Март аҙағында Бөтә донъя туберкулезға ҡаршы көрәш көнө билдәләнә. Һүҙ – үткән быуаттарҙа меңәрләгән кешенең ғүмерен алған аяуһыҙ үпкә сире, халыҡ телендәгесә, сихут тураһында бара. Элекке замандағыса киң таралмаһа ла, әлегә уны еңеп сығыу хаҡында һүҙ алып барыу урынһыҙ. Йәмғиәттә туберкулез булған һәм әле лә бар; табиптар ауырыуҙы уңышлы дауалаһа ла, йоғошло, ҡурҡыныс сир – беҙҙең арала, бәлки, һеҙ уйлағандан да яҡыныраҡтыр... Ҡыҫҡаһы, форсаттан файҙаланып, табип-фтизиатр, Республика клиник туберкулезға ҡаршы диспансер хеҙмәткәре Светлана Шәфҡәт ҡыҙы ЗАҺИҘУЛЛИНА менән әңгәмә ҡорҙоҡ. – Әйтегеҙ әле – туберкулезды ҡайҙа һәм нисек йоҡторорға мөмкин?
– Был сир, ғәҙәттә, һауа һәм туҙан аша йоға. Тәүгеһе хаҡында билдәле: сирле йүтәлләгән, сөскөргән саҡта инфекция һауаға тарала. Икенсеһенә килгәндә, мәҫәлән, сирле кеше иҙәнгә төкөрҙө, ти. Бактерия туҙан менән һауаға күтәрелә. Ошо хәлдә ул йылдан ашыу әүҙем булып ҡалыуы һәм кешеләргә йоғоуы ихтимал.
Нигеҙҙә, туберкулез тыуҙырыусы микроорганизмдар икәү: кешеләр араһында киң таралған Кох таяҡсаһы (Mycobaсterium tuberculosis), икенсеһе – һыйыр малының микробактерияһы (Mycobacterium bovis). Һуңғыһы менән сирле һыйырҙың йәки кәзәнең (бик һирәк) һөтөн ҡулланғанда сирләп китергә мөмкин. Йорт хайуандары, ғәҙәттә, елен, эсәктәрҙәге лимфа төйөндәре туберкулезы менән сирләй, шуға күрә мал-тыуар даими ветеринар тикшереүе үтеп торорға тейеш.
– Ә ҡайҙа был насар сирҙе йоҡтороу ихтималлығы ҙурыраҡ?
– Мәҫәлән, туберкулез диспансерын алайыҡ. Үҙем ошо мөхиттә эшләгәнгә, яҡшы беләм: бында тирә-йүндәгеләр өсөн ҙур хәүеф тыуҙырған пациенттар дауалана, тикшерелергә килә, шуға күрә медицина персоналы һаҡланыу сараларына бик яуаплы ҡарай: махсус халатта йөрөйбөҙ, уны өйгә алып ҡайтырға ярамай. Баштағы ҡалпаҡты — көнөнә бер тапҡыр, ә масканы ике сәғәт һайын алмаштырып торабыҙ. Кейемдәр махсус зарарһыҙландырыу үтә. Шулай ҙа һәммәбеҙ аңлай: йоғоу ихтималлығы һәр саҡ бар.
Кешеләрҙең дауаханаға барғанда балаларын да үҙҙәре менән бергә йөрөтөүенә ҡәтғи ҡаршымын. Мәҫәлән, берәйһе унда “пневмония” диагнозы менән тикшерелергә килде, ә ысынында ул туберкулез булып сыға, ти. Был кеше тирә-йүнгә инфекция тарата. Барыһы ла иммунитеттан тора – кемгәлер, ысынлап та, йоғоуы ихтимал. Ғөмүмән, сирлеләр ҡайҙа булһа, шунда ауырыу тарата.
Эшләгән кешеләр йыл һайын медицина тикшереүе үтеп торһа, пенсионерҙар – хәүеф категорияһында. Улар, ғәҙәттә, ялға киткәс, һаулығына битарафыраҡ була, ҡайһылыр ере ауырта башлағас ҡына, поликлиникаға йүнәлә. Үҙ теләге менән флюорография үтеү тураһында әйтеп тораһы ла түгел.
Туберкулез асоциаль тормош алып барыусылар араһында киң таралған, сөнки улар иң ябай гигиена ҡағиҙәләренә лә битараф, ғәҙәттә, антисанитар шарттарҙа көн итә. ВИЧ инфекцияһын йөрөтөүселәр ҙә туберкулезға тиҙ дусар була, сөнки организм аяуһыҙ сиргә ҡаршы тора алмай.
