Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Урын да, мөнәсәбәт тә яңыса
Урын да, мөнәсәбәт тә яңысаВосточный ауылындағы фельдшер-акушерлыҡ пункты мөдире Илзидә Хәсәнова һөйләшеүҙе һөйөнөсөн уртаҡлашыуҙан башланы. Ошо көндәрҙә генә өй туйлағандар, урта мәктәп бинаһынан пункт өсөн ҙур ғына майҙан бүленгән.
400 самаһы кешене хеҙмәтләндергән пункт быға тиклем ҡыҫынҡы, яраҡлаштырылған бинала урынлашҡан булған. Хәҙер үҙәктән йылытылған, процедуралар, табип ҡабул итеүе өсөн һәм башҡа ярҙамсы бүлмәләре булған иркен эш урыны өр-яңы ҡорамалдар менән дә йыһазландырылған.
— Медицина ярҙамы күрһәтеү өсөн мөмкинлектәрҙең артыуы, уңайлы шарттар тыуҙырылыуы мине генә түгел, ауылдаштарҙы ла ҡыуандыра, — тине 23 йыл халыҡ һаулығы һағында торған И. Хәсәнова.
Фельдшер-акушерлыҡ пункты мөдире алдына ҡуйылған бурыстар ҙур. Балаларға үҙ ваҡытында прививка яһау ҙа, ауыр хәлдәгеләргә “ашығыс ярҙам” саҡыртып оҙатыу ҙа Илзидә Санияф ҡыҙы өҫтөндә. Теге йәки был сир буйынса иҫәптә тороусыларҙы күҙәтеү ҙә уның бурысы.
Бынан тыш, ауыл эргәһенән генә үтеүсе федераль ҡарамаҡтағы автомобиль юлында фажиғәгә тарыусыларға, ауырып киткән сәфәрселәргә тәүге медицина ярҙамы ла ошонда күрһәтелә.
— Йәй етһә, мәшәҡәт айырыуса арта. Шулай ҙа бер кемгә лә ярҙам итеүҙән баш тартмайбыҙ. Ауыл халҡы араһында шәкәр сиренән, йөрәк-ҡан тамырҙары, ҡан баҫымы ауырыуҙарынан яфаланыусылар күп, улар ҙа күҙәтеүгә алынған. Мәктәп уҡыусыларының һаулығы менән дә даими ҡыҙыҡһынабыҙ, — ти фельдшер.
Илзидә Санияф ҡыҙын борсоған мәсьәләләр ҙә бар. Мәҫәлән, халыҡҡа табип билдәләгән дарыуҙарҙы район үҙәгенә барып алырға тура килә. Ә был — үҙе бер мәшәҡәт. Бынан тыш, күсмә флюорографияның да килеүен теләйҙәр, сөнки был сараның мөһимлеген барыһы ла аңлап етмәй һәм рентген үтергә бармай.
Фельдшерҙы балалар тыуымының артыуы, ауылдың йәшәреүе һөйөндөрә.
— Хәҙер ауыл халҡына медицина ярҙамы күрһәтеү яҡшырҙы. Алдан билдәләнгән көндәрҙә үҙәк район дауаханаһынан килгән участка табибы, педиатр һәм гинеколог ҡабул итә. Яңы урында белгестәр өсөн дә яҡшы эш шарттары тыуҙырылды, халыҡ уңайлыҡтан ҡәнәғәт, — тине Илзидә Санияф ҡыҙы.
Минзилә Ғабдрахманова
Бүздәк районы,
Восточный ауылы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Өфөнән Белоретҡа поезд менән дүрт сәғәттә барып етергә мөмкин

Өфөнән Белоретҡа поезд менән дүрт сәғәттә барып етергә мөмкин 30.03.2026 // Йәмғиәт

Өфөнән Белоретҡа поезд менән дүрт сәғәттә барып етергә мөмкин...

Тотош уҡырға 0

Башҡортостанда Мәрхүмдәрҙе иҫкә алыу көнө билдәләнде

Башҡортостанда Мәрхүмдәрҙе иҫкә алыу көнө билдәләнде 30.03.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда Мәрхүмдәрҙе иҫкә алыу көнө билдәләнде...

Тотош уҡырға 0

1 апрелдән республикала социаль пенсиялар арта

1 апрелдән республикала социаль пенсиялар арта 30.03.2026 // Йәмғиәт

1 апрелдән республикала социаль пенсиялар арта...

Тотош уҡырға 1

Башҡортостан уҡыусыларының каникулдары башланды

Башҡортостан уҡыусыларының каникулдары башланды 30.03.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан уҡыусылары өсөн 28 марттан 5 апрелгә тиклем яҙғы каникулдар башланды....

Тотош уҡырға 1

Тәбиғәт көсө: Нөгөш йылғаһында боҙ китә

Тәбиғәт көсө: Нөгөш йылғаһында боҙ китә 30.03.2026 // Йәмғиәт

Тәбиғәт көсө: Нөгөш йылғаһында боҙ китә...

Тотош уҡырға 1

Башҡортостандан тыл эшсәне 101-се тыуған көнөн билдәләне

Башҡортостандан тыл эшсәне 101-се тыуған көнөн билдәләне 30.03.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандан тыл эшсәне 101-се тыуған көнөн билдәләне...

Тотош уҡырға 1

Өфө аэропортында осоштар туҡтатылды

Өфө аэропортында осоштар туҡтатылды 30.03.2026 // Йәмғиәт

Был саралар БПЛА хәүефенә бәйле пассажирҙарҙың һәм экипаждарҙың хәүефһеҙлеген тәьмин итеү өсөн ......

Тотош уҡырға 1

Республикала ике кеше ҡотороу сиренән үлгән
Былтыр республикала 732 кеше сысҡан биҙгәге менән ауырыған

Былтыр республикала 732 кеше сысҡан биҙгәге менән ауырыған 27.03.2026 // Йәмғиәт

Былтыр Башҡортостанда 732 кеше сысҡан биҙгәген йоҡторған....

Тотош уҡырға 4

Яҡташыбыҙ гәзиткә яҙылған өсөн шифаханаға юллама отҡан

Яҡташыбыҙ гәзиткә яҙылған өсөн шифаханаға юллама отҡан 27.03.2026 // Йәмғиәт

Яҡташыбыҙ гәзиткә яҙылған өсөн шифаханаға юллама отҡан...

Тотош уҡырға 3

Республика халҡын май байрамдарында 6 көн генә ял көтә

Республика халҡын май байрамдарында 6 көн генә ял көтә 27.03.2026 // Йәмғиәт

Быйыл «май каникулдары» һуңғы һигеҙ йылда иң ҡыҫҡаһы булмаҡсы....

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда төньяҡ балҡышы күҙәтелгән

Башҡортостанда төньяҡ балҡышы күҙәтелгән 27.03.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда төньяҡ балҡышы күҙәтелгән...

Тотош уҡырға 2


Комментарий өҫтәргә