Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Баҡса » Умартасылыҡ серҙәре. 24-се дәрес
Умартасылыҡ серҙәре. 24-се дәресҮҙе бер мәл
Бал күпләп йыйылған осор — ул ҙур майҙандарҙа бал бирә торған ҡиммәтле үҫемлектәрҙең сәскә атҡан мәле. Ошо ваҡытта ҡорттар үҙҙәрен запас аҙыҡ менән тәьмин итә, ә умарталыҡтан рәхәтләнеп бал алырға мөмкин. Төп бал йыйыу осоро килеп етеүен фенологик күҙәтеүҙәр, үлсәүҙәге умарта күрһәткестәре һәм ҡорттарҙың үҙҙәренең тотошо буйынса билдәләйҙәр. Ә үлсәүҙәге умарта — бөтә яҡтан да ап-асыҡ булған япма аҫтындағы үлсәгескә ҡуйыла. Уны көн һайын кис, бөтә бал ҡорттары ла ғаиләгә әйләнеп ҡайтҡас үлсәп, тәүлек артымды билдәләйҙәр. Ҡорттарҙың осоу радиусында (ике-өс саҡрым) ниндәйҙер билдәле үҫемлектәр (мәҫәлән, эспарцет, ҡарабойҙай, йүкә, көнбағыш һәм башҡалар) була. Бал биргән ошо үҫемлектәр күпләп сәскә атҡас, ҡорттарҙы тәрбиәләүҙе туҡтатырға, уларҙы һут йыйыу һәм эшкәртеүгә ҡушырға кәрәк. Бының өсөн инә ҡорттоң йомортҡа һалыуын сикләйҙәр.
Бал йыйыу осоро башланыр алдынан умартасы оянан тиҙ ҡомоғоусы баллы рамдарҙы (был бал өйәңке һәм әүернә сәскәле үҫемлектәрҙән, мәҫәлән, ҡыҙыл талдан, рапстан, тиле шалҡандан йыйыла) ала. Умартанан иҫке баллы былтырғы рамдарҙы ла (улар тороп ҡалған булһа), рәшә баллы рамдарҙы ла ала. Бындай бал алдағы ҡыш өсөн аҙыҡҡа яраҡлы түгел. Уны ашап ҡышлаған хәлдә ҡорттар үтә ныҡ сирләй, эстәре китә йәки үлеп ҡуя. Бындай баллы рамдарҙы бал ҡыуғыстан һурҙырып алалар. Асыҡ үрсемдәре булған кәрәҙҙәрҙән балды һурҙырып алырға ярамай, сөнки бала ҡорттоң, ҡарышлауыҡтарҙың, ҡойолоп төшөүе ихтимал.
Умартасылыҡ серҙәре. 24-се дәресБал йыйыу осорон оя яҡшы сифатлы кәрәҙҙәр менән тейешле күләмдә тәьмин ителгән хәлдә генә уңышлы файҙаланырға мөмкин. Ҡайһы саҡта умартасы ғаиләне ҡараған саҡта айырым кәрәҙҙәрҙә көпләп ҡуйылмаған аҙ ғына бал йыйылған күҙәнәктәрҙе һәм өлөшләтә генә һут менән тултырылған күп күҙәнәктәрҙе күрә. Шунан ҡорттарға яңы һутты урынлаштырырға урын етерлек тип яңылыш һығымта яһай ҙа ояны кәрәҙҙәр менән киңәйтмәй һәм шуның менән бал йыйыуға төҙәтеп булмаҫлыҡ зыян килтерә. Әгәр ҙә кәрәҙҙәр менән бер тигеҙ тәьмин ителмәһәләр, көсө һәм эшкә һәләтлелеге буйынса бер тиң ҡорт ғаиләләре лә балды төрлө күләмдә йыясаҡ. Мәҫәлән, бал йыйыу осоро башланыу мәленә магазины менән бергә 12 рамлы (дадан) умартала йәшәгән ике ғаилә, өҫтәмә рәүештә икенсе магазин ҡуйылһа, балды күберәк йыясаҡ. Күҙәнәктәрҙең тултырылмаған булыуы ҡорттарҙың умартаға 40 проценттан алып 80 процентҡа тиклем һыулы шыйыҡ сәскә һуты килтереүе менән аңлатыла. Уны балға эшкәрткәндә ҡорттар күп кенә дымды айырып ала (өлгөргән балда 20-21 процент тирәһе һыу бар). Ғәҙәттә һутты бал итеп эшкәртеү биш-алты көн дауам итә. Өлгөргән бал менән ҡорттар кәрәҙҙең һәр бер күҙәнәген тулыһынса тултырып көпләп ҡуя. Бындай күҙәнәктәрҙә 0,43 грамм тирәһе бал була. Әйткәндәй, ҡорттар яңы килтерелгән һут менән күҙәнәктең бары тик өстән бер өлөшөн генә тултыра (0,14 грамм тирәһе). Артабан һыу парланып сығыу һәм һут ҡуйыра төшөү менән күҙәнәктә ул тәүге хәленән аҙая төшә. Ҡорттар күҙәнәктәрҙең бер аҙ өлөшөн тултырырға тырыша, әммә бер ҡасан да төрлө көндәрҙә килтерелгән һутты бер үк күҙәнәккә һалмай.
Ҡорт ғаиләһенең һутты урынлаштырыу һәм эшкәртеү өсөн кәрәҙҙәргә талабы бал йыйыуҙың ниндәй булыуына бәйле. Уның көслөрәк булыуына ҡарап, һутты урынлаштырыу һәм балдың өлгөрөүе өсөн кәрәкле кәрәҙҙәргә лә талабы арта. Кәрәҙҙәр менән етерлек кимәлдә тәьмин итмәгән хәлдә һеҙ әллә ни өлгөрөп етмәгән бал ҡыуып алырға мәжбүр булаһығыҙ, сөнки умартаға көн һайын күберәк һут килтертеү яғын ҡарайһығыҙ бит. Алдан алынған балдың дымлылығы юғары була һәм сифаты буйынса ла өлгөргән балдан айырылып тора. Ул тиҙ генә әсеп бара һәм насар һаҡлана, шуның өсөн дә ундай балды һатырға һәм һатып алырға ярамай.
Бал йыйыу көсәйгән һайын, ҡорт ғаиләһенең кәрәҙҙәргә ихтыяжы юғарыраҡ була һәм, улар умартаға ни тиклем әҙерәк ҡуйылһа, балды юғалтыу ҙа күберәк тәшкил итә. Өҫтәмә магазиндарҙы умартаның корпусына элек ҡуйылған өҫтәмәнең аҫтына, йәғни оя корпусы менән ҡуйылған магазин араһына урынлаштыралар. Аҫҡы корпуста ҡорттар — яңы һутты, өҫкөһөндә өлгөргән балды урынлаштырасаҡ, сөнки ҡорттар балды һәр саҡ өҫкө корпустарҙа һәм магазиндарҙа урынлаштырырға тырыша. Әгәр ҙә һеҙҙең һаҡлыҡта төҙөлгән әҙер кәрәҙҙәрегеҙ булмаһа, магазиндарға яртылаш төҙөлгән кәрәҙҙәр йәки балауыҙлы рамдар ҡуялар.

Быны беләһегеҙме?

...40 мг һут һыйҙырышлы бөрләтәүен тултырыу өсөн бал ҡорто бер осоуҙа 200-ҙән кәм булмаған көнбағыш йәки эспарцет, йә горчица сәскәһенә, 15-20 самаһы баҡса сәскәһенә, 130-150 ужым рапсына йәки кориандр, йә чина сәскәһенә ҡунырға тейеш;
...Күпселек үҫемлектәрҙең татлы һутының составында өс төр шәкәр — сахароза, глюкоза һәм фруктоза бар. Улар үҫемлектәрҙә төрлөсә миҡдарҙа була. Ҡорттар күп глюкозалы (көнбағыш, горчица, тиле шалҡан һәм башҡалар) татлы һуттан эшкәрткән бал тиҙерәк ҡомоға. Әгәр ҙә татлы һутта фруктоза күберәк булһа (аҡ һәм һары акация, ашай торған каштан, арса), бал аҡрыныраҡ ҡомоға;
...бик күп үҫемлектәр бер үк ваҡытта һут һәм һеркә бүлә. Ләкин шундай үҫемлектәр ҙә бар: уларҙан ҡорттар бары һеркә генә йыя. Әйтәйек, сәтләүек ҡыуағы, мәк, гөлйемеш, люпин, кукуруз һәм башҡалар;
...әгәр ҙә умарталыҡтан алыҫ булмаған ерҙә аҙыҡ сығанағы тапһа, ҡорт умарта эсендә, кәрәҙҙәр өҫтөндә “өйөрөлөп бейей”. Ә ҡорттоң ҡорһағы менән “ҡыйшаңлаған” бейеүе алыҫыраҡ арала урынлашҡан баллы үҫемлек йәки һеркә тураһында сигнал бирә.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Биҙрәләп помидор йыйыу өсөн дүрт ябай кәңәш

Биҙрәләп помидор йыйыу өсөн дүрт ябай кәңәш 05.04.2026 // Баҡса

Интернет селтәрендә ошо кәңәштәр баҫылып сыҡҡас, күптәр уларҙы уңышлы ҡулланыуы тураһында ......

Тотош уҡырға 1

Баҡса еләге эре булһын өсөн

Баҡса еләге эре булһын өсөн 04.04.2026 // Баҡса

Күптәр яратҡан еләктән мул уңыш алыу өсөн шәп кенә кәңәш тәҡдим итәбеҙ....

Тотош уҡырға 1

Пион сәскәһе ниндәй ашламаға мохтаж?

Пион сәскәһе ниндәй ашламаға мохтаж? 04.04.2026 // Баҡса

Ер ҡарҙан әрселеп, йәш үҫентеләр барлыҡҡа килгәс, аммиак селитраһы иретмәһе әҙерләгеҙ. 10 литр ......

Тотош уҡырға 1

Был картуф сорттары 40 көндә өлгөрә!

Был картуф сорттары 40 көндә өлгөрә! 01.04.2026 // Баҡса

Майҙа ултыртып, июндә йәш картуф ашарға теләйһегеҙме? Ошо өс сортты ултыртығыҙ!...

Тотош уҡырға 3

Бер төптән 150 ҡыяр алырһығыҙ!

Бер төптән 150 ҡыяр алырһығыҙ! 28.03.2026 // Баҡса

Бындай ҡыярҙы йыш ултыртмағыҙ. Асыҡ тупраҡта бер квадрат метрға дүрт төп етә....

Тотош уҡырға 3

Баҡсала әле ниндәй эштәр үтәргә кәрәк?

Баҡсала әле ниндәй эштәр үтәргә кәрәк? 26.03.2026 // Баҡса

Бында ниндәй ҡағиҙәләр бар? Март аҙағы-апрель башында беҙҙең төбәктә әле ҡар ята. Әммә йәй яҡшы ......

Тотош уҡырға 3

Гәзиттән ... ашлама

Гәзиттән ... ашлама 24.03.2026 // Баҡса

Тик бының өсөн ҡаралы-аҡлы макулатура ғына бара, төҫлө гәзиттәрҙе ҡулланмағыҙ!...

Тотош уҡырға 1

Ялған орлоҡтар алып ҡуймағыҙ!

Ялған орлоҡтар алып ҡуймағыҙ! 23.03.2026 // Баҡса

Рәхәткә сыҡтыҡ: бөтә нәмәне яҙҙыртып алабыҙ. Орлоҡтарҙы ла. Әммә улар йыш ҡына сифатһыҙ була. Ә ......

Тотош уҡырға 5

Яҙғы эштәр: ниндәй помидор сәсергә?

Яҙғы эштәр: ниндәй помидор сәсергә? 14.03.2026 // Баҡса

Уңған баҡсасылар түбәндәге сорттарға өҫтөнлөк бирә. Ә һеҙ?...

Тотош уҡырға 6

Баҡсасы апайым бәләкәй генә серен уртаҡлашты

Баҡсасы апайым бәләкәй генә серен уртаҡлашты 13.03.2026 // Баҡса

Уның үҫентеләренең һәр ваҡыт һабағы ныҡ, уңышы мул була. Ә сере ябай ҡоро сүпрәлә икән......

Тотош уҡырға 8

Ҡыярҙың ниндәй сорттары иң һәйбәте һанала?

Ҡыярҙың ниндәй сорттары иң һәйбәте һанала? 10.03.2026 // Баҡса

Һәүәҫкәр баҡсасы Рәмзиә Әхмәҙуллина үҙе һынап ҡараған ҡыяр сорттары менән уртаҡлашты. Исемлеккә күҙ ......

Тотош уҡырға 6

Бүләк сәскәләрҙе ташламағыҙ: розаны картуфта тамырландырабыҙ

Бүләк сәскәләрҙе ташламағыҙ: розаны картуфта тамырландырабыҙ 09.03.2026 // Баҡса

Сәскәләр батшабикәһе розаларҙың матурлығына һоҡланмаған кеше юҡтыр, әммә уларҙың ғүмере ҡыҫҡараҡ ......

Тотош уҡырға 5


Комментарий өҫтәргә