Тимер рәшәткә артында ултырғандарҙың да хәүеф категорияһында икәнлеге мәғлүм. Хөкөм ителгәндәр ҡыҫынҡы шарттарҙа бер үк һауаны һулай, шуға ла ауырыу тиҙ тарала.
– Әгәр ҙә бәғзе берәүгә туберкулез сирле кеше менән бер фатирҙа йәшәргә тура килһә?
– Бында йоғоу ҡурҡынысы бер нисә тапҡырға арта. Мәҫәлән, бер пациентыбыҙ – туберкулез менән сирләгән балаһын тәрбиәләүсе ҡатын. Әсә булараҡ, ул балаһының һаулығын хәстәрләү, уны аяҡҡа баҫтырыу өсөн күп көс түккән, әммә үҙен һаҡлай алмаған – уға ла туберкулез йоҡҡан. Әлеге ваҡытта ҡатын стационарҙа дауалана. Бындағы курс бөткәс, сирлеләр тағы ла ике йыл самаһы табиптар күҙәтеүендә була.
Туберкулез клиник картинаһы менән генә түгел, ә үҙенең тирә-яҡ мөхиткә үтә сыҙамлы булыуы буйынса ла билдәле. Фтизиатрияла “йөрөтөүсе” тигән термин юҡ (мәҫәлән, ВИЧ, гепатит, дифтерия вирустарын йөрөтөүселәр була), ә “инфекциялы” тигән генә бар. 30 йәшкә еткәс, илдең барлыҡ халҡы тиерлек ошо категорияға инә. Әгәр ҙә бәғзе вирустарҙы йөрөтөүселәр башҡалар өсөн ҡурҡыныс тыуҙырһа, Кох таяҡсаһын йоҡторған кешенең башҡаларға хәүефе юҡ. Туберкулез сирлеләрҙән генә йоға. Инфекцияланғандар иһә – сәләмәт кешеләр, тик уларға туберкулез йоғоу ихтималлығы ҙур, шуға күрә туберкулез менән сирләгән кеше янында булып, аралашҡандан һуң махсус дарыу эсергә кәрәк. Әйткәндәй, организмда инфекция бармы-юҡмы икәнлеген Манту пробаһы ярҙамында белергә була. Шәхси фекеремә килгәндә, диагноз ҡуйыу өсөн иң мәғлүмәтле юл – флюорография.
– Ошо урында Манту пробаһы тураһында тәфсирләберәк аңлатһағыҙ ине.
– Был – махсус тире-аллергия пробаһы, 1908 йылда француз Шарль Манту тарафынан уйлап табылған. Ул организмында туберкулез таяҡсаһы, йәғни инфекцияланған кешеләрҙе асыҡларға ярҙам итә. Проба тире аҫтына тулы булмаған антиген – туберкулинды индереүҙән ғибәрәт. Ғәҙәттә, ул мәктәп йәшендәге балаларға яһала. Әгәр ҙә организмда туберкулез микробактериялары бар икән, мәҫәлән, БЦЖ прививкаһынан һуң, антигендар тураһында “хәтерләүсе” лимфоциттар туберкулинды шунда уҡ “танып” ала. Улар тиҙ генә Манту яһалған урынға йыйыла, ул ҡыҙара, үҫә, ә табиптар, уның ҙурлығын үлсәп, һығымта яһай. Әгәр ҙә быға тиклем лимфоциттар әүҙем, хәүефле Кох таяҡсаһы менән осрашҡан булһа (йәғни, һау-сәләмәт кеше сирле менән аралашҡан икән), улар Манту урынына тағы ла күберәк йыйыласаҡ. Ә был сигнал! Бындай баланы тиҙ генә тикшерергә, сирләп китеү ихтималлығын бөтөрөргә кәрәк. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, йылдан-йыл аллергиянан яфаланған балалар күбәйгәндән-күбәйә бара һәм Манту һөҙөмтәһенә генә ҡарап һығымта яһау ҡыйын. Тимәк, өҫтәмә тикшереүҙәр талап ителә.
– Ә БЦЖ нимә ул?
– Был – тере, әммә көсһөҙләндерелгән туберкулез ҡуҙғытыусыһы. Уны балаларҙың лимфатик системаһын күнектереү өсөн яһайҙар. Был ысын инфекция менән осрашҡанда ауыр формала (эске ағзалар, мейе ҡабыҡсаһы зарарлана) сирләмәҫкә, ә ике лимфа төйөнөнә генә ҡағылған еңел формаһында үткәрергә булышлыҡ итә. Шуны иҫегеҙҙә тотоғоҙ: прививка яһалған һәм яһалмаған балаларҙың туберкулезлы кеше менән осрашҡандағы перспективалары ҡапма-ҡаршылыҡлы.
Тәүге вакцинация бала табыу йортонда уҡ яһала (медицина күрһәткестәре буйынса кисектереп торһалар – бер йәшкә тиклем), 7 йәштә – ревакцинация.
– Манту реакцияһын алмаштырырлыҡ мөмкинлектәр бармы?
– Әлегә юҡ. Т-SPOT.TB тест тигән ғәмәл кешенең шәхси теләге буйынса эшләнә, балалар өсөн ата-әсәһе хәл итә. Был тикшереү төрө балалар өсөн психологик йәһәттән ауырыраҡ, сөнки венанан ҡан алыуҙы талап итә (ә Манту тире аҫтына ғына яһала), унан тыш тест – түләүле ғәмәл.
Балалар коллективтарына (баҡсаға, мәктәпкә) барасаҡ бәләкәстәр өсөн иҫкәртеү саралары ваҡытында Манту йәки диаскинтест (уның составында туберкулез микробактериялары юҡ; был организмды аллергендарға тикшереү төрө) эшләтеү ҙә етә.
– Гәзит уҡыусыларҙы флюорографияның әһәмиәте лә ҡыҙыҡһындыра...
– Туберкулез донъяла йылына 1 миллиондан ашыу кешенең ғүмерен өҙгән аяуһыҙ сир икәнлеген иҫтән сығарырға ярамай. Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы мәғлүмәттәре буйынса, Рәсәй туберкулез киң таралған дәүләттәрҙең береһе булып ҡала, шуға күрә табиптарҙың яуаплылығынан тыш, граждандарҙан да иғтибарлыраҡ, һағыраҡ булыу талап ителә.
Тағы бер тапҡыр ҡабатлайым: сир тын алыу ағзалары аша кешегә магазинда йәки йәмәғәт транспортында ла эләгергә мөмкин. Уның бактериялары һыуыҡҡа ла, эҫегә лә, дым менән яҡтыға ла бирешеп бармай. Урам саңында өс ай һаҡлана, өй эсендә – бер йылға тиклем. Хәлһеҙлек, тирләү, тән температураһының күтәрелеүе кеүек билдәләр борсой икән, шиктәрҙе таратырға, кисекмәҫтән флюорография үтергә саҡырам. Иҫкәртеү вакциналары һәм флюорография был сирҙе ваҡытында асыҡларға ярҙам итә.
Кешеләр, ғәҙәттә, “бәлә мине урап үтә” тигән ялған инаныу менән йәшәй. Бер миҫал. Эшкә урынлашырға булғас, пландағы медицина тикшерелеүе буйынса диспансерға 25 йәшлек ҡатын килгәйне. Быға тиклем өс йыл флюорография үтмәгән, әле лә “кәрәге юҡ, ваҡыт әрәм итеү” тигәнерәк кәйеф менән йөрөп ятыуы ине. Әммә флюорография һөҙөмтәһе барыһы өсөн дә көтөлмәгән хәл булды: гүзәл зат туберкулез менән сирләй, ауырыу әлегә симптомһыҙ үтә икән. Диагноз асыҡланғас, пациенттың әсәһе лә килеп етте. Әйтеүенсә, ҡыҙы бынан бер нисә йыл элек вегетарианлыҡ менән мауыға башлаған, төрлө диеталарға күскән. Хатта һалҡын тейеүҙе, вируслы инфекцияларҙы ла дауалауҙан баш тартҡан. Ҡыҫҡаһы, организм хәлһеҙләнгән, уның сирҙәргә ҡаршы тороу һәләте ҡырҡа түбәнәйгән. Ошо хәлдә, күрәһең, ҡайҙалыр ҡыҙҙың юлында туберкулез менән сирләүсе кеше осраған... Бына шулай, йәш белгес, эшкә урынлашыу урынына, хәҙер көслө препараттар ярҙамында стационарҙа дауалана.
Туберкулезды дауалау – оҙайлы һәм ҡатмарлы ғәмәл. Үҙ эсенә ул антибактериаль (бер юлы әллә нисә төрлө антибиотик ҡулланылыуы ихтимал), хирургия һәм шифахана-курорт дауалау төрҙәрен ала. Ауырыуҙан ҡотолоу юлы бар, әммә бының өсөн бик күп көс, ваҡыт, һаулыҡ һәм матди сығымдар талап ителә. Ошо хәлгә етмәҫ өсөн бик ябай ҡағиҙәне үтәү – йылына бер тапҡыр мотлаҡ флюорография үтеү фарыз. Шулай уҡ сәләмәт тормош рәүеше алып барыу, дөрөҫ туҡланыу, балаларға ваҡытында вакцинация эшләү, һаулығыңа иғтибарлы булыу ҙа туберкулез йоғоу хәүефен ҡырҡа кәметә.
Гүзәлиә БАЛТАБАЕВА әңгәмәләште.