Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Баҡса » Һаҡлауы ла еңел, урын да алмай
Беҙҙең балалар томат һуты ярата. Файҙаһы ифрат күп. Шуға ла баҡсала помидорҙың төрлө сортына ҙур урын ҡалдырабыҙ.
Көҙөн иһә уңышты йыйып, тоҙлай торғанын тоҙлап, маринадлағанын маринадлап ҡуябыҙ. Ә бына һут яһау — үҙенә күрә мауыҡтырғыс шөғөл. Тығыҙ, өлгөргән помидорҙы йыуып, кипкәндәренең һабаҡҡа аҫылынып торған өлөшөн йыйып алам. Кухня комбайны, һөҙгөс аша үткәрәм. Шыйыҡсаға лавр япрағы, бөртөклө ҡара борос, тейешенсә тоҙ һалып, ҡайнатҡансы утта тотам. Тағы 10 минуттан һуң, духовкала ҡыҙҙырылған банкаларға ҡоям да тимер ҡапҡас ябам. Банкаларҙы әйләндереп, ҡалын сепрәккә теҙәм, өҫтән дә ҡаплайым. Әгәр ҙә уңыш мул булһа, ҡышҡылыҡҡа 150-200 литр томат һуты әҙерләү бер ни түгел.
Туңдырғысҡа укроп, әнис һымаҡ төрлө тәмләткес һыйһын өсөн уларҙы йыуып, “сигарет” итеп төрәм. Ҙурлығын төрлөсә яһап була: кәрәк икән, бер һалырлыҡ йә бүлгеләп. Татлы боростоң иһә эстәрен алып, “стакандар” яһайым. Бер-береһенә кейҙерәм дә һыуытҡысҡа ҡуям.
В. СӘЛИМГӘРӘЕВА.
Стәрлетамаҡ ҡалаһы.


Буяу ярҙам итте

Мөгәрәп, баҙҙың стенаһында төрлө сереткес микроорганизмдар үрсей. Уларҙың яртыһы — бәшмәк, 7 проценты — стафилококк, 4 проценты — төрлө бактерия. Минералдар менән дымлылыҡ та юғары (6–12 градус, 70–80 процент) була. Быларҙың барыһы ла сереткестәргә таралырға мөмкинлек бирә. Бигерәк тә уңыш һуң алынһа (ҡырау һуҡһа), йәшелсә киптерелмәһә.
Ябай һаҡланыу саралары (төтәҫләү, тимер йәки баҡыр купоросы менән эшкәртеү, хлорлы препараттар менән дизенфекциялау), берҙән, һаулыҡ өсөн зарарлы, икенсенән, ҡыш уртаһында, яҙға табан тағы ла әлеге микроорганизмдарҙың барлыҡҡа килеүе мөмкин.
Бер нисә йыл элек дуҫым миңә биобуяу алырға тәҡдим итте. Кәштәләрҙе, стенаны буяп сыҡтым. Буяуҙа фунгицид һымаҡ матдәләр бар. Улар вирустарҙың үрсеүен туҡтата. Шулай уҡ сереткес бәшмәктәргә лә ҡаршы тора. Һаулыҡ өсөн зарарлы түгел. Сөнки буяуҙарға көмөш пудраһы ҡушылған, көмөш иһә организмға ыңғай тәьҫир итә. Әйткәндәй, биобуяуҙарҙы хәҙер бала табыу йорттарында, дауаханаларҙа, мәктәп, баҙар, ҡунаҡханаларҙа ремонт эштәре үткәргәндә киң ҡулланалар.
Һаҡлау ваҡыты ғәҙәтиҙәрҙән айырылмай. Шулай уҡ махсус һиптергестәр ҙә кәрәкмәй, ябай валик менән бумала етә. Буяу тигеҙ ятһын, ныҡлы йәбешһен өсөн тимер бағана, башҡа нәмәләрҙе тутыҡтан, бысраҡтан таҙартыу мөһим. Быны уайт-спирит, бензин ярҙамында эшкәртәләр. Уларҙың ВД-БИО, ПФ-115-БИО, МА-15-БИО маркаларын файҙаланырға була.
Дуҫымдың кәңәшен тотоп ошо буяуҙарҙы ҡулланғандан һуң, баҙҙа ла таҙа, йәшелсә лә яҡшы һаҡлана.
Р. ХӘСӘНОВ.
Көйөргәҙе районы.



Көл — иң шәп ашлама

Баҡсасылар өсөн махсус магазиндарҙа йөрөгәндә шуға иғтибар итәһең: күптәр орлоҡ, башҡа кәрәк-яраҡ менән бергә төрлө минераль, хатта органик ашламалар ҙа ала. Ҡасандыр мин дә, рекламаға ышанып, күҙҙең яуын алып торған һауытҡа һалынған ашламаларҙы ҡосаҡлап тигәндәй ташый торғайным. Хәҙер инде нисәнсе йыл боронғо, осһоҙ, шул уҡ ваҡытта үтә лә яҡшы ашлама — көл ҡулланам.


Әлбиттә, бөтәһе лә уның һәйбәт икәнен аңлай. Тик реклама шауҡымы аҫтында күптәр йәшелсә-емеште “минералка” менән ашлауын дауам итә. Фән заманында ата-баба ысулына ҡайтып, бер аҙ һөйләшеүҙе ошо ябай ғына көл тураһында алып барайыҡ.
Көлдә бик күп калий, фосфор, кальций барлығы һәр кемгә мәғлүм. Ләкин уның составы бер төрлө генә түгел. Мәҫәлән, калий үлән, картуф һабағына ҡарағанда ағас көлөндә күберәк була. Бигерәк тә ҡайындыҡында. Торф көлөндә калий аҙ, ләкин унда кальций күберәк. Фосфор өсөн һөйәкте мейестә яндырып ҡушам.
Көлдөң иң яҡшы үҙенсәлеге шунда: хлор юҡ. Хлорҙы ҡурай еләге, картуф, баҡса еләге яратмай.
Телгә алған өс элементтан тыш, цинк, бор, тимер, марганец, молибден бар. Үҫемлеккә улар етмәһә, насар үҫешә. Бигерәк тә һаҙлыҡлыраҡ урында. Нәҡ ана шунда көл — алыштырғыһыҙ ашлама. Хәйер, уны төрлө тупраҡлы баҡсаларҙа ла ҡулланып була. Әсе тупраҡлы ерҙе ашлап ҡына ҡалмай, әселеген дә нормаға килтерә. Әйткәндәй, баҡсаны өс-дүрт йыл һайын эзбизләп сығырға кәрәк икән, көлдө даими ҡулланғанда, уны биш-алты йылдан да башҡарһаң була.
Сама тигән нәмәне оноторға ярамай. Ҡурай еләге, ер еләге, йәшелсә өсөн квадрат метрға — 100–150, картуфҡа 60–100 грамм һалалар. Был эште, мәҫәлән, картуф ултыртыр алдынан башҡарһаң, колорадо ҡуңыҙының ер аҫтынан сығыуын тотҡарлай. Шулай уҡ көлгә буталып сәселгән орлоҡ та уңыш менән ҡыуандыра.
Көлдө торф, ныҡлы өлгөргән тиреҫ (перегной) менән ҡушып бутаһаң да яҡшы һөҙөмтә бирә, ә бына яңы тиреҫ, ҡош тиҙәге менән ҡатнаштырырға ярамай — азотын юғалтасаҡ.
Электән көлдө төрлө ҡоротҡосҡа, бигерәк тә йәшелсәне серетеүселәргә ҡаршы ҡулланғандар. Мәҫәлән, ер еләге сәскә атҡандан һуң иретелгән, һөҙөлгән көлдө төп һайын 15–20 грамм нисбәтенән һиптерергә кәңәш итәм. Икенсе тапҡыр 10 грамм кәрәк. Шулай уҡ көл һыуы менән ҡыяр, помидор, борсаҡ, ҡарағат, слива, сейәләрҙе лә эшкәртергә була.
Баҡса бете, онло ысыҡ ауырыуҙарына ҡаршы ҡулланғанда, 300–400 грамм таҙа көлдө 10 литр һыуға һалып ярты сәғәт ҡайнаталар. Тонғас, уның таҙа ҡайнатмаһын башҡа һауытҡа бушатырға кәрәк. Күләмен 10 литрға еткереп, 40 грамм һабын ҡушалар.
Тағы бер кәңәш: көл ҡайнатмаһы менән иртә яҙҙан һәм көҙөн, япраҡтар ҡойолғас, барлыҡ емеш ағасының үҙәк өлөшөн һөртөп сығырға кәрәк. Был бәшмәктәргә ҡаршы сара ла, өҫтәмә ашлау ҙа булып тора.
Р. ИСЛАМОВ,
баҡсасы.
Өфө ҡалаһы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Быны көҙ көнө мотлаҡ эшләгеҙ!

Быны көҙ көнө мотлаҡ эшләгеҙ! 29.10.2026 // Баҡса

Әҙерләү өсөн күп нәмә лә кәрәкмәй....

Тотош уҡырға 3

Көҙ етеү менән өйгә сысҡандар тулһа...

Көҙ етеү менән өйгә сысҡандар тулһа... 27.10.2026 // Баҡса

Уларҙы ағыуламай, тоҙаҡҡа эләктермәй, үлтермәй генә ҡыуып та була....

Тотош уҡырға 3

Тағы ла бер сөгөлдөрҙө тиҙ бешереү ысулы
Сөгөлдөрҙө нисек итеп 15 минутта бешереп алырға?

Сөгөлдөрҙө нисек итеп 15 минутта бешереп алырға? 20.10.2026 // Баҡса

Тәмлерәк, һутлыраҡ була һәм өйгә еҫе лә тулмай....

Тотош уҡырға 4

Ҡарабойҙай йәки арыш оно тиҙ әсетә

Ҡарабойҙай йәки арыш оно тиҙ әсетә 18.10.2026 // Баҡса

Өләсәйҙәр шулай эшләй торғайны. Өс көндә әҙер була — ҡыш буйы ҡытырлап торған ризыҡ ашарһығыҙ!...

Тотош уҡырға 7

“Йөҙөмдө үҙебеҙҙә үҫтерергә өйрәнәйек!”

“Йөҙөмдө үҙебеҙҙә үҫтерергә өйрәнәйек!” 18.10.2026 // Баҡса

Нуриман районында Рәфҡәт Ибраһимов йылытмала 200-ҙән ашыу төр виноград үҫтерә. Башҡаларҙы ла ошо ......

Тотош уҡырға 5

Бик тәмле ҡабаҡ ашы рецебы

Бик тәмле ҡабаҡ ашы рецебы 14.10.2026 // Баҡса

Ҡабаҡтар мул булғанда, һеҙ ҙә эшләп ҡарағыҙ...

Тотош уҡырға 4

Әфлисунлы ҡабаҡ һуты бик тәмле!

Әфлисунлы ҡабаҡ һуты бик тәмле! 13.10.2026 // Баҡса

Ҡабаҡтың витаминдарға, минералдарға бай булыуын беләбеҙ. Бүздәк районы Бүздәк ауылынан 80 йәшлек ......

Тотош уҡырға 4

Өс тапҡыр күберәк картуф уңышы алған!

Өс тапҡыр күберәк картуф уңышы алған! 13.10.2026 // Баҡса

Салауат районынан Ирек Мофаззалов "эх, картуф уңманы" быйыл тип зарланып торғайны. Әле ......

Тотош уҡырға 6

Картуфтан ике тапҡыр уңыш йыйып алған

Картуфтан ике тапҡыр уңыш йыйып алған 11.10.2026 // Баҡса

Учалынан Сәлиә Ғатауллина социаль селтәрҙәге сәхифәһендә быйыл нисек итеп картуфтан ике тапҡыр ......

Тотош уҡырға 4

Ни өсөн кәбеҫтәләрен ҡарышлауыҡ ашамаған?

Ни өсөн кәбеҫтәләрен ҡарышлауыҡ ашамаған? 10.10.2026 // Баҡса

Иң мөһиме, улар ҡарышлауыҡтарға ҡаршы эшкәртелмәгән, бер ниндәй ҙә дарыу һибелмәгән. Ә нисек ......

Тотош уҡырға 6

Георгинды ҡасан ҡаҙырға?

Георгинды ҡасан ҡаҙырға? 09.10.2026 // Баҡса

Һәр сәскәне үҫтереүҙең үҙ нескәлектәре бар. Иртә лә алырға ярамай, һуңлатырға ла......

Тотош уҡырға 7


Комментарий өҫтәргә