уҡ яһала (медицина күрһәткестәре буйынса кисектереп торһалар – бер йәшкә тиклем), 7 йәштә – ревакцинация.
– Манту реакцияһын ал­маш­ты­рырлыҡ мөмкинлектәр бармы?
– Әлегә юҡ. Т-SPOT.TB тест ти­гән ғәмәл кешенең шәхси те­ләге буйынса эшләнә, балалар өсөн ата-әсәһе хәл итә. Был тикшереү төрө балалар өсөн психологик йәһәттән ауырыраҡ, сөнки венанан ҡан алыуҙы талап итә (ә Манту тире аҫтына ғына яһала), унан тыш тест – түләүле ғәмәл.
Балалар коллективтарына (баҡсаға, мәктәпкә) барасаҡ бә­ләкәстәр өсөн иҫкәртеү саралары ваҡытында Манту йәки диаскинтест (уның составында туберкулез микробактериялары юҡ; был организмды аллергендарға тикшереү төрө) эшләтеү ҙә етә.
– Гәзит уҡыусыларҙы флюо­рогра­фияның әһәмиәте лә ҡыҙыҡһын­дыра...
– Туберкулез донъяла йылына 1 миллиондан ашыу кешенең ғүмерен өҙгән аяуһыҙ сир икәнлеген иҫтән сығарырға ярамай. Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы мәғлүмәттәре буйынса, Рәсәй туберкулез киң тарал­ған дәүләттәрҙең береһе булып ҡала, шуға күрә табиптарҙың яуаплылығынан тыш, граждан­дарҙан да иғтибарлыраҡ, һағыраҡ булыу талап ителә.
Тағы бер тапҡыр ҡабатлайым: сир тын алыу ағзалары аша ке­ше­гә магазинда йәки йәмәғәт транс­портында ла эләгергә мөм­кин. Уның бактериялары һыуыҡҡа ла, эҫегә лә, дым менән яҡтыға ла бирешеп бармай. Урам саңын­да өс ай һаҡлана, өй эсендә – бер йылға тиклем. Хәлһеҙлек, тир­ләү, тән температураһының күт­әрелеүе кеүек билдәләр борсой икән, шиктәрҙе таратырға, кисекмәҫтән флюорография үтер­гә саҡырам. Иҫкәртеү вакциналары һәм флюорография был сирҙе ваҡытында асыҡларға ярҙам итә.
Кешеләр, ғәҙәттә, “бәлә мине урап үтә” тигән ялған инаныу менән йәшәй. Бер миҫал. Эшкә урынлашырға булғас, пландағы медицина тикшерелеүе буйынса диспансерға 25 йәшлек ҡатын килгәйне. Быға тиклем өс йыл флюорография үтмәгән, әле лә “кәрәге юҡ, ваҡыт әрәм итеү” тигәнерәк кәйеф менән йөрөп ятыуы ине. Әммә флюорография һөҙөмтәһе барыһы өсөн дә көтөлмәгән хәл булды: гүзәл зат туберкулез менән сирләй, ауырыу әлегә симптомһыҙ үтә икән. Диаг­ноз асыҡланғас, пациенттың әсәһе лә килеп етте. Әйтеүенсә, ҡыҙы бынан бер нисә йыл элек вегетарианлыҡ менән мауыға башлаған, төрлө диеталарға күс­кән. Хатта һалҡын тейеүҙе, вируслы инфекцияларҙы ла дауа­лауҙан баш тартҡан. Ҡыҫҡаһы, организм хәлһеҙләнгән, уның сирҙәргә ҡаршы тороу һәләте ҡыр­ҡа түбәнәйгән. Ошо хәлдә, күрәһең, ҡайҙалыр ҡыҙҙың юлында туберкулез менән сирләүсе кеше осраған... Бына шулай, йәш белгес, эшкә урынлашыу урынына, хәҙер көслө препараттар ярҙамында стационарҙа дауалана.
Туберкулезды дауалау – оҙайлы һәм ҡатмарлы ғәмәл. Үҙ эсенә ул антибактериаль (бер юлы әллә нисә төрлө антибиотик ҡулланылыуы ихтимал), хирургия һәм шифахана-курорт дауалау төрҙәрен ала. Ауырыуҙан ҡотолоу юлы бар, әммә бының өсөн бик күп көс, ваҡыт, һаулыҡ һәм матди сығымдар талап ителә. Ошо хәлгә етмәҫ өсөн бик ябай ҡағи­ҙәне үтәү – йылына бер тапҡыр мотлаҡ флюорография үтеү фарыз. Шулай уҡ сәләмәт тормош рәүеше алып барыу, дөрөҫ туҡланыу, балаларға ваҡытында вакцинация эшләү, һаулығыңа иғтибарлы булыу ҙа туберкулез йоғоу хәүефен ҡырҡа кәметә.

Гүзәлиә БАЛТАБАЕВА әңгәмәләште.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Билдәле диктор, Башҡортостандың халыҡ артисы Лира Фәйзуллина вафат

Билдәле диктор, Башҡортостандың халыҡ артисы Лира Фәйзуллина вафат 31.03.2026 // Йәмғиәт

Билдәле диктор, Башҡортостандың халыҡ артисы Лира Фәйзуллина вафат...

Тотош уҡырға 1

Ҡырмыҫҡалы районында юл һәм Өршәк йылғаһы аша күпер ябылды

Ҡырмыҫҡалы районында юл һәм Өршәк йылғаһы аша күпер ябылды 31.03.2026 // Йәмғиәт

Ҡырмыҫҡалы районында юл һәм Өршәк йылғаһы аша күпер ябылды...

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда яғыулыҡ йәнә ҡиммәтләнгән

Башҡортостанда яғыулыҡ йәнә ҡиммәтләнгән 31.03.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда яғыулыҡ йәнә ҡиммәтләнгән...

Тотош уҡырға 2

Республикала льготалылар электричкала ярты хаҡҡа йөрөй башлай
Башҡортостанда яҙға һәм йәйгә һауа торошо билдәле булды

Башҡортостанда яҙға һәм йәйгә һауа торошо билдәле булды 31.03.2026 // Йәмғиәт

Башгидромет 2026 йылғы вегетация осорона һауа температураһы һәм яуым-төшөм фаразы менән таныштырҙы. ......

Тотош уҡырға 2

Республикала аҙна аҙағында уҡ йылы биреүҙе туҡтатыуҙары ихтимал

Республикала аҙна аҙағында уҡ йылы биреүҙе туҡтатыуҙары ихтимал 30.03.2026 // Йәмғиәт

Республикала аҙна аҙағында уҡ йылы биреүҙе туҡтатыуҙары ихтимал...

Тотош уҡырға 1

Өфөнән Белоретҡа поезд менән дүрт сәғәттә барып етергә мөмкин

Өфөнән Белоретҡа поезд менән дүрт сәғәттә барып етергә мөмкин 30.03.2026 // Йәмғиәт

Өфөнән Белоретҡа поезд менән дүрт сәғәттә барып етергә мөмкин...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда Мәрхүмдәрҙе иҫкә алыу көнө билдәләнде

Башҡортостанда Мәрхүмдәрҙе иҫкә алыу көнө билдәләнде 30.03.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда Мәрхүмдәрҙе иҫкә алыу көнө билдәләнде...

Тотош уҡырға 1

1 апрелдән республикала социаль пенсиялар арта

1 апрелдән республикала социаль пенсиялар арта 30.03.2026 // Йәмғиәт

1 апрелдән республикала социаль пенсиялар арта...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостан уҡыусыларының каникулдары башланды

Башҡортостан уҡыусыларының каникулдары башланды 30.03.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан уҡыусылары өсөн 28 марттан 5 апрелгә тиклем яҙғы каникулдар башланды....

Тотош уҡырға 2

Тәбиғәт көсө: Нөгөш йылғаһында боҙ китә

Тәбиғәт көсө: Нөгөш йылғаһында боҙ китә 30.03.2026 // Йәмғиәт

Тәбиғәт көсө: Нөгөш йылғаһында боҙ китә...

Тотош уҡырға 1

Башҡортостандан тыл эшсәне 101-се тыуған көнөн билдәләне

Башҡортостандан тыл эшсәне 101-се тыуған көнөн билдәләне 30.03.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандан тыл эшсәне 101-се тыуған көнөн билдәләне...

Тотош уҡырға 2


Комментарий өҫтәргә