Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Баҡса » “Үҙ ысулым бар, шуға бәрәңгем уңа”
Көҙгө уңыш күптән инде һаҡлауға һалынды, һатырға тигәне һатылды. Хәҙер һөҙөмтәһен барлап ҡарап, уйланырға ваҡыт.

Байтаҡ кеше баҡсаға күпме биҙрә бәрәңге ултыртһа, шул тиклем генә уңыш йыйып алды. Етмәһә, уныһы ла ваҡ ҡына. Бына ошоноң ҡабығын әрсеп, бешереп ҡара инде. Иҫегеҙҙәлер, ҡоро килгән 2010 йылда баҙар-магазиндарға Мысыр бәрәңгеһен килтереп һаттылар. Былтыр иһә иртә яҙҙан Үзбәкстандыҡын тултырҙылар. Иҫең китер: көньяҡ кешеләре эҫе ҡомда бәрәңге үҫтереп, сит илгә алып барып һата!
Үҙебеҙҙекеләр уңдырышлы ҡара тупраҡта мул уңыш ала алмаймы ни? Был ҡоролоҡтоң эҙемтәһе 2016 йылға ҡәҙәре дауам итер, тигән шик бар халыҡта. Уйлап ҡараһаң, баҡса эше дөрөҫ башҡарылған һымаҡ: орлоҡ ваҡытында шыттырыуға һалына, баҡса һөрҙөрөлә, сүп үләндәренән утала, рәт аралары йомшартып күмелә. Колорадо ҡуңыҙына ҡаршы ағыулы препараттар һибелә. Тик... бәрәңге үҫмәй. Бөтә эш бушҡа булып сыға. Ә баҙар иҡтисады шуны тылҡый: бер нисә сутый ерҙән дә мул уңыш алырға кәрәк, түккән көстө, һалынған хеҙмәтте ҡайтарыу өсөн “икенсе икмәк” үҫтереүҙең башҡа технологияларына иғтибар итеү мөһим.
Тәбиғи хәлдә картуф бер сутый ерҙән 200–250 килограмм уңыш бирә ала, тип иҫәпләнә. Барыһы ла кешенең үҙенән тора. Уңыш иһә — башҡарған эшеңә баһа.
Мин дә күптәнән бәрәңге үҫтереү менән шөғөлләнәм. Хаталандым да, үкендем дә, хатта күҙ йәшем дә булды. Аҡрынлап тәжрибә тупланым. Оҫталыҡҡа үҙем өйрәнгән ысулдар арҡаһында өлгәшелде. Сағыштырып ҡарау өсөн баҡсалағы (0,14 га) һуңғы дүрт йылдың уңыш һөҙөмтәһен килтерәм: 2009 йылда — 600 биҙрәнән ашыу; 2010 йылда — 300-ҙән, 2011 — 700-ҙән ашыу, 2012 йылда — 230 биҙрә. Иҫәпкә эреләрен генә индерҙем.
Беренсе ысул (үҙем һынап ҡараған): орлоҡто ғәҙәти булмаған ысул менән шыттырыу. Уның буйынса эшләһәң, бәрәңгене тәбиғәттең теләһә ниндәй шарттарында (ҡырау, ямғырлы йә ҡоро килгән йәй) һыу һипмәйенсә лә үҫтереп була.
Икенсе ысул: бәрәңгене күп “ҡатлы” өйөмдә үҫтереү. Был ысул ер биләмәһе бәләкәй булғанда ҡулай. Ямғырлы йәйҙә, ҡырау төшкәндә, рәшә яуғанда өҫтөнә полиэтилен ябып торорға була.
Өсөнсө ысул: баҡсасы календарынан ҡарап, айҙың ритмын (тулы, яңы...), билдәле йондоҙлоҡтарҙа (үлсәү, саян) торошон күҙәтеп, дөрөҫ итеп ултыртһаң, бик һәйбәт уңыш алып була. Уны һаҡлауға ла был ыңғай йоғонто яһай. Календарҙы еләк-емеш, сәскә үҫтергәндә лә ҡулланырға мөмкин.
Дүртенсе ысул: һөрмәйенсә, түтәл һымаҡ ысул менән ерҙе әҙерләү. Уның буйынса эшләгәндә һеҙҙе трактор эҙләп баҡса һөрҙөрөү мәсьәләһе борсомаҫ (түтәлдәрҙе көҙҙән йә иртә яҙҙан әҙерләп була). Бәрәңгене иртәрәк ултыртырға мөмкинлек тыуа — түтәлдә ер тиҙерәк йылына. Баҡсаға техника керетмәгәс, ер тығыҙланмай, тапалмай. Ҡырау төшкән мәлдә бәрәңгене тиҙ генә әҙер йомшаҡ ер менән күмдерергә мөмкин, сүп үләндәре еңелерәк бөтөрөлә.
Әлбиттә, һеҙ: “Оһо-һо, бер төптән ун биҙрәләп алып буламы ни?” — тиерһегеҙ. “Был нәмәләрҙе Интернеттан да “һауып” була!” — тигәндәр ҙә табылыр. Эйе, 99 процент гарантия биреп, ышандырып әйтә алам: был әкиәт тә, алдаҡ та түгел, кәңәштәр Интернеттан да алынмаған. Үҙ башымдан үткән, үҙ ҡулдарым менән эшләп, үҫтереп ҡаралған, тикшерелгән ысулдар улар. Мин дә был нәмәләргә ышанмай торғайным. Әлбиттә, яҙғандарыма шикләнеп ҡарауығыҙҙы аңлайым. Тарихта ла шундай хәлдәр булған: яңылыҡтарға, үҙгәрештәргә һәр саҡ шомланып ҡарағандар. Мәҫәлән, ХIХ быуатта картуфты Рәсәйгә килтереп үҫтерергә ҡарар иткәндә крәҫтиәндәр араһында “бәрәңге болаһы” ҡуба. 1814 йылда Рәсәй батшаһы хөкүмәтенең “Бәрәңгене таратып үҫтереү сараһы” тигән бойороғо сыға. Бөтәһе 30 мең данала баҫылған “кәңәш” бушлай таратыла. Шулай булһа ла, халыҡ ят аҙыҡты ултыртырға, ашарға ҡурҡа.
Ул ваҡытта бәрәңге тураһында хәҙерге замандағы “мутанттар” (ГМО) тураһындағы хәбәрҙәр һымаҡ ҡурҡыныс имеш-мимеш таратҡандар. Минең баҡсала әле һигеҙ төрлө сорт үҫә. Шул “мутант” бәрәңгеләрҙе ашап, бер ҙә тирем йәшел төҫкә инмәй, маңлайыма мөгөҙ сыҡмай, тәнемде йөн ҡапламай. Ана шул төрлө сорттар уңышты күтәрергә ярҙам итә лә инде.
Кешенең интеккәнен күреп: “Минең баҡсама һаҙлыҡ яҡын, шулай ҙа бәрәңге үҫә бит”, — тип, тыныс ҡына йәшәп ятып булмай бит инде. Ошоларҙы уйлап, үҙемдең ысулдарҙы ныҡлап өйрәнеп, шуның буйынса эшләп, һәр береһен ҡулланма рәүешендә яҙып сыҡтым. Былар һеҙҙең дә проблемағыҙҙы хәл итер тип уйлайым. Әгәр бәрәңгене ошолай үҫтерергә теләгегеҙ булһа, уларҙы почта аша бандероль менән ебәрә алам.
Әле баҡсаға һибеп сығыр өсөн янған эзбиз ташы менән “мамығы” (пушонка) әҙерләп ҡуйғанмын. Эзбиздән бәрәңгене тишеүсе ҡорт (проволочник) ҡурҡа, сүп үләндәре (эт эсәге, билсән, алабута, аҡтамыр) үҫмәй. Полиэтилен тоҡсай менән баҙға, мөгәрәпкә төшөрөп ҡуйһаң, дым, бәшмәк ауырыуы булмай тиерлек.
Холҡом менән оптимисмын. Теләһә ниндәй имеш-мимешкә, ахырызаманға ышанып, ҡурҡып йәшәмәйем. Киләсәккә өмөтлө ҡарайым, алдағы көндәрҙең яҡшырырына иҫәп тотам.


Автор: Валерик ШӘРӘФЕТДИНОВ. Салауат районы, Малаяҙ ауылы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Быны көҙ көнө мотлаҡ эшләгеҙ!

Быны көҙ көнө мотлаҡ эшләгеҙ! 29.10.2026 // Баҡса

Әҙерләү өсөн күп нәмә лә кәрәкмәй....

Тотош уҡырға 3

Көҙ етеү менән өйгә сысҡандар тулһа...

Көҙ етеү менән өйгә сысҡандар тулһа... 27.10.2026 // Баҡса

Уларҙы ағыуламай, тоҙаҡҡа эләктермәй, үлтермәй генә ҡыуып та була....

Тотош уҡырға 3

Тағы ла бер сөгөлдөрҙө тиҙ бешереү ысулы
Сөгөлдөрҙө нисек итеп 15 минутта бешереп алырға?

Сөгөлдөрҙө нисек итеп 15 минутта бешереп алырға? 20.10.2026 // Баҡса

Тәмлерәк, һутлыраҡ була һәм өйгә еҫе лә тулмай....

Тотош уҡырға 4

Ҡарабойҙай йәки арыш оно тиҙ әсетә

Ҡарабойҙай йәки арыш оно тиҙ әсетә 18.10.2026 // Баҡса

Өләсәйҙәр шулай эшләй торғайны. Өс көндә әҙер була — ҡыш буйы ҡытырлап торған ризыҡ ашарһығыҙ!...

Тотош уҡырға 7

“Йөҙөмдө үҙебеҙҙә үҫтерергә өйрәнәйек!”

“Йөҙөмдө үҙебеҙҙә үҫтерергә өйрәнәйек!” 18.10.2026 // Баҡса

Нуриман районында Рәфҡәт Ибраһимов йылытмала 200-ҙән ашыу төр виноград үҫтерә. Башҡаларҙы ла ошо ......

Тотош уҡырға 5

Бик тәмле ҡабаҡ ашы рецебы

Бик тәмле ҡабаҡ ашы рецебы 14.10.2026 // Баҡса

Ҡабаҡтар мул булғанда, һеҙ ҙә эшләп ҡарағыҙ...

Тотош уҡырға 4

Әфлисунлы ҡабаҡ һуты бик тәмле!

Әфлисунлы ҡабаҡ һуты бик тәмле! 13.10.2026 // Баҡса

Ҡабаҡтың витаминдарға, минералдарға бай булыуын беләбеҙ. Бүздәк районы Бүздәк ауылынан 80 йәшлек ......

Тотош уҡырға 4

Өс тапҡыр күберәк картуф уңышы алған!

Өс тапҡыр күберәк картуф уңышы алған! 13.10.2026 // Баҡса

Салауат районынан Ирек Мофаззалов "эх, картуф уңманы" быйыл тип зарланып торғайны. Әле ......

Тотош уҡырға 6

Картуфтан ике тапҡыр уңыш йыйып алған

Картуфтан ике тапҡыр уңыш йыйып алған 11.10.2026 // Баҡса

Учалынан Сәлиә Ғатауллина социаль селтәрҙәге сәхифәһендә быйыл нисек итеп картуфтан ике тапҡыр ......

Тотош уҡырға 4

Ни өсөн кәбеҫтәләрен ҡарышлауыҡ ашамаған?

Ни өсөн кәбеҫтәләрен ҡарышлауыҡ ашамаған? 10.10.2026 // Баҡса

Иң мөһиме, улар ҡарышлауыҡтарға ҡаршы эшкәртелмәгән, бер ниндәй ҙә дарыу һибелмәгән. Ә нисек ......

Тотош уҡырға 6

Георгинды ҡасан ҡаҙырға?

Георгинды ҡасан ҡаҙырға? 09.10.2026 // Баҡса

Һәр сәскәне үҫтереүҙең үҙ нескәлектәре бар. Иртә лә алырға ярамай, һуңлатырға ла......

Тотош уҡырға 7


Комментарий өҫтәргә