Восточный ауылындағы фельдшер-акушерлыҡ пункты мөдире Илзидә Хәсәнова һөйләшеүҙе һөйөнөсөн уртаҡлашыуҙан башланы. Ошо көндәрҙә генә өй туйлағандар, урта мәктәп бинаһынан пункт өсөн ҙур ғына майҙан бүленгән.
400 самаһы кешене хеҙмәтләндергән пункт быға тиклем ҡыҫынҡы, яраҡлаштырылған бинала урынлашҡан булған. Хәҙер үҙәктән йылытылған, процедуралар, табип ҡабул итеүе өсөн һәм башҡа ярҙамсы бүлмәләре булған иркен эш урыны өр-яңы ҡорамалдар менән дә йыһазландырылған.
— Медицина ярҙамы күрһәтеү өсөн мөмкинлектәрҙең артыуы, уңайлы шарттар тыуҙырылыуы мине генә түгел, ауылдаштарҙы ла ҡыуандыра, — тине 23 йыл халыҡ һаулығы һағында торған И. Хәсәнова.
Фельдшер-акушерлыҡ пункты мөдире алдына ҡуйылған бурыстар ҙур. Балаларға үҙ ваҡытында прививка яһау ҙа, ауыр хәлдәгеләргә “ашығыс ярҙам” саҡыртып оҙатыу ҙа Илзидә Санияф ҡыҙы өҫтөндә. Теге йәки был сир буйынса иҫәптә тороусыларҙы күҙәтеү ҙә уның бурысы.
Бынан тыш, ауыл эргәһенән генә үтеүсе федераль ҡарамаҡтағы автомобиль юлында фажиғәгә тарыусыларға, ауырып киткән сәфәрселәргә тәүге медицина ярҙамы ла ошонда күрһәтелә.
— Йәй етһә, мәшәҡәт айырыуса арта. Шулай ҙа бер кемгә лә ярҙам итеүҙән баш тартмайбыҙ. Ауыл халҡы араһында шәкәр сиренән, йөрәк-ҡан тамырҙары, ҡан баҫымы ауырыуҙарынан яфаланыусылар күп, улар ҙа күҙәтеүгә алынған. Мәктәп уҡыусыларының һаулығы менән дә даими ҡыҙыҡһынабыҙ, — ти фельдшер.
Илзидә Санияф ҡыҙын борсоған мәсьәләләр ҙә бар. Мәҫәлән, халыҡҡа табип билдәләгән дарыуҙарҙы район үҙәгенә барып алырға тура килә. Ә был — үҙе бер мәшәҡәт. Бынан тыш, күсмә флюорографияның да килеүен теләйҙәр, сөнки был сараның мөһимлеген барыһы ла аңлап етмәй һәм рентген үтергә бармай.
Фельдшерҙы балалар тыуымының артыуы, ауылдың йәшәреүе һөйөндөрә.
— Хәҙер ауыл халҡына медицина ярҙамы күрһәтеү яҡшырҙы. Алдан билдәләнгән көндәрҙә үҙәк район дауаханаһынан килгән участка табибы, педиатр һәм гинеколог ҡабул итә. Яңы урында белгестәр өсөн дә яҡшы эш шарттары тыуҙырылды, халыҡ уңайлыҡтан ҡәнәғәт, — тине Илзидә Санияф ҡыҙы.
Минзилә Ғабдрахманова
Бүздәк районы,
Восточный ауылы